Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
26 Ғинуар 2022, 11:10

Дарыуҙар файҙалымы?

Башыбыҙ ауыртһа ла, эсебеҙ борсоһа ла ҡолаҡҡа һеңгән дарыуҙарҙы ҡулланырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер препараттарҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыуын аңлап та, белеп тә бөтмәйбеҙ.

Дарыуҙар файҙалымы?
Дарыуҙар файҙалымы?

Анальгин, бисептол... Был дарыуҙарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Башыбыҙ ауыртһа ла, эсебеҙ борсоһа ла ҡолаҡҡа һеңгән дарыуҙарҙы ҡулланырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер препараттарҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыуын аңлап та, белеп тә бөтмәйбеҙ.

“Анальгин” һүҙе латинсанан “ауыртыуҙы бөтөрөү” тип тәржемә ителә. Шуға ҡарамаҫтан, ул күп кенә илдәрҙә тыйылған. 1965 йылда – Австрия менән Бөйөк Британияла, 1977 йылда – АҠШ-та, 1979 йылда – Италияла, 1987 йылда – Германияла, 1989 йылда – Испанияла. Сәбәбе – анальгин анафилактик шокка, агранулоцитозға (ҡан ойоуға) килтереүе мөмкин.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә әле лә баш йәки теш ауыртҡанда анальгин эсергә ҡушалар. Сөнки Рәсәйҙә дарыуҙарҙың тиҫкәре йоғонтоһо өйрәнелмәй, табиптар тарафынан статистика алып барылмай.
Бисептол тигән дарыуҙы күптәр маҡтап туя алмай. Имеш, ашҡаҙанға зыяны юҡ. Дуҫ-иштәренә шуны эсергә кәңәш итә. Ҡасандыр уны урологтар, лор-табиптар йыш тәғәйенләй ине. Хәҙер иһә ауырыуҙы килтереп сығарған микроорганизмдар бисептолға бирешмәй тип иҫәпләнә. Хәйер, был сит ил ғалимдарының фекере. Ә беҙҙә әле һаман уның менән дауалайҙар.
Ысынбарлыҡта, бисептол вирустарҙы үлтермәй, ә енес-бәүел юлдарындағы инфекция, киҫкен һәм хроник бронхит, отит һәм синусит, дизентерия, сальмонеллез кеүек ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә. Бисептол табип рецебынан тыш һатылғанға күрә, күптәр уны нисек теләй, шулай эсә. Ә ул, башҡа сульфаниламидтар кеүек үк, кесерткән биҙгәге барлыҡҡа килтерә.
Валидолды, ҡағиҙә булараҡ, кеше үҙен насар хис иткәндә, тынысланыу өсөн, ҡан баҫымы кинәт күтәрелгәндә, йөрәк тапҡырында ауыртыу һиҙелгәндә эсә. Күп кардиологтар уның бер ниндәй файҙаһы юҡ тип иҫәпләй. Хатта дарыуҙың аннотация­һында “ҡан тамырҙарын еңелсә киңәйтә һәм йоҡоно килтерә” тип кенә яҙылған. Валидолдан айырмалы булараҡ, корва­лолдың составында бесәй үләне һығынтыһы һәм йоҡоно килтерә торған фенобарбитал бар. Ә бына йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта торған матдәләр корвалол, валокордин, валидолдың береһендә лә юҡ. Йөрәк ауыртҡанда уларҙы эсеп, файҙаһына ышанып, кешеләр ҡәҙерле минуттарын ғына юғалта. Бындай ваҡытта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм башҡа төрлө йөрәк дарыуы ҡулланырға кәрәк.
Тетрациклин һәм левомицетин кеүек препараттарҙы үҙ белдеге менән файҙа­ланған кешеләр бик ныҡ яңылыша. Левомицетинды күптәр ашҡаҙан эшмә­кәрлеге боҙолғанда, ҡоҫҡанда эсә. Ләкин бындай ваҡытта, инфекция аҙмаһын өсөн, табип менән кәңәшләшеү ҙә зыян итмәй.
Татрациклинлы мазь менән халыҡ конъюнктивитты дауалай. Ул ялҡынһыныуҙы еңһә лә, ауырыуҙы тулыһынса бөтөрмәй. Вируслы конъюнктивит ваҡытында, табип менән кәңәшләшеп, комплекслы дауаланыу зарур.

Нурия АБЗАЛОВА әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: