Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
9 Ғинуар 2022, 02:10

Оҙайлы ялдарҙа ла һаулыҡ һағында

Хәйбулла районы Первомай ауылының алыштырғыһыҙ фельдшеры Фәниә Әхмәт ҡыҙы Йомағолова оҙайлы ялдарҙа ла ауылдаштарының һаулығы һағында уяу тора.

Оҙайлы ялдарҙа ла һаулыҡ һағында
Оҙайлы ялдарҙа ла һаулыҡ һағында

Хәйбулла районы Первомай ауылының алыштырғыһыҙ фельдшеры Фәниә Әхмәт ҡыҙы Йомағолова оҙайлы ялдарҙа ла ауылдаштарының һаулығы һағында уяу тора.

– Бала сағымда атайым гел генә: "Минең ҡыҙым фельдшер була", – тип һөйә торғайны, – тип хәтерләй Фәниә апай. – Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға индем. Тик ниңәлер фельдшерлыҡты түгел, акушер бүлеген һайланым.

1983 йылда йәш белгес Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында акушер булып хеҙмәт юлын башлай. Ә киләһе йылына уны ошо уҡ райондағы Йылайыр ҡасабаһына, участка дауаханаһына акушер итеп күсерәләр.

1986 йылда үҙ ғаиләһен ҡорғас, Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылы ҡыҙы Хәйбулла районының Первомай ауылында йәшәй башлай. Бына 1988 йылдан алып ошо ауыл халҡының һаулығы һағында тора Фәниә апай. "Һәр эштең дә үҙ ауырлығы бар, – ти ул. – Тиҙ ярҙам күрһәтергә, ауырыуҙарҙы ҡабул итергә, табип процедураларын үтәргә генә түгел, ә ҡайһы саҡта дауалауҙы ла үҙ ҡулыңа алырға тура килә".

Күрше Мырҙа ауылында фельдшер юҡ, шуға күрә Фәниә апайға ундағы халыҡты ла хәстәрләргә яҙған. Ике ауыл араһы – биш саҡрым. Ауылдарҙа башлыса өлкәндәр йәшәй, шуға бәйле, сирлеләр һаны ла арта бара. Ошо ҡатмарлылыҡта тәжрибәле фельдшерҙе һөйөндөргән мәл дә бар. "Тиҙ ярҙам машинаһы хеҙмәтләндереүе эште еңеләйтә, халыҡҡа ла был ныҡ уңай", – ти ул.

– Атайым һүҙен тотоп, ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем. Сирлеләргә ярҙам ҡулы һуҙа алыуым ҡыуандыра. Ҡайһы саҡта ауырыған кешегә йылы һүҙең дә ҙур ярҙам көсөнә эйә, – тип бүлешә Фәниә Әхмәт ҡыҙы.

Ковид ауырыуы килгәне бирле, эш тағы ауырлаша төшкән, әлбиттә. "Халыҡ араһында аңлашыусанлыҡ кәмене, – тип көйөнә быға Фәниә апай. – Интернеттан алған мәғлүмәттәр төрлө фекерҙәр тыуҙыра. Был мәкерле зәхмәтте бергәләшеп, аңлашып, вакцина яһатып ҡына еңеп сығырға мөмкин икәнен ҡулдан килгәнсә аңлатам. Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла, тирә-яҡтағыларҙы ла ҡурсалайыҡ!" – тип өндәшә ул барыһына ла.

Күңеленең, ҡулының йылыһын йәлләмәй, ваҡытын ҡыҙғанмай яҡташтарына ярҙам итергә әҙер торған изге күңелле фельдшер Фәниә апайға ғүмер юлдашы Ришат Миңлеғазим улы, балалары менән бергә һаулыҡта, бәхет кисереп кенә йәшәргә насип булһын.

Фотола: ауылдаштары Фәниә Әхмәт ҡыҙының даими хәстәрлеген тоя. Геройҙың шәхси архивынан фото

Автор:Равиля Гатауллина.
Оҙайлы ялдарҙа ла һаулыҡ һағында
Оҙайлы ялдарҙа ла һаулыҡ һағында
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: