Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
26 Ноябрь 2022, 13:00

Ниңә ҡайнар сәй эстем икән?

Һөҙөмтәлә үңәстең тышҡы факторҙарҙан һаҡланыу функцияһы насарлана.

Ниңә ҡайнар сәй эстем икән?
Ниңә ҡайнар сәй эстем икән?
Үңәс тирәһе ауыртыуға зарланған Маратта табиптар яман шеш барлығын асыҡланы. Ирҙең ҡайнар сәй эсергә әүәҫлеге менән аңлатты улар бының сәбәбен.
Ысынлап та, онкологтар эҫе сәй, ризыҡ боғаҙ, үңәстә яман шеш ҡурҡынысын ике тапҡыр арттырыуы тураһында киҫәтә. Ауырыуҙың был төрө айырыуса Азия илдәрендә таралыуы мәғлүм. Шуға ла табиптар уны “үңәс рагы поясы” тип тә йөрөтә. Быға тап ҡайнар сәй, ризыҡ яратыу сәбәпсе.
Ҡайнар сәй үңәстең лайлалы тышсаһын бешерә, ялҡынһыныуға килтерә. Һөҙөмтәлә үңәстең тышҡы факторҙарҙан һаҡланыу функцияһы насарлана. Ғалимдар 50 градустан ҡайнарыраҡ сәй эсмәҫкә кәңәш итә.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: