Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
24 Февраль 2022, 21:45

Нисек йоҡлайһың?

Кеше төн дауамында кәүҙә торошон яҡынса 20 – 30 тапҡыр үҙгәртә. Әммә һәр кешенең үҙенә генә хас булған бер-ике төп йоҡлай торған һыны була.

Нисек йоҡлайһың?
Нисек йоҡлайһың?

Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик һәләтен, ҡурҡыуын һәм теләктәрен асып бирә.

Йомарланып, бәпәй рәүешендә йоҡлаған кешеләр яҡлауға мохтаж. Уларға һаҡлаусы һәм яҡлаусы кәрәк. Был кешеләргә йыш ҡына йылы һүҙ һәм наҙ етенкерәмәй.

Арҡала йоҡлаусыларға үҙ-үҙҙәренә ышаныу хисе, иғтибар үҙәгендә булырға тырышыу хас. Улар уяу булған ваҡыттағы кеүек, йоҡлағанда ла донъяға “ҡурҡмайынса” асылалар. Был йоҡлау рәүешен ҡай саҡта “королдәрсә” тип тә атайҙар. Хатта шундай мәҡәл дә бар: “Король арҡаһында йоҡлай, аҡыллы кеше ҡырын ятып, ә бай кеше – ҡорһағында”.

Эсеңә ятып йоҡлау аҡса һеҙгә һыу кеүек ағыр тигән һүҙ түгел әле. Бындай кешеләр тыныс булмаған холоҡло һәм тиҙ үпкәләйҙәр. Уларҙың тормоштағы урындары тотороҡһоҙ, йыш борсолалар. Был йоҡо рәүешен һөйөүселәр йыш ҡына баштарын ҡулдары менән ҡаплайҙар, гүйә, көтөлмәгән хәлдәрҙән һәм хәүеф-хәтәрҙән һаҡланалар. Был халәттә йоҡлаған кешеләр күңелһеҙ һәм ҡурҡыныс төштәр күрә.

Тормошҡа тиҙ яраҡлашҡан һәм зирәк кешеләр, ғәҙәттә, ҡырын ятып йоҡлайҙар. Был физиологик яҡтан дөрөҫ тип табылған ”арыҫлан һыны”. Уң яҡҡа ятып йоҡлағанда умыртҡа бағанаһына, йөрәккә ауырлыҡ аҙыраҡ төшә, кәүҙә ял итә. Ғалимдар, ижад кешеләре һул яҡҡа ятып йоҡлай. Ғөмүмән, ҡырын йоҡлаусылар сабыр холоҡло, эргәтирәләгеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба. Уларҙың йәмғиәттә тотҡан урындары тотороҡло.

Йоҡлаған ваҡыттағы кәүҙә торошон билдәләгәндә ятҡас, аяҡ-ҡулдарҙың ятыуын да ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, арҡаһында йоҡлаған кеше ҡулдарын терһәктән бөгөп баш артына ҡуйған икән, был әлеге кешенең интеллектуаль эшсәнлек менән әүәҫ булыуы һәм тормошта бөтөн нәмәне уйлап, аҡыл аша ҡабул итеүе тураһында һөйләй. Эс өҫтөнә ҡуйылған ҡулдар королдәрсә йоҡлау рәүешенә тура килеп бөтмәй, сөнки ҡулдар тормош сығанағы, абруй символы булған эсте ҡаплап торалар.

Ете йәшлек бала шәхес булып формалаша башлай, уның үҙенә оҡшаған йоҡо рәүеше барлыҡҡа килә, тип һанайҙар. Әммә төп йоҡлау һындары бәлиғ булыу осорона ҡәҙәр күп тапҡыр үҙгәрер әле. Балалар ҡайһы ваҡыт өлкәндәр һис аңлай алмаҫлыҡ һындарҙа йоҡларға мөмкин. Ҡайһы бер өлкән кешеләр ҙә экзотик һындарҙа йоҡлайҙар. Әйтәйек, йоҡлағанда башты дөйәғош кеүек, яҫтыҡ аҫтына йәшереүселәр бар. Ҡайһы берәүҙәр, ғибәҙәт ҡылыусы кеше кеүек, тубыҡланған килеш арҡаны өҫкә күтәреп, башты аҫҡа эйеп йоҡлай. Был кәүҙә торошо кеше күңелендә барған көрәш тураһында һөйләй. Яҫтыҡ аҫтына ҡасыу — тирә-яҡ донъяға әһәмиәт бирмәҫкә тырышыуҙы, ә “намаҙ һыны” уяу тормошҡа ҡайтырға, ниндәйҙер көрәшкә әҙер булыуҙы аңлата.

Кеше төн дауамында кәүҙә торошон яҡынса 20 – 30 тапҡыр үҙгәртә. Әммә һәр кешенең үҙенә генә хас булған бер-ике төп йоҡлай торған һыны була. Күнегелгән йоҡо рәүешенең үҙгәреүе кешенең психологик халәте һәм йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарата шәхси баһаһы үҙгәреүе тураһында һөйләй. Мәҫәлән, отпуск ваҡытында эштән ял итеп тынысланған кешенең йоҡлау рәүеше үҙгәрә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: