Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
23 Апрель 2023, 11:08

Күҙ тейеү

Беҙ ҡурҡтыҡ, беҙҙән яман әсәйем ҡурҡты, буғай. Бер аҙ ыуып-һыпырғас, ҡустым саҡ тын алып китте.

Күҙ тейеү
Күҙ тейеү
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА
- Уф, үҙ күҙҙәрем үҙемә тейә лә ҡуя, кисә генә быйыл аяғым һыҙламай әле тип йөрөһәм, иртән иртүк аяғымды саҡ-саҡ ҡыбырлатып атлап киттем, шуға һеҙҙе ҡаршы сығып та ала алманым, тағын өшкөрөлөп алмай булмаҫ, - тип ҡаршы алды беҙҙе 40 йылдар самаһы һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан инәйем.
- Һе, егерме беренсе быуатта ла кеше күҙ тейеүгә ышанып ултырыр икән, - апайымдың яуабы инәйемә ишеттермәҫлек кенә булды.
Кеше хәлен кеше белмәй үҙ башына төшмәһә, тиҙәрме әле, күҙ тейеүгә апайым ғына түгел, күптәр ышанмайҙыр ҙа ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы күҙ тейеү бар шул, был хаҡта дини китаптарҙа ла телгә алынған.
...Минән апаруҡ кесе ҡустым бәпес сағында ап-аҡ ҡына йөҙлө, беребеҙгә лә хас булмағанса аҡһыл һары сәсле, йәшкелт зәңгәр күҙле булды. Һөйкөмлө сабыйға өйгә килгән һәр береһе һоҡланып, тотоп яратырға тырыша торғайны.
Бер заман күҙе ҡаты тип “дан” алған Маня исемле мәрйә килеп инмәһенме! Әсәйем менән тел һындыра-һындыра берсә башҡортса, берсә урыҫса гәп һата-һата сәй эскән арала ҡустыма һоҡланып, нимәлер әйтә һалды, сығып киткән сағында башынан һыйпап, тупылдатып яратты. Ни ғәләмәт, ул сығып киткәс күп тә үтмәне, һин дә мин уйнап йөрөгән бала, күм-күк булып, артына ауҙы.
Беҙ ҡурҡтыҡ, беҙҙән яман әсәйем ҡурҡты, буғай. Бер аҙ ыуып-һыпырғас, ҡустым саҡ тын алып китте. Атайым эштән ҡайтыу менән, еккән атты ла туғарып тормай, ҡустымды Хәнифә инәйгә өшкөрөргә алып киттеләр.
- Уй, был балаға ҡалай ҡаты күҙле кешенең һоғо тейгән, - тип бик оҙаҡ өшкөргән инәй, аҙаҡ бетеү яҙып биргән. Ҡустым башҡаса беҙҙе ҡурҡытманы, әсәйем эш хаҡы алыу менән бик матур күлдәклек тауар алып барып, теге инәйҙе ризалатты.
Атайым да, әсәйем дә теге Маня әбейгә “килмә, йөрөмә” тип әйтергә тәким ҡыйманы... Бер килеүендә яңы тыуған һарыҡ бәрәсенә һоҡланды бит әй был мәрйә. Һин лдә мин йөрөгән бәрәс, ышанаһығыҙмы-юҡмы, бер-ике көн дә үтмәне, күҙ алдында ятып үлде.
Бынан һуң танышы килеү инеү менән әсәй беҙҙе йәһәтләп йә икенсе яҡҡа, йә тышҡа сығарып ебәрә һалыр булды.
...Ҡаты күҙле Маня әбей иҫәнмелер-юҡмылыр, байтаҡ йылдар күргән-ишеткән юҡ инде. Ә бына күҙ тейеүҙе үҙемә лә татырға тура килде. Тик быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих...

Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-photo/baby-girl-crying-and-rubbing-her-eyes_18060497.htm#query=%D1%80%D0%B5%D0%B1%D0%B5%D0%BD%D0%BE%D0%BA%20%D1%81%D0%B3%D0%BB%D0%B0%D0%B7%D0%B8%D0%BB%D0%B8&position=26&from_view=search&track=ais">Изображение от rawpixel.com</a> на Freepik

Автор:
Читайте нас: