“Рәсәйҙең сифат системаһы” белгестәре “доктор”колбасаһын 70 төрлө сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе буйынса тикшергән.
Тикшереү өсөн илдең 21 төбәгендәге 40 етештереүсенән колбаса алынған булған.
Һөҙөмтәлә нимә асыҡланған? Бер колбасала — антибиотиктың күп булыуы, тағын 16 танылған маркала антибиотиктың әҙ күләмдә булһа ла күренеүе асыҡланған. Ризыҡтың составы тышындағы яҙыуына тура килмәгән осраҡтар ҙа булған. Ике марка сауҙа продукцияһында тауыҡ ите табыла. ГОСТ буйынса ундай колбасаға тауыҡ ите бөтөнләй ҡушылырға тейеш түгел. Ул һыйыр һәм сусҡа итенән яһалған фарштан эшләнә.
Шатлыҡлы хәбәр ҙә бар: “доктор” колбасаһында ауыр металдар, ген-модификацияланған ингредиенттар, радионуклидлар табылмаған. Тимәк, бындай колбасаны ҡурҡмайса ашарға ла була.