Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
1 Апрель 2023, 20:00

Тәбиғәт бында үҙе дауалай

«Ҡаланың шау-шыуынан, туҡтауһыҙ хәрәкәтенән тамам арып, эшемдән ялҡып, инде йоҡонан да яҙа башлағанымда “Танып”ҡа барып эләктем...

Тәбиғәт бында үҙе дауалай
Тәбиғәт бында үҙе дауалай


«Ҡаланың шау-шыуынан, туҡтауһыҙ хәрәкәтенән тамам арып, эшемдән ялҡып, инде йоҡонан да яҙа башлағанымда “Танып”ҡа барып эләктем... Һәм, әйтерһең, яңынан тыуҙым! Иҫ китмәле тәбиғәт, саф һауа, файҙалы процедуралар, шифалы сәй мине яңынан сафҡа баҫтырҙы. Рәхәтләнеп ял иттем”, – тип яҙа Асҡын районында урынлашҡан “Танып” шифаханаһы тураһында Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ. Дөрөҫ, тәбиғәт кешене үҙ асылына ҡайтара, күңеленә рәхәт, тәненә сихәт бирә. “Танып” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы аңлап, кешеләрҙе дауалауҙа тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы төп сара итеп алған.
“Танып” шифаханаһы 2005 йылда асыла. Ул бөгөн республика һәм ил кимәлендә яҡшылар исемлегендә. Йыл да үткән “Здравница” Бөтә Рәсәй форумдарында “Танып”, асылғанынан башлап, төрлө номинацияларҙа 3 көмөш, 30 алтын миҙал менән бүләкләнеүе ошоно иҫбатлай. Һуңғы тапҡыр, мәҫәлән, “Комплекслы сәләмәтләндереү буйынса иң яҡшы шифахана” номинацияһында алтын миҙалға лайыҡ булды. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй һәм бер юлы 300-ҙән ашыу ял итеүсене ҡабул итергә әҙер.
Һауыҡтырыу комплексы бер нисә корпустан тора. Бөтә корпустар ҙа бер-береһе менән тоташтырылған, үткәүелдәр йылы һәм яҡты булыуы менән уңайлы.

БОРОНДАН ШИФАЛЫ ҺЫУҘАРЫ
МЕНӘН БИЛДӘЛЕ

Тирә-яҡта урман, эргәлә Толғоҙ һәм Көтмәҫ йылғалары аға. Ҙур һәм киң биләмәле шифаханала тын алыуы ла иркенерәк һымаҡ. “Танып” шифаханаһы урынлашҡан ер борондан үҙенең шифалы һыуҙары менән билдәле.
Башҡортостандың төньяғында күп ауырыуҙарға сихәте тейгән шишмә бар, тип һөйләгәндәр элек. Халыҡ телендә “Изге шишмә” тип исем бирелгән ошо сығанаҡ тураһында күп кенә легендалар бар. XVIII быуатта бер кеше, Мәккәгә хаж ҡылып, ҡайтып барған була. Әммә юлда ул ҡаты сирләп китә һәм үлеп ҡала. Урындағы халыҡ хажиҙы хөрмәтләп ерләй. Ерләгәндең икенсе көнөнә ҡәберҙән алыҫ түгел урында ер аҫтынан шишмә атылып килеп сыға. Халыҡ был һыуҙы шифалы тип таба һәм дауаланыуҙа ҡуллана башлай. Шифалы шишмәнең даны тиҙ тарала. Уның һыуы менән йыуынған һуҡырҙарҙың күҙе күрә башлай, яуҙа яраланған батырҙың яралары уңала, һыуын эскән кешеләр оҙаҡ йәшлеген һаҡлай, олоғайғас та һау-сәләмәт булып йәшәүҙәрен дауам итә, тип халыҡ һөйләй.
— Шифахананың төп үҙенсәлеге Ҡаҙансы минераль һыу сығанағында, — ти директоры Ҡашшаф Ямалетдинов — “Изге шишмә” тип атап йөрөтөлгән минераль һыуҙың химик составы Чехиялағы Карловы Вары термаль һыу сығанағы һәм Сочиҙағы 1-се Мацеста һыуына оҡшаш. Әллә ҡайҙа барып, күп аҡса сарыф иткәнсә, үҙебеҙҙә генә дауаланырға була, тимәк. Минераль һыу гастрит, панкреатит, ашҡаҙан сей яраһы, диабет, һимереү, бауыр һәм һейҙек юлдары ауырыуҙары менән яфаланғандарға ярҙам итә.

ПРОЦЕДУРАЛАРҘЫҢ ТӨРЛӨЛӨГӨ ҠЫУАНДЫРА

Шифаханаға һөйәк-мускул системаһы, йөрәк һәм ҡан тамырҙары, тире ауырыуҙары, нервы системаһы, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик, ашҡаҙан, тире ауырыуҙары менән ыҙалағандар һаулығын нығытырға килә. Тәжрибәле белгестәр һәр сирҙе дауалауға үҙенсәлекле юл әҙерләгән. Күп кенә ял итеүселәр шифаханалағы процедураларҙың төрлөлөгөн билдәләйҙәр. Уларҙың күбеһе путевка хаҡына инә, ә бит ҡайһы бер шифаханаларҙа йыш өҫтәмә сығымдар талап ителә, тип ҡыуана улар.
“Танып” – бальнеологик шифахана. Шуға ла процедураларҙа шифалы һыулы ванналар киң ҡулланыла. Көкөртлө водород иондарына бай минераль һыу менән дауалайҙар, мәҫәлән. Бындай ванналар таяныу-хәрәкәт, йөрәк һәм ҡан тамырҙары, нервы системалары, гинекологик һәм урологик, тире ауырыуҙарын дауалайҙар.
Шифахана биләмәһендә тағы ла “Йәшлек” сәләмәтләндереү комплексы эшләп килә. Унда төрлө шифалы ванналар, мунса бар, массаж курстары алырға була.
Хәҙерге заманда медицина көндән-көн үҫеп, дауалауҙың, диагностиканың яңы алымдрын асалар. Әммә пелоидотерапия — ләм менән дауаланыу бөгөнгәсә файҙалы тип иҫәпләнеп килә. Был процедураны шулай уҡ “Танып”та үтергә була. Быуындар, умыртҡа бағанаһы, нервы системаһы, сәс һәм тире, тын юлы, ашҡаҙан ауырыуҙары, операциянан һуңғы хәл — ләм һәм балсыҡ менән дауаланыуға күрһәткес. Ләм тағы ла бөйөр, урологик һәм гинекологик ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланыла.
“Танып” шифаханаһында пелоидотерапия 2018 йылда асыла. Ләмде Ҡырымдағы Сак күленән алып киләләр. Бындай ванналар матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмды таҙарта, ләмдең һәм балсыҡтың составында булған микро- һәм макроэлементтар менән байыта.
Дөрөҫ туҡланыу ҙа кеше һаулығына ҙур йоғонто яһай. Шифаханала менюҙы тәжрибәле диетолог төҙөй. Ял итеүселәргә бында “швед өҫтәле” йәки “заказ буйынса меню” ярҙамында дүрт тапҡыр ашатыу ҡаралған. Ял итеүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, балыҡ, ит, вегетариан ризыҡтары тәҡдим ителә. Әйткәндәй, һөт аҙыҡтарын шифахананың үҙендә етештерәләр.
Иң талапсан ял итеүсе лә “Танып”та күңеле теләгән шөғөл таба ала. Һәр кеше бында тышҡа, күкрәк тултырып һауа һуларға, ҡоштар һайрауын тыңларға, ҡояш нурҙарында ҡыҙынырға ашыға. Процедураларҙан буш ваҡыттарын саф һауала үткәрергә теләүселәргә шифахана бөтә уңайлыҡтар булдырған. Йәйгеһен роликтарҙа, велосипедтарҙа, хатта атта йөрөргә була. Ҡыш көндәре өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бит алмалары ҡыҙарғансы саңғы шыуалар, конькиҙа йөрөйҙәр. Тәбиғәт һөйөүселәр өсөн шифахананың “тере мөйөшө” лә бар.
Шифаханала көн һайын төрлө күңелле саралар ойошторола. Бейеүҙәр, уйындар, байрамдар, осрашыуҙар, конкурстар һәм викториналар, концерттар үтә. Асҡын районының иҫтәлекле урындары менән таныштырыу маҡсатында экскурсиялар ойошторола.

“БЫЛ БИТ ҮҘЕНӘ КҮРӘ КҮҢЕЛГӘ ДАУА”

Хеҙмәткәрҙәрҙең йылы мөнәсәбәте айырым һүҙҙәргә лайыҡ. Һәр береһе ипле, әҙәпле, һорауҙарға тулы яуап бирәләр, ярҙам итәләр, йылмайып ҡаршы алалар, йылмайып оҙаталар. Был бит үҙенә күрә күңелгә дауа!
Кашшаф Ямалетдинов етәкләгән шифахана коллективы бар күңел йылыһын биреп эшләй. Үҙ һөнәрен яратҡан, ихлас йөрәкле, йылы һүҙле, яҡты йөҙлө һәм, иң мөһиме, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр һәр бер ял итеүсене ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡаршы ала.

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: