Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
29 Сентябрь 2022, 09:10

Бөгөн - Отоларингоргтар көнө

Әгәр ҙә тымаулы танау, температура, йүтәл, сөскөрөү һәм башҡа билдәләр менән оҙаҡ йөрөп, ҡиммәтле ваҡытты үткәреп ебәрәһегеҙ икән, ҙурыраҡ проблемалар көтөгөҙ, тигән һүҙ. Танау эсе ҡыуышлығы менән урта ҡолаҡ мейе ҡатламына яҡын булғас, эренле синусит менән отиттар икенсел эренле менингитҡа, мейе абсцесына әүерелеүе ихтимал.

Бөгөн - Отоларингоргтар көнө
Бөгөн - Отоларингоргтар көнө

Отоларингология сирҙәре донъяла иң таралғандарҙан иҫәпләнә, ул ғына түгел, ҡолаҡ, танау, тамаҡ, боғаҙ сирҙәренә дусар булыусылар йылдан-йыл арта. Күптәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “үҙе үтер әле” тип ауырыу билдәләрен һанламаҫҡа тырыша, танауға тамырҙарҙы тарайта торған тамсылар тамыҙа ла йөрөй бирә, ә тамаҡ ауыртыуын татлы төймәләр менән дауалай. Әммә отоларингология сирҙәре менән шаярырға ярамай, үҙ белдегеңә таянып дауаланыу сирҙе уғата ҡатмарлаштырып ебәреүе бар.


Ғәҙәттә, танау, ҡолаҡ, тамаҡ-йотҡолоҡ сирҙәре ҡәҙимге вируслы инфекциянан башланып китә, организмда елһенеү башлана. Артабан уның бактериаль инфекцияға әйләнеүе (синусит йәки фарингит, мәҫәлән) ихтимал. Сирҙең бер төрҙән икенсеһенә күсеүен тик белгес кенә айыра ала.
Танауҙан аҡҡан шыйыҡсаны ла бер сир билдәһе тип әйтеп булмай: уның төрҙәре һәм хасил булыу сәбәптәре бихисап. Мәҫәлән, танауҙан һыу ағыу, сөскөрөү кеүек билдәләр аллергия булыуы ла ихтимал. Йәшкелт йәки һары төҫлө шыйыҡса – синуситҡа ишара. Аҡ төҫтәге­һе – вазомотор ринит (танау эсенең теге йәки был сәбәптәр арҡаһында тарайыуы) билдәһе.
Тымау тейгәндә тамырҙарҙы тарайтыу препараттарын биш-ете көн самаһы ғына ҡулланырға була. Әгәр ҙә был ярҙам итмәй, тын алыу ауырлашҡандан-ауырлаша, танауҙан сыҡҡан шыйыҡсаның билдәләре үҙгәрә икән, мотлаҡ табипҡа күренеү фарыз.
Белгес танауҙың лайлалы тиресәһен ҡараясаҡ, эндоскопик тикшереү үткәрәсәк. Уларҙың һөҙөмтәһе күп һорауҙарға яуап бирәсәк, аныҡ диагноз ҡуйыуға ярҙам итәсәк. Ҡайһы саҡта синусит диагнозын теүәлләү өсөн, табип рентгенография йәки компьютер томографияһы билдәләүе лә ихтимал.
Тамырҙарҙы тарайта торған препараттар менән бәғзеләр йылдар дауамында ҡуллана. Ә бит уларҙың организмға башҡа йәһәттән килтергән зыяны ҙур: йөрәккә тәьҫир итһенме, ҡан баҫымын күтәрһенме. Танау тоноуы оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған икән, табипҡа күренеү һәм ваҡытында дауалана башлау отошлораҡ. Унан тыш тамырҙарҙы тарайта торған дарыуҙар организмдың күнегеүенә килтерә. Әйтеүебеҙсә, кире йоғонтоһо булмаһын өсөн, бындай дарыуҙарҙы аҙнанан артыҡ тамыҙырға ярамай. Шулай уҡ контролдән тыш антибиотиктарҙы ла йыш ҡулланыу зарарлы – организм өйрәнә, һәм сирҙе дауалау ауырайғандан-ауырая.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында киң ҡулла­нылған диңгеҙ һыуы менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Ғәҙәттә, ул танау эсен йыуҙыртыу өсөн файҙаланыла. Бигерәк тә ул балалар өсөн хәүефле. Бәләкәстәрҙең анатомик үҙенсәлеге шунда: ишетеү торбаһы (урта ҡолаҡты йотҡо­лоҡтоң танау өлөшө ҡыуышлығы менән тоташтырыусы һөйәк-кимерсәк канал) ҡыҫҡа йәки киң була. Ҡайһы саҡта препараттың танау аша ошо юлға эләгеп, эренле отит барлыҡҡа килтереүе бар. Шулай итеп, танауға ҡул аҫтындағы барлыҡ дарыуҙарҙы ла ҡойорға ярамай.
Әгәр ҙә тымаулы танау, температура, йүтәл, сөскөрөү һәм башҡа билдәләр менән оҙаҡ йөрөп, ҡиммәтле ваҡытты үткәреп ебәрәһегеҙ икән, ҙурыраҡ проблемалар көтөгөҙ, тигән һүҙ. Танау эсе ҡыуышлығы менән урта ҡолаҡ мейе ҡатламына яҡын булғас, эренле синусит менән отиттар икенсел эренле менингитҡа, мейе абсцесына әүерелеүе ихтимал. Был осраҡта кешенең ғүмеренә туранан-тура хәүеф янай, хатта табиптар заман талаптарына ярашлы ярҙам күрһәткән осраҡта ла.
Халыҡ медицинаһына ла артыҡ ышанып китмәгеҙ. Организмда барыһы ла уйланылған: унда һаҡланыу, үҙ-үҙен регуляциялау процестары эшләй. Мәҫәлән, кешенең танау ҡыуышлығы керпекле эпителий менән ҡапланған. Улар хәрәкәт итә, танауҙағы шыйыҡсаны ла хәрәкәткә килтерә, шулай таҙартыу процесы бара.
Әгәр танауға төрлө халыҡ сараларын күпләп тамыҙһаң, химик бешеү, елһенеү булдырыу мөмкин. Шуға күрә танауға һарымһаҡ тығырға, һуған еҫкәргә кәрәкмәй – организмда барыһы ла контролдә, уйланылған. Иң яҡшыһы – иҫкәртеү сараларын күреү. Әгәр ҙә тотороҡло эш ритмында өҙлөкмәй генә тир түкһәгеҙ, сәләмәт тормош алып барһағыҙ, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, яҡшы туҡланһағыҙ, мунсаға йөрөһәгеҙ, тирә-йүндәге кешеләр һәм үҙегеҙ менән риза булып йәшәһәгеҙ, барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанғы килә.

 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: