Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
16 Февраль 2023, 21:31

Кемгә мунса инергә ярамай?

Мунсаға барыр алдынан табиптарға күренер кәрәк тиһәм, ғүмер буйы өсәр тапҡыр сабынып, аҙна һайын мунса ингән ауыл кешеләре рәхәтләнеп көлөр ине, моғайын. Шулай ҙа һаҡ­лан­ғанды Хоҙай үҙе һаҡлар тигәндәй, кемдәргә мунсаны һаҡ төшөргә кәрәк икәнен, кемдәргә бөтөнләй тыйылғанын белеү зарар итмәҫ.

Кемгә мунса  инергә ярамай?
Кемгә мунса инергә ярамай?

Мунсаның шифаһы күптән билдәле. Унда тән температураһы 38 – 39 градусҡа тиклем күтәрелә. Һөҙөмтәлә матдәләр алмашыныуы көсәйә. Күпләп тир бүленеп сығыуы организмды шлактарҙан таҙарта, бөйөр эшмәкәрлеген еңеләйтә. Тире үлгән күҙәнәктәрҙән ҡотола, ә тән туҡымаһы әүҙемерәк кислород йота башлай. Ҡан әйләнеше лә яҡшыра, сөнки юғары температура арҡаһында тире капиллярҙары ҡан менән тула һәм эске ағзаларҙа ҡан йөрөшө тығыны булмай.
Миндектең дә файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, ҡайын миндеге мускулдар һәм быуын һыҙлауын баҫа, тын юлдарына, тамаҡҡа шифа килтерә. Имән миндеге тиреләге артыҡ майҙы бөтөрөүгә булыша, биттәге һытҡыларҙы юҡҡа сығара, аяғы тирләүсән кешеләргә лә ныҡ килешә. Йүкә миндеге баш ауыртыуын дауалаһа, ылыҫлы ағас ботаҡтары ҡушылған миндектәр ҡан әйләнешен шәбәйтә, тын алыуҙы иркенәйтә.

Шулай ҙа мунсаға барыуҙың да бер нисә ҡағиҙәһе бар.
1. Ас та, тулы ашҡаҙан менән дә мунсаға барырыға ярамай. Иң яҡшыһы — еңел генә ҡапҡылап алырға.
2. Мунсаға ингәс тә, һабынһыҙ йылы һыу менән сайынып, таҫтамал менән һөртөнөгөҙ: яҡшыраҡ тирләрһегеҙ.
3. Эҫе теймәһен тиһәгеҙ, сабынғанда, сәсте ҡоро ҡалдырып, баш кейеме кейегеҙ.
4. Ял иткәндә күберәк һыу эсегеҙ, сөнки организм 1,5 литр һыуын юғалта.
5. Мунсала алкоголь эсмәгеҙ. Спирт ҡан баҫымын күтәрә, организмға өҫтәмә ауырлыҡ тыуҙыра. Был осраҡта баҫым инсультҡа алып килеүе ихтимал.
6. Эләүкәлә иң дөрөҫ торош – горизонталь. Был осраҡта быу тән буйлап тигеҙ тарала, мускулдар яҡшы йомшара.
7. Ҡыҙған таштарға төрлө үләндәр йәки шыршы энәләре төнәтмәһе һибергә була. Кеүәҫ һипһәгеҙ, мунсаға яңы бешкән икмәк еҫе таралыр. Һыуыҡ һыуҙан быу ауырая һәм еүешләнә, тын алыуы ауырлаша.

Әммә мунса бөтә кешеләргә лә бер тигеҙ файҙалы түгел. Ҡайһы бер осраҡта мунсаға бармау хәйерлерәк.

1. Һалҡын тейгәндә, мунса һауығырға ярҙам итмәй. Киреһенсә, юғары температурала инфекция организм буйлап шәберәк тара­ласаҡ. Тән температураһы саҡ ҡына күтәрелһә лә, бармағыҙ.
2. Юғары температура арҡаһында үт һәм һейҙек ташы ауырыуҙары менән яфала­нған­дар­ҙың таштары күсеүе бар.
3. Онкология менән ауырыусыларға мунса ҡәтғи тыйыла.
4. Юғары артериаль ҡан баҫымы бул­ған­дар­ҙың йөрәгенә дымлы һауа зыянлы.
5. Варикоз менән ыҙалағандарға һаҡ булыр кәрәк. Юғары температура һәм дымлы һауа ҡандың ойоу ҡурҡынысын арттыра.
6. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәүеф аҫтында: юғары температура бала төшөүгә алып килеүе бар.
7. Операциянан һуң, тәндә тәрән яралар булһа, мунса ҡәтғи тыйыла. Юғары температура яраның боҙолоп китеүенә булышлыҡ итеүе мөмкин.


Айгөл Сәләхова.

Автор:
Читайте нас: