Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағыулы булыуын онотмайыҡ!

Байрамдар еткән һайын республикала иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйып торалар. Әммә халыҡ ҡайғыһын да, шатлығын да “шайтан һыуы” менән “йыуып” ғәҙәтләнгән. Бөтөнләй эсемлекһеҙ ойошторолған мәжлестәр бик һирәк. Байрамдар үтә лә китә, ә иртәгеһенә самаһын белмәй эскән кеше ауырый.

Ағыулы булыуын онотмайыҡ!
Ағыулы булыуын онотмайыҡ!

Байрамдар еткән һайын республикала иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйып торалар. Әммә халыҡ ҡайғыһын да, шатлығын да “шайтан һыуы” менән “йыуып” ғәҙәтләнгән. Бөтөнләй эсемлекһеҙ ойошторолған мәжлестәр бик һирәк. Байрамдар үтә лә китә, ә иртәгеһенә самаһын белмәй эскән кеше ауырый. Эскелек зәре, халыҡ телендә бахмур, әллә күпме кешене ғүмерлеккә йәшел йылан ҡосағына этәргәндер, әллә күпмене теге донъяға ебәргәндер.

Кис буйы күңел асып, йылмая-көлә рәхәтләнеп “байрам иткәс”, иртәгеһенә хатта башын күтәрә алмай ятҡандарҙы күргәнегеҙ барҙыр. Күреү генә түгел, үҙегеҙ ҙә шул хәлде, бәлки, кисергәнһегеҙҙер. Эскелек зәре, ысынлап та, үлемгә алып килеүе бар. Шуға ла уны ла “дөрөҫ” үткәреп ебәрергә кәрәк. Өй шарттарында бахмурҙан ыҙалаған кешенең хәлен еңеләйтеп ебәрер өсөн бына бер нисә кәңәш.

Иң тәүҙә алкоголдән һуң организмда нимәләр барғанын белеү мотлаҡ.

Эсемлек ашҡаҙанға барып эләккәс, этилспирты тағы ла ағыулыраҡ ацетальдегидҡа
әйләнә. Ацетальдегид — бик зарарлы матдә, ул күҙәнәктәрҙең мемрабанаһы аша үтергә һәләтле. Шуға ла ҡан әйләнешендә был токсин организм буйлап тиҙ тарала һәм бөтә ағзаларға ла тьәҫир итә.

Организмға эләккән этанол үҙе менән иң кәрәкле элементтарҙы — магнийҙы һәм калийҙы “алып сыға”, ә бына ағыулы матдәләр арта. Етмәһә, “байрам иткәндә”
кеше йыш бәҙрәфкә йөрөй, бөтә тән ныҡ һыуһыҙлана.

Этанол ҡанды ҡуйырта, тимәк, уның әйләнеше лә боҙола. Ҡан организмда дөрөҫ һәм бер тигеҙ бүленмәй. Шуға ла кеше шешенә.

Килеп эләккән токсиндар менән көрәшер өсөн организм күп кенә файҙалы һәм кәрәкле матдәләрҙе тотона. Һөҙөмтәлә метаболизм боҙола. Токсиндар һәм зарарлы матдәләр артҡандан-арта ғына бара. Шул саҡ организмда ағыуҙан һаҡланыу механизмы тоҡана һәм кеше ҡоҫа.

Иң күп токсиндар баш мейеһенә туплана. Һөҙөмтәлә хәрәкәт насарлана, хәл бөтә, ҡулдар ҡалтырай. Организмда һыу етмәүе артериаль баҫымды күтәрә һәм мейелә ҡан әйләнеше боҙола. “Байрамдан” һуң баш ауыртыу сәбәбенең береһе шул.

Нервы системаһы ла алкоголь арҡаһында ныҡ ҡаҡшай. Нервы остарының һиҙеүсәнлеге арта. Ошо арҡала ҡәҙимге яҡтылыҡтан да, тауыштарҙан да баш нығыраҡ ауырта башлай. Тағы ла борсолоу, ғәйеп тойғоһо барлыҡҡа килә.

Ҡуйырған ҡанды тамырҙар буйлап йөрөтөр өсөн йөрәккә күп көс түгергә кәрәк. Бахмур ваҡытында тәләһә ниндәй йөкләмәләр йөрәк ауырыуҙарына килтерә, хатта инфаркт та булыуы ихтимал.

Алкоголь ашҡаҙандың лайлалы тиресәһенә насар тәьҫир итә, шуға ла эс ауырта, эс китә. Эсеү йыш осраҡта гастрит, панкреатит кеүек ауырыуҙарға килтерә, микрофлораны юҡ итә.

 

Насар сифатлы эсемлектән һуң йә алкоголгә аллергия булһа, тән температураһы күтәрелеүе лә мөмкин.

Хәлде еңеләйтер өсөн иң беренсе һыуһыҙланған организмда һыу запасын тулыландырырға кәрәк.

Спирт организмдан һыуҙы сығара. Шуға мәжлестән һуң йоҡларға ятыр алдынан һыу эсергә кәрәк. Торғас та эсеү мотлаҡ. Ҡан әйләнешенә, токсиндарҙы сығарырға организмға бик ҙур ярҙам була был.

Шунан организмда йыйылған ағыуҙан ҡотолорға ла була. Бының өсөн ағыуҙы губка кеүек һеңдергән сорбенттар бар.

10 кг тән ауырлығына 1 активлаштырылған күмер ашағыҙ. Күмер токсиндарҙы бик яҡшы һеңдерә. Был дарыуҙы алкоголь эсер алдынан ашау яҡшыраҡ тип иҫәпләнә.

Тағы ла нимә ярҙам итә?

Банан

Был емештең составында калий һәм магний бар. Ә алкоголь, белеүебеҙсә, иң беренсе ошо кәрәкле элементтарҙы организмдан сығара. Банан ашап, был запастарҙы тиҙ яңырта алаһығыҙ.

Томат һуты

Томат һутында күп витаминдар, пектин, алма һәм гәрәбә кислоталары бар. Томат һуты организмда ҡалған спирттан һәм токсиндарҙан тиҙерәк ҡотоларға ярҙам итә.

Лимонлы һыу

С витамины иммунитетты нығыта, ағыуҙарҙың тиҙерәк сығыуына булышлыҡ итә. Бының өсөн лимонлы һыу йә сәй эсергә мөмкин.

Тауыҡ һурпаһы

Күңелегеҙ болғанмаһа, ашап алырға ла мөмкин. Көс инһен тиһәгеҙ, тауыҡ итенән һурпа — иң шәбе. Хәлегеҙ мотлаҡ бер аҙ шәбәйер.

Имбирҙан сәй

Имбирь тамырыны (2–3 см) 0,4–0,5 л һыуға һалығыҙ һәм 10 минут тирәһе талғын утта тотоғоҙ. Төнәтмә әҙерәк һыуынғас, унан имбирҙы алығыҙ. Сәйгә 2 балғалаҡ бал өҫтәп эсергә мөмкин.

Быларҙы эшләргә ярамай!

Баш төҙәтергә Баш төҙәтеү алкогализм менән ауырыған кешеләргә генә ярҙам итә, сөнки улар өҫтәмә доза булмаған өсөн ыҙалай. Ә һау кешенең организмында, киреһенсә, этанол артыҡ, шуға ла ул ауырый. Баш төҙәтәм тип, былай ҙа токсиндар менән көрәшеп маташҡан ағзаларға яңы эш өҫтәйһегеҙ.

Тартырға

Тәмәке тартыу эскелек зәренең симптомдырын көсәйтә генә. Был иҫбатланған факт.

Ҡәһеүә эсергә

Ҡәһеүә йә ҡаты сәй, ысынлап та, йөрәк болғаныуын, баш ауыртыуын бер аҙ баҫа. Әммә шул уҡ ваҡытта йөрәккә ныҡ тәьҫир итә, хатта миокард инфаркты булыуы ихтимал! Тағы ла ҡәһеүә һыу етмәүгә килтерә. Шуға ла эскелек зәре ваҡытында ҡаты сәйҙән, ҡәһеүәнән баш тартырға кәрәк. Улар урынына шәкәрле үлән сәйе, минераль һыу эсергә мөмкин.

Майлы, ҡыҙҙырылған, тиҙ бешкән ризыҡтан, фаст-фудтан баш тартырға.

Мунса, эҫе ванна төшөргә

Тирләү токсиндарҙы сығарыу өсөн иң еңел ысул кеүек күренә. Әммә эскелек зәре менән ыҙалаған кешегә мунса инергә, эҫе ванна төшөргә ярамай. Организм тағы ла күберәк һыуҙы юғалтасаҡ. Юғары температура инфаркт булыу ихтималлығын арттыра.

Эшләмәгеҙ

Физик көс талап иткән эштәрҙән, күнекмәләрҙән, спорттан баш тартып тороғоҙ. Йөрәгегеҙгә өҫтәлмә эш буласаҡ. Бының урынына яй аҙымдар менән саф һауала йөрөп килергә, тын алыу гимнастикаһын эшләргә мөмкин.

Кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Ас көйөнсә эсмәгеҙ. Был осраҡта алкоголь шунда уҡ ҡанға эләгә. Тиҙ иҫерелә, нығыраҡ ауырытыла, сөнки бауыр ҡапыл килеп эләккән тэтанолды эшкәртә алмай.


Сорбент ашағыҙ. Алкоголь ацетальдегидҡа әйләнеп, тиҙ арала ҡанға барып эләкмәһен тиһәгеҙ, эсер алдынан активлаштырылған күмер йәки башҡа сорбент ашағыҙ.

Ашап эсегеҙ. Тиҙ иҫереп, иртәгеһенә ныҡ ауырығығыҙ килмәһә, ашап ултырырға кәрәк. Ризыҡтар шулай уҡ алкоголдең ҡанға эләгеүен яйлата.

Күберәк эсегеҙ. Алкоголде түгел, әлбиттә, ә былай шыйыҡсаларҙы. Мәжлес барышында күберәк һут, минераль һыу, компот эсеп ултырығыҙ.


ИҢ МӨҺИМЕН ОНОТМАҒЫҘ: ЭСКЕЛЕК ҺАУЛЫҠҠА ЗЫЯН КИЛТЕРӘ! ОНОТМАЙЫҠ!
Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: