Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
5 Апрель 2022, 16:40

Май айында нисек ял итәбеҙ?

«Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы ял 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелде, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә.

Май айында нисек ял итәбеҙ?
Май айында нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы май байрамдарына бәйле өҫтәмә ял көндәре тураһында иҫкә төшөрҙө. "Башинформ" хәбәр итеүенсә, 1 майҙа Рәсәйҙә — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, ә 9 майҙа — Еңеү көнө. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, улар ял тип иҫәпләнә. Башҡортостанда быйыл 2 майҙа дин тотҡан мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.

«Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы ял 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелде, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, 1 майҙағы ял көнө 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, 2 майҙағы ял көнө (дүшәмбенән) 4 майға (шаршамбыға) күсерелә».

Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома, 29 апрелдә һәм 6 майҙа, эш көнө ҡыҫҡармай.

Автор:
Читайте нас: