Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Өфө йүкәләре онотмаҫтар әле...

Хуш еҫле булыуы менән бергә файҙалы ла.

Өфө йүкәләре онотмаҫтар әле...
Өфө йүкәләре онотмаҫтар әле...
Йүкә сәскәһен йыйыу өсөн иң яҡшы ваҡыт – сәскәләрҙең яртылаш ҡына асылған мәле. Уны еләҫ, күләгә урында киптерәләр. Ҡағыҙҙан, туҡыманан эшләнгән янсыҡтарҙа һаҡлайҙар. Дөрөҫ киптергән, һаҡлаған осраҡта йүкә сәскәһен өс йыл дауамында ҡулланырға мөмкин.
Йүкә сәскәһенән эшләнгән препараттар тир, ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуға уңай йоғонто яһай. Шулай уҡ ул ялҡынһыныуға ҡаршы һәм тынысландырыусы сара булараҡ, алыштырғыһыҙ дарыу. Һыуыҡ тейгәндә, грипп, бронхит сирҙәренә ҡаршы, көндәлек тормошта ауыҙ сайҡау өсөн дә йүкә сәскәһенең төнәтмәһен файҙаланалар.
Йүкә сәскәһе менән дауаланыу ысулдары күп. Мәҫәлән, сәскәләренән тәмле сәй әҙерләргә була. Был барлыҡ һалҡын тейеүҙән, үпкә, бөйөр ауырыуҙарынан ҡотҡара. Әммә һәр нәмәлә сама ла кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт ҡулланғанда йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килтереүе бар.
Йүтәлләгәндә, һалҡын тейгәндә, баш, тамаҡ, эс ауыртҡанда, ревматизм менән интеккәндә йоҡларға ятыр алдынан ҡайнар төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Нервы ауырыуҙарынан йүкә сәскәһенән йә япрағынан эшләнгән ванна ҡотҡара. Дауаланыу осоронда көн аралаш ун тапҡыр ваннала ятырға кәрәк.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: