Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төҫө матур тип ҡыҙыҡма

Ул хәҙер йыл әйләнәһенә кәштәнән төшмәй. Матур, ҙур боросторҙың боҙолоп ятҡанын күгәнегеҙ бармы?

Төҫө матур тип ҡыҙыҡма
Төҫө матур тип ҡыҙыҡма
Төҫлө аҙыҡ-түлектең кәйефкә һәм организмға йоғонтоһо ҙур икәне сер түгел. Хатта билдәле диетологтар йәшелсә-емеште төҫөнә бүлеп, организмға файҙаһын иҫәпкә алып махсус диеталар булдырған. Әммә магазин кәштәләрендәге сағыу йәшелсә-емеште һатып алыр алдынан етештереүсеһенә иғтибар итергә тәҡдим итә белгестәр. Тап уларҙа пестицидтар күп булыуы ихтимал. Тәү сиратта был алмаға ҡағыла. Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән сағыу алмаға өҫтөнлөк бирмәй, үҙебеҙҙә үҫкәнен алырға кәрәк.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының орлоҡсолоҡ буйынса әйҙәүсе агрономы Фирҙәүес Аҫылбаева әйтеүенсә, ҡыш мәлендә һатылған еләктән, уны балаларға ашатыуҙан баш тартырға кәрәк. Ысын, зарарһыҙ еләк бары тик йәй миҙгелендә еткәндә генә һатыла. Ошо уҡ кәңәште виноградҡа ҡарата ла бирергә була.
 
Болгар боросо. Ул хәҙер йыл әйләнәһенә кәштәнән төшмәй. Матур, ҙур боросторҙың боҙолоп ятҡанын күгәнегеҙ бармы? Шуға уны ашауҙан да баш тартығыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, бер бороста 15 ашыу пестицид табырға була. Ғөмүмән, магазин кәштәләренә килеп ятҡан йәшелсә-емеште һаҡлыҡ менән алығыҙ. Үҫемлектәрҙе пестицидтар менән эшкәртеүҙән етештереүселәр бер ҡасан да баш тартмаясаҡ. Шуға йәшелсәне һәйбәт итеп йыйыурға кәрәк. Был осраҡта пестицидтарҙың 60 проценты йыуылып төшәсәк. Тағы ла емештәрҙең тышын әрсеү һәйбәт ысул. Бешереү ҙә был йәһәттән уларҙы зарарһыҙландыра. Үҙ баҡсаңда үҫтерелгән йәшелсә-емеште генә ҡурҡмайынса ашарға була.
Фото: zastavki.com
Автор:
Читайте нас: