Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
19 Ғинуар 2023, 15:12

Иң файҙалы үҫемлек — шпинат

Уның бай составы организмға яҡшы йоғонто яһай.

Иң файҙалы үҫемлек — шпинат
Иң файҙалы үҫемлек — шпинат

Сей шпинат иң файҙалы үҫемлектәр исемлегендә беренсе урынды биләй. Уның бай составы организмға яҡшы йоғонто яһай.

Шулай итеп, шпинат:

 ҡан баҫымын көйләй;

 күҙҙәрҙең сәләмәтлеген нығыта;

 гемоглобин кимәлен нормаға килтерә;

 еңелсә һейҙек ҡыуҙырғыс йоғонтоһо бар, шуға ла шешенеүҙе бөтөрә;

 иммунитетты нығыта;

 организмдан шлактарҙы һәм токсиндарҙы сығара;

 һуты теш итенең, ауыҙ эсенең боҙолоп китеүенән һаҡлай;

 холестеринды кәметә, шуның менән инсультты, инфаркты иҫкәртә;

 составында күп булған аминокислоталар мускулдарҙы нығытырға ярҙам итә;

 составында булған Омега-3 ирҙәрҙең потенцияһына яҡшы йоғонто яһай, ә цинк тестостеронды күбәйтә;

 косметологияла ла ҡулланыла: унан эшләнгән битлектәр ваҡ йыйырсыҡтарҙы тигеҙләй, һытҡыларҙы кәметә, сәс һәм тырнаҡтарҙы нығыта;
 метаболизмды шәбәйтеп, ябығырға ярҙам итә.

Шулай ҙа!

Шпинатта ҡуҙғалаҡ кислотаһы бар. Шуға ла ревматизм, подагра, ашҡаҙан-эсәк тракты, үт ташы һәм һейҙек ташы ауырыуҙары менән яфаланғандарға уны ашамау яҡшыраҡ. Бәләкәй балаларға ла шпинат тыйылған, сөнки ул ауыр эшкәртелә. Шулай уҡ был үҫемлекте ҡайһы бер дарыуҙар менән бергә ҡулланырға кәңәш ителмәй.

Нисек һаҡларға?

Шпинатты һатып алғас та, 12 сәғәт эсендә ҡулланыу — иң яҡшыһы. Туңдырғыста 3 тәүлектән артыҡ һаҡларға ярамай.

Нисек ашарға?

Шпинатты сей килеш тә, бешкән көйө лә ашарға мөмкин. Сей көйөнсә салаттар, смузи яһарға була. Унан аштар, бәлештәр, рагу, пицца һәм күп төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Бешергәндә уны иң аҙаҡ ҡушһаң, файҙалы элементтары күберәк һаҡланып ҡаласаҡ.

Айгөл Сәләхова әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: