Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
9 Август 2022, 11:39

Туберкулез күҙгә күренмәй

Хәлһеҙ, ябыҡ, ап-аҡ йөҙлө, туҡтауһыҙ йүткерә... Туберкулез менән ауырыусыны шулай күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын. 

Туберкулез күҙгә күренмәй
Туберкулез күҙгә күренмәй

Хәлһеҙ, ябыҡ, ап-аҡ йөҙлө, туҡтауһыҙ йүткерә... Туберкулез менән ауырыусыны шулай күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын. Тик медицина үҫешкән заманда ауырыу кешене тышҡы ҡиәфәтенән генә билдәләп булмай. Шул уҡ ваҡытта был ауырыуҙы эләктерер өсөн сирле кеше менән бер һауаны һулау ҙа етә.
Күҙгә күренмәгән ауырыу тураһында белеү бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.

Факттар
  Туберкулез менән ауырыусы йылына 10 – 15 кешегә инфекцияны йоҡтора ала.
  Тәмәке тартыу туберкулез менән ауырып китеү ихтималлығын арттыра.
  Туберкулездың микобактериялары ҡояш нурҙарында үлә.
  Туберкулездың таяҡсалары бүлмә саңында – бер ай, китаптарҙа – 3 ай, һалҡын, ҡараңғы һәм еүеш урындарҙа 4 ай йәшәй.
  Туберкулез менән ауырыусылар араһында ирҙәр күберәк.
  Туберкулезды аҙыҡ-түлек аша эләктәреп була. Мәҫәлән, ауырыу һыйырҙың һөтө аша таяҡсаларҙы организмға индерергә мөмкин. Ләкин бындай осраҡтар бик һирәк.

Билдәләре
  2 – 3 аҙна дауамында йүткереү (ҡайһы саҡ ҡаҡырыҡ йәки ҡан менән).
  Биҙгәк тотоу, тирләү, күкрәк ауыртыу (айырыуса төндә).
  Ҡапыл ябығыу, аппетит юғалыу, тын ҡыҫылыу.
  Эс ауыртыу, йөрәк болғаныу, ҡоҫоу, диарея, эс ҡатыу.
  Аяҡ-ҡулдар бер нәмә лә тоймау, насар ишетеү.
 Баш ауыртыу, быуындар һыҙлау.
 Депрессия, юҡҡа-барға борсолоу.
Туберкулездың ике формаһы
Был ауырыуҙың ике формаһы бар — асыҡ һәм ябыҡ. Береһе сәләмәт кешеләр өсөн ҡурҡыныс, икенсеһенең башҡаларға зыяны юҡ.
Туберкулездың асыҡ формаһында үпкәлә йә бронхыларҙа боҙолған урын була. Ҡаҡырыҡта туберкулездың микобактериялары табыла. Асыҡ формалағы туберкулез башҡаларға йоға.
Ябыҡ формалы туберкулезда ҡаҡырыҡта микобактериялар булмай. Ауырыуҙарҙың башҡаларға бер зыяны ла юҡ. Был форма организмда йылдар буйы үҙен белгертмәй “йәшеүе” ихтимал.

Таяҡсалар һауала ғына осамы?
Үпкә туберкулезының асыҡ формаһы менән ауырыусының йүткереүе, сөскөрөүе йәки ҡаҡырыуы була, шунда уҡ һауаға туберкулездың бактериялары тарала. Сәләмәт кеше шул һауаны саҡ ҡына һулаһа ла, “таяҡсалар”ҙы эләктереүе ихтимал. Шулай уҡ ул таяҡсалар өйҙә булған йыһаздарға йәбешеп ҡалып бер нисә ай йәшәй. Шуға ла яңы йортҡа күскәндә иң беренсе таҙа итеп йыуып, дезинфекциялап сығырға кәрәк.

Ауырыу кеше менән аралаштым.
Нимә эшләргә?
Туберкулез йоҡторған кеше башта ауырыу икәнен белмәүе ихтимал. Ә үҙендә бер ниндәй симптомдарҙы тоймағас, ул ғәҙәти тормошон дауам итә. Эшенә йөрөй, дуҫтары менән осраша, башҡалар менән аралаша. Шул уҡ мәлдә ул тирә-яҡҡа инфекция таратып йөрөүен аңламай. Ул кеше менән һөйләшһәгеҙ йәки аралашыуҙан ҡасып булмаһа, һеҙҙең дә туберкулезды эләктереүегеҙ бар. Әммә ауырып китеү ҡурҡынысы 5 – 10 процент ҡына. Барыһы ла һаулығығыҙҙан тора. Иммунитеты ҡаҡша­ғандарға борсолорға кәрәк. Әгәр туберкулез менән ауырыған кеше менән аралашһағыҙ, мотлаҡ фтизиатрға күренегеҙ. Табип, анализдар алғандан һуң, инфекцияны йоҡтороуығыҙҙы йә йоҡтормауығыҙҙы әйтер.

Туберкулезды йоҡтормайым тиһәң
  Сабыйҙарға туберкулезға ҡаршы БЦЖ вакцинаһын эшләтегеҙ.
  Флюорографияны иң кәмендә йылына бер тапҡыр үтеп тороғоҙ.
  Эш һәм ял режимын теүәл үтәгеҙ.
  Ваҡытында һәм дөрөҫ туҡланығыҙ.
  Тәмәкенән, наркотиктарҙан, спиртлы эсем­лектәрҙән баш тартығыҙ.
  Спорт менән шөғөлләнегеҙ.

Өйҙә ауырыған кеше бар. Нимә эшләргә?
Туберкулез менән ауырыусы айырым бүлмәлә торһон. Әгәр улай мөмкинлек булмаһа, шаршау менән ҡапларға кәрәк. Бүлмәһендә тик еңел дезинфекцияларға, йыуырға, таҙартырға мөмкин булған әйберҙәрҙе генә ҡалдыралар. Йомшаҡ йыһазды алып ташлайҙар. Ауырыуҙың һауыт-һабаһы, башҡа-кәрәк яраҡтары айырым булырға тейеш. Ҡаҡырыҡты йыйып барырға махсус берәй һауыт булһын. Һауыт-һабаны, юрған-яҫтыҡтарҙы, әйберҙәрен ҡайнатып торорға, бүлмәне елләтергә, йыуырға, ультрафиолет менән яҡтыртырға оноторға ярамай. Һәм, әлбиттә, ғаиләнең һәр бер кешеһе гигиена талаптарын теүәл үтәргә тейеш.

Туберкулезды дауалап буламы?
Хәҙерге заманда туберкулезға ҡаршы күп кенә дарыуҙар бар. Табип кәңәштәрен теүәл үтәп барғанда, туберкулезды 6 – 8 ай эсендә тулыһынса дауалап була. Бында, әлбиттә, ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итеү, дауаланыуҙы өҙҙөрмәй алып барыу ҙур роль уйнай.
Әйткәндәй, 2000 йылдан 2019 йылға тиклем табиптар 60 миллионға яҡын кешене был ауырыуҙан ҡотҡарған.

Статистика
2020 йылда Башҡортостанда 100 мең кешегә туберкулез менән ауырыған 37,4 кеше тап килә. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда был 14,8% түбәнерәк (2019 йылда – 43,8; 2018 йылда – 39,8). Балалар араһында был күрһәткес — 4,3 тигеҙ (2019 йылда — 8,9). Үткән йылда республикала 1482 ауырыу теркәлгән. Иң күп ауырыу­сылар – Мишкә, Әлшәй, Нуриман, Иглин райондарында.

Балалар һәм туберкулез
15 йәшкә тиклемге балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә туберкулезды йыл һайын Манту ярҙамында тикшерәләр. БЦЖ вакцинаһын эшләткән балаларға был диагностика йылына бер тапҡыр үткәрелә, яһатмағандарға — йылына ике тапҡыр. Туберкулезға ҡаршы вакцинаны сабыйҙарға 3—7 көнлөк сағында яһайҙар. Тағы бер тапҡыр прививканы, ыңғай булмаған һөҙөмтәле Манту булһа, 6 – 7 йәштә эшләйҙәр. БЦЖ вакцинаһы балаларҙа туберкулездың микобактерияларына ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килтерә. Һөҙөмтәлә, вакцинанан һуң иммунитеты ныҡ булған бала бөтөнләй инфекцияны йоҡтормай йәки еңел формала үткәрә.

Туберкулез тураһында мифтар
Туберкулез менән ярлы, насар, бысраҡ йәшәгән, эскеселәр, наркомандар ғына ауырый. Был дөрөҫ түгел. Туберкулез менән ерҙәге кешеләрҙең өстән бер өлөшө яфалана. Ауырыу иммунитеттың ҡаҡшауы, даими стресс, насар туҡланыу, йыш һалҡын тейҙереү арҡаһында башланып китеүе лә бар.
Туберкулез менән ауырыған кеше йүткерһә, эргәһендәге бөтә кешеләр мотлаҡ ауырый. Был дөрөҫ түгел. Туберкулезды йоҡторор өсөн өс шарт кәрәк: ауырыған кеше менән бер бүлмәлә оҙаҡ ваҡыт булыу, һауала микобактерияларҙың күп булыуы, ҡаҡшаған һаулыҡ. Йәмәғәт транспортында йоҡтороу ихтималлығы бик түбән.
Туберкулезды халыҡ дауаһы менән дауалап була. Был да дөрөҫ түгел. Яңылышлыҡ үткән быуаттарҙан килгәндер. Сөнки ул ваҡытта дауа булмағанлыҡтан, ауырыуға үләндәрҙән сәй, саф һауа, төрлө төнәтмәләр, хайуандарҙың майын һөртөргә тәҡдим иткәндәр. Микобактериялар бик “ныҡышмалы”. Хатта заманса дарыуҙарҙы дөрөҫ һәм ваҡытында ҡулланмаһаң, улар шунда уҡ уға өйрәнеп китә, яңы штамптар барлыҡҡа килтерә. Шуға ла туберкулезды еңәм тиһәң, табип кәңәштәрен теүәл үтәп барыу мотлаҡ, ә халыҡ медицинаһы туберкулезды иҫкәртергә, иммунитетты нығытырға ярҙам итер.
Сәләмәт булайыҡ!
Сәлихә МОРТАЕВА.

Автор:
Читайте нас: