Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
14 Декабрь 2022, 20:30

Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Организмда гемоглобин төшөүен түбәндәге билдәләр аша ла белеп була.

Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Организмда гемоглобин төшөүен түбәндәге билдәләр аша ла белеп була. Мәҫәлән, тире ҡороуы, сәс һәм тырнаҡтарҙың һыныусанлығы, хәлһеҙлек, һауа етмәүе гемоглобин түбән булыуын күрһәтә. Ҡанда гемоглобинды күтәреү өсөн ниндә ризыҡтар ярҙамға килә һуң?
 
Гранат - кальций, тимер, аҡһым һәм магний сығанағы булып тора. Был емеш анемия ваҡытында файҙалы. Уның һутын көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 20-30 минут алда ярты стакан эсәләр. Гранат һуты ашҡаҙанйәрәхәте, гастрит, панкреатит, эс кибеү ауыруы булған кешеләр өсөн зарарлы.
 
Цитруслы емешләрҙе С витамины сығанағы тип кенә беләбеҙ, ә уның гемоглобинды күтәреү өсөн файҙаһы ла ҙур.
 
Тимергә бай ризыҡтар араһына хәлеүә лә керә. Витаминдарға бай булған был татлы ризыҡ айырыуса Иранда бик популяр. Хәлеүәне ауырлы ҡатындарға ла ашарға кәңәш ителә.
 
Диңгеҙ кәбеҫтәһе составында ла тимер бар, ул организм тарафынан еңел үҙләштерелә. Ҡандағы гемоглобин кимәлен күтәреү өсөн уны көнөнә бер нисә ҡалаҡ ашау ҙа етә. Финик емешендә лә тимер етәрлек, уны ашау ҙа ғүмерҙе оҙайта. Уны һайлағанда ялтырап торғанына ҡыҙыҡмағыҙ, ундайҙары киптерер алдынан шәкәрле сиропта тотолған була.
 
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-131233848_18916
Автор:
Читайте нас: