Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
10 Декабрь 2022, 11:43

Иң ҡурҡыныс май

Берәүҙәр, был продукт организмда иремәй, йөрәк ауырыуҙарына килтерә, үтә ныҡ зыянлы, тиһә, икенселәр, пальма майы яман шешкә ҡаршы көрәшә, тиҙәр. Кемгә ышанырға һуң?

Иң ҡурҡыныс май
Иң ҡурҡыныс май

Сабыйҙар өсөн әҙер­ләнгән һөттәргә лә һәм, шул уҡ ваҡытта, һабынға ла ҡушылған пальма майы бик күп һорауҙар тыуҙыра. Берәүҙәр, был продукт организмда иремәй, йөрәк ауырыуҙарына килтерә, үтә ныҡ зыянлы, тиһә, икенселәр, пальма майы яман шешкә ҡаршы көрәшә, тиҙәр.
Кемгә ышанырға һуң?

Пальма майы Elaeis guineensis исемле үҫемлектән — майлы пальманың емешенән — алына. Был пальмалар эҫе климатлы илдәрҙә үҫә. Бөгөнгө көндә продукттың 80 проценты Малайзиянан һәм Индонезиянан сығарыла.
Пальма майын аҙыҡ-түлек етештереүҙә күпләп ҡулланалар. Бисквиттарға, вафляға, кәнфиттәргә, торттарға мотлаҡ уны ҡушалар. Ярым фабрикаттар пальма майында ҡыҙҙырыла. Ул сыр, эремсек һәм башҡа һөт продукттарының, маргариндың составына инә. Косметологияла пальма майынан бит-ҡулға кремдар, һабын, косметика эшләйҙәр.
Хәҙерге заманда пальма майы ҡулланылмай етештерелгән әйберҙәрҙе иҫәпләп сығыуы хатта еңелерәк тә булыр. Рәсәйгә ингән пальма майының яҡынса 25 процентын фастфудҡа, чипсыларға, тиҙ бешерә торған ризыҡтарға тотонһалар, яҡынса 30 проценты кондитер сәнәғәтенә китә.
Етештереүселәр, ысынлап та, был майҙы бик шатланып тотона. Бының сәбәбе — арзан хаҡы. Йыл әйләнәһенә майлы пальма дүрт тапҡыр емеш бирә. Етмәһә, ул тиҙ боҙолоп бармай, оҙаҡ һаҡлана.
Пальма майын донъяның иң ҙур компаниялары һатып ала. Йылына улар миллионлаған тонна сарыф итә.
Пальма майының кеше организмы өсөн файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, уның составында көслө антиоксидант — каротиноид бар. Каротиноид тирегә һәм сәстәргә ыңғай йоғонто яһай. Пальма майы Е витаминына бик бай. Был витамин яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килтергән ирекле радикалдар менән көрәшә. Шулай уҡ пальма майында глицеридтар күп. Глицеридтар башҡа майҙарҙы насар эшкәрткән кешеләргә файҙалы. Тағы ла уның составында олеин һәм линоль кислоталары бар. Улар ҡандағы холестерин кимәлен түбәнәйтә, һөйәктәргә, быуындарға һәм тирегә файҙалы. А витамины күҙҙәргә, күреү һәләтенә ыңғай йоғонто яһай.
Улай файҙалы булғас, ниңә күп кенә бәхәстәр тыуа?
Пальма майының сифаттары, файҙаһы йә зыяны уның төрөнә ҡарап билдәләнә.
Иң файҙалы тип таҙартылмаған ҡыҙыл төҫтәге пальма майы иҫәпләнә. Ул хуш еҫле, шәкәрле, тәмле була. Үрҙә иҫәпләп кителгән витаминдар, файҙалы кислоталар тап ошо төрҙөң составына инә.
Ә таҙартылған пальма майы төҫһөҙ һәм тәмһеҙ. Эшкәртеү барышында ҡыҙыл пальма майы күп кенә файҙалы элементтарын юғалта. Шуға таҙартылған пальма майының файҙаһы күпкә әҙерәк. Был төрҙө инде аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡулланалар.
Пальма майының өсөнсө төрө лә бар. Уны ентекләп таҙартмайҙар, шуға ла зыяны күберәк. Был пальма майының хаҡы ҡалған төрҙәргә ҡарағанда 5 тапҡырға арзаныраҡ. Уны косметика, һабын, шәмдәр һәм башҡа әйберҙәр етештергәндә ҡулланалар. Намыҫтары булмаған ҡайһы бер етештереүселәр аҙыҡ-түлек эшләгәндә ошо төр пальма майын ҡулланыуы ихтимал. Ә бындай продукт яман шеш барлыҡҡа килтерә, холестерин кимәлен арттыра.
Пальма майының зыяны тураһында ошонан сығып һөйләйҙәр.
Ни өсөн пальма майын сабыйҙарҙың һөтөнә ҡушалар?
Сабыйҙар өсөн ҡоро һөттө составы буйынса әсә һөтөнә оҡшатып эшләргә тырышалар. Күкрәк һөтө күп кенә кислоталарҙан, шул иҫәптән, пальмитин кислотаһынан тора. Был кислота тап пальма майында бар. Әммә күкрәк һөтөндәге һәм пальма майындағы пальмитин кислотаһы бер аҙ май молекулаларының урынлашыуы буйынса айырыла. Ҡоро һөттәге пальмитин кислотаһы организмға килеп эләккәс, кальций менән “бәйләнеп”, эремәй торған матдә барлыҡҡа килтерә. Шуға ла ҡоро һөт эскән сабыйҙарҙың йыш эсе ҡата, организмдары файҙалы майҙарҙы һәм кальцийҙы юғалта. Әммә бөгөнгө көндә пальма майынан алынған пальмитин кислотаһындағы молекулаларҙың урынлашыуы яһалма үҙгәртелә. Был продукт бета-пальмитат исемен алған. Һөҙөмтәлә, пальмитин кислотаһы кальцийға ла “теймәй”, үҙе лә тейешле эшкәртелә.
Пальма майы тураһында төрлө мифтар йөрөй. Мәҫәлән, ул ашҡаҙанда пластилин һымаҡ булып ҡала, эшкәртелмәй тип яҙыусылар бар. Йәнәһе пальма майының иреү температураһы тән температураһынан юғары, шуға ла май организмда ҡалып, ҡан тамырҙарына йәбешә, тиҙәр. Әммә ашҡаҙан аҙыҡ-түлектең иреү температураһына ҡарамай, бөтә нәмәне эшкәртә. Бында уға тән йылылығы түгел, ә ферменттары ярҙам итә. Шуға ла пальма майы организмға эләккән башҡа аҙыҡ-түлек кеүек үк эшкәртелә. Икенсе киң таралған миф — пальма майы иң ҡурҡыныс май. Улай тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Теләһә ниндәй башҡа май ҙа, йыш һәм күп итеп ашаһаң, һаулыҡҡа зыянлы була. Ә насар эфирҙар 200 градустан артыҡ йылытҡанда башҡа майҙарҙа ла бүленә. Мәҫәлән, был төркөмгә һарыҡ, һыйыр һәм сусҡа ите лә инә. Өсөнсө миф — пальма майы ҡайһы бер илдәрҙә тыйылған. Был да дөрөҫ түгел. Киреһенсә, йылдан-йыл пальма майын ҡулланыу күләме артҡандан-арта бара. Дүртенсе миф — пальма майын нефть продукттарын ташыған цистерналарҙа ташыйҙар. Был да уйлап сығарылған мәғлүмәт. Пальма майы туҡланыу продукты талаптарына тап килергә тейеш һәм аҙыҡ-түлек кеүек бер илдән икенсеһенә ташыла. Әгәр ошо талаптар үтәлмәһә, был партия илдә ҡулланыуға тыйыла. Бишенсе киң таралған мәғлүмәт — пальма майы тәбиғәткә зыян килтерә. Быныһы, үкенескә күрә, дөрөҫ. Майлы пальмаларҙы үҫтерер өсөн урмандар ҡырҡыла, ерҙәр ҡоротола.
Ни өсөн башҡа үҫемлек майы, мәҫәлән, көнбағыштыҡы тураһында ул тиклем күп мифтар йөрөмәй? Сөнки пальма майы үҫемлек майы булһа ла, сифаттары буйынса хайуан майына оҡшаш. Уны ашарғамы, ашамаҫҡамы тигән һорау тыуа. Сама белеп кенә! Сөнки пальма майын дөрөҫ туҡланыуҙан алыҫ торған ризыҡтарға ҡушалар — туңдырма, торттар, кәнфиттәр, шоколадтар, фастфуд... Быларҙы инде артығынан тыш ашаһаң, билдәле, һимерәһең дә, холестерин да арта, йөрәккә лә зыяны һиҙелә. Арзан хаҡлы ризыҡтар алғанда иғтибарлы булыр кәрәк, сөнки уның составында насар таҙартылған, шуға ла күпкә зыянлыраҡ, пальма майы булыуы ихтимал. Хаҡ артынан ҡыумағыҙ!
Пальма майынан эшләнгән ризыҡты нисек айырырға?
Тәү сиратта, пальма майы ҡушылған ризыҡты этикеткаһындағы яҙыу буйынса айырырға була. Аҙыҡ-түлек этикеткаларында пальма майы түбәндәгесә билдәләнә: «пальмовое масло», «растительное масло», «пальмовый олеин», «пальмовый стеарин», «стеариновая кислота», «кондитерский жир», «растительный заменитель жира».
Сифатлы сыр алам тиһәгеҙ, шулай уҡ этикеткала нимә яҙылғанын иғтибар менән ҡарағыҙ. “Сыр” тип тик һөттән эшләнелгән ризыҡ атала ала. Сыр продукты тип яҙылған икән, ул үҫемлек майынан эшләнгән ризыҡ. “СЗМЖ” тип маркировка ҡуйылған сыр — һөт майын алмаштырыусылар, шул иҫәптән, пальма майы ярҙамында эшләнгән. Ә бына “БЗМЖ” тип билдәләнгән сырҙа пальма майы юҡ.

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: