Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
4 Сентябрь 2022, 20:09

Тромбалар барлыҡҡа килмәһен өсөн нимә эшләргә?

Әммә күптәр, рационын бер аҙ үҙгәртеп, ҡиммәтле дарыуҙарһыҙ йәшәргә мөмкин булыуын күҙ алдына ла килтермәй!

Тромбалар барлыҡҡа килмәһен өсөн нимә эшләргә?
Тромбалар барлыҡҡа килмәһен өсөн нимә эшләргә?

Ҡайһы берәүҙәр ҡуйы ҡанды шыйығайтырға кәрәклеген яҡшы белә. Әммә күптәр, рационын бер аҙ үҙгәртеп, ҡиммәтле дарыуҙарһыҙ йәшәргә мөмкин булыуын күҙ алдына ла килтермәй!

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе, геморрой... Уларҙың барыһының да ниндәй уртаҡ яғы бар? Сәбәптәрҙең береһе - ҡуйы ҡан.

Тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү:

1. Күберәк һыу эсегеҙ! Кешеләрҙең 90 проценты һыуҙы бик әҙ эсә.

Һүҙ шыйыҡсалар тураһында түгел, ә тап һыу тураһында бара. Өлкән кеше көн һайын 1,5 - 2,5 литр һыу эсергә тейеш. Балаларығыҙҙы һыу эсергә өйрәтегеҙ. Тәбиғи һыу - тромбтар барлыҡҡа килеүгә ҡаршы беренсе һәм иң ҡеүәтле сара.

2. Шыйығайтыу өсөн аҙыҡ-түлек:

Зәйтүн майы, етен майы, һарымһаҡ һәм һуған; лимондар; көнбағыш; сөгөлдөр; балыҡ майы; томат, томат һуты; һоло бутҡаһы; ҡурай еләге, ҡара көртмәле, мүк еләге, ҡайын еләге, сейә, имбирь.

3. Ҡанды ҡуйыртҡан аҙыҡ-түлекте ашамағыҙ!

Ит һурпалары; колбасалар; ыҫланған ит; аҡ икмәк;

4. Түбәндәгеләрҙән баш тартырға кәрәк: тәмәке тартыу; алкоголь; күп күләмдә тоҙ; Гормональ һәм ауырға ҡалыуға ҡаршы препараттар.

5. Ҡан ҡатып ҡалмаһын өсөн саф һауала күберәк йөрөргә кәрәк!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: