Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡара емештәрҙе яҡшы итеп йыуаһығыҙмы?

Ғәҙәттә, бының өсөн иң арзан май ҡулланыла. Ул яҡшы ялтырай ҙа.

Ҡара емештәрҙе яҡшы итеп йыуаһығыҙмы?
Ҡара емештәрҙе яҡшы итеп йыуаһығыҙмы?

Ҡоро емештәрҙе ҡулланыр алдынан яҡшылап йыуыуҙан тыш, һыуҙа оҙаҡ тоторға ҡушалар. Сәбәбе – уларҙы һатыр алдынан, ялтырап торһон өсөн, май менән эшкәртәләр. Ғәҙәттә, бының өсөн иң арзан май ҡулланыла. Ул яҡшы ялтырай ҙа. Йәбешкәк майға иһә сүп-сар йәбешә. Емештәрҙең ниндәй шарттарҙа һаҡланғанын да белмәйбеҙ. Ә бына ҡара төҫтәге емештәрҙе бер нәмә менән дә ҡапламайҙар. Уларҙы йыуырға кәрәк, ә һыуҙа тотоу мәжбүри түгел. Был емештәрҙе алғанда, ҡара тоноҡ төҫтәге йөҙөм менән ҡара емеште һайлағыҙ. Ҡоро өрөктәрҙе, ҡарайып китмәһен өсөн, көкөрт диоксиды менән эшкәртәләр. Был матдәне йыуып бөтөрөү мөмкин түгел. Уны бик ҡурҡыныс тип әйтеп булмай, әммә бындай күрәгәне күп ашарға ярамай. Юғары концентрациялағы көкөрт диоксиды аллергия килтереп сығарырға мөмкин.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: