Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күркәм булып ҡартайыу серҙәре

Ҡартайыуҙан да ҡурҡмай, һәр йәштә лә үҙҙәрен уңайлы, уңышлы итеп тоя.

Күркәм булып ҡартайыу серҙәре
Күркәм булып ҡартайыу серҙәре
Францияла илле йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың матур, ҡупшы булып ҡалыуы һоҡландыра. Улар ҡыҫҡа итәк кейергә лә тартынмай. Ҡартайыуҙан да ҡурҡмай, һәр йәштә лә үҙҙәрен уңайлы, уңышлы итеп тоя. Һеҙҙең иғтибарға Ребекка Плантьерҙың «Матур ҡартайыу һабаҡтары: француз ҡатын-ҡыҙҙарының сере» тигән китабынан ун ҡағиҙә тәҡдим итәбеҙ.
 
1. Әүҙем тормош ғүмер ахырына тиклем әүҙем булып ҡала.
 
– Францияла әүҙем ял милли мәҙәниәттең бер өлөшөн тәшкил итә һәм, йәш үтеү менән, унан баш тартыу күҙалланмай. Француздар походтарҙы үҙ итә, тауҙарға үрләй, байдаркаларҙы ярата, теннис уйнай, парктарҙа йүгерә, саңғыла йөрөй һ.б. Шул уҡ ваҡытта улар быны спорт менән шөғөлләнеү түгел, ә йәшәү рәүеше тип ҡабул итә. Хатта отпуск осоронда ла француздар ҡояшта ҡыҙынып ятыуға ҡарағанда, ҡайҙалыр барып, нимәлер эшләүгә өҫтөнлөк бирә.
 
 
2. Шаянлыҡ – көслө антиоксидант.
 
Франция ҡыҙҙары бик шаян. Ошо сифат арҡаһында улар үҙҙәренең йәшен һәм ҡартайыуын ауыр хәл итеп ҡабул итмәй. «Еләк булып бешкән саҡ» йәки 40-50 йәштә «дәртлелек»тең икенсе осоро башланыуы хаҡында әйтемдәр һәм мәҙәктәр башҡа бер телдә лә был тиклем күп түгелдер.
 
3. Ризыҡ – ул дин кеүек.
 
 
Француздарҙың ашауға әүәҫлеге барыһына ла мәғлүм. Әммә, американдарҙан айырмалы, был әүәҫлек күпләп түгел, ә нәзәкәтле һәм күркәм итеп ашауға ҡайтып ҡала. Француз ҡатын-ҡыҙҙары иһә, ғөмүмән, бик әҙ ашай. Ә йәш үтеү менән, финанс мөмкинлеге булһа, матур һәм тәмле туҡланыу тойғоһо көсәйә генә – был илдәге гүзәл заттар бәләкәй порцияларҙан, шараптан ләззәт алып, йыш ҡына ресторандарҙа, кафеларҙа яҡшы компанияла ашай.
 
4. Социаль тормош әүҙемләшә.
 
Телевизор менән өйҙә ял итеүҙе соци-аль тормоштан өҫтөн күргән Америка ҡатындарынан айырмалы, Франциялағы гүзәл заттар, айырыуса ҙур ҡалаларҙа, әүҙемлекте үҙ итә. Балалар үҫеп еткән, әллә ни иғтибар талап итмәй, йорт мәшәҡәттәре яйға һалынған – кисәләргә, ҡунаҡҡа, кафе, ресторанға, киноға һ.б. барырға мөмкин. Әүҙем социаль тормош көс-ҡеүәт бирә: матур итеп киҫелгән сәс, ҡаралған, тәрбиәләнгән ҡулдар, күркәм өҫ-баш һәм мотлаҡ уңайлы үксәле туфли.
 
5. Өлкәнәйгән һайын мөмкин-лектәр кәмемәй.
 
Француз ҡатын-ҡыҙҙары балалары үҫеп етеү менән, улар үҙҙәренә иғтибар бирә башлай. Аҡсаны үҙенә күберәк тотона, ғаиләһен ҡалдырып сәфәр ҡыла, ҡиммәтле кейем-һалымға өҫтөнлөк бирә. Ҡырҡ йәшлек ханымды үҫмер улына уйынсыҡ урынына үҙенә сифатлы аяҡ кейеме һатып алғаны өсөн выжданы ғазапламаясаҡ. Ул быны берҙән-бер дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләй. Ә инде уйынсыҡ кәрәк икән – үҙең эшлә лә ал. Францияла ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап ултырмайҙар. Өләсәйҙәрҙе берәү ҙә бушҡа бала ҡараусы тип ҡабул итмәй.
 
6. Кейем-һалым кәмерәк, әммә затлыраҡ.
 
Өҫтәүенә, сифатлыраҡ та. Килеме уртаса булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡиммәтле һәм уңайлы кейем: кешмир, ебәктән, яҡшы аяҡ кейеме, ҡиммәтле сумка һатып алырға тырыша. Быларҙың барыһы ла туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән нәзәкәтле ханым образын тыуҙыра.
 
7. Йәш сир түгел, дауаланырға кәрәкмәй.
 
Француз ханымдары үҙҙәренең йәшен дә, йөҙөндәге һырҙарын да тыныс ҡабул итә. Уның ҡарауы, йөҙөн яһалма йәшәртергә тырышҡандарға улар көлөп ҡарай. Йәшлеген һаҡлап ҡалырға тырышҡан американдар менән сағыштырғанда, Франция гүзәлдәре билдәле бер йәштә ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә һырҙарҙың юҡлығынан көнләшмәй, ә быны ниндәйҙер психик сир билдәһе тип иҫәпләй. Был илдә косметик хирургия менән ботоксҡа түгел, ә аппарат косметологияһына өҫтөнлөк бирәләр.
 
8. Килешкән әйберҙе кей.
 
Француз ҡатын-ҡыҙҙары өлкәнәйгәс тә ҡыҫҡа итәк, тәнгә һылашып торған салбар кейеүҙән тартынмай. Унда «йәшеңә тура килмәгән кейем» төшөнсәһе юҡ, әсә менән ҡыҙының бер үк бренд кейемен һатып алыуы мөмкин. Йәш үтеү менән финанс мөмкинлеге лә, зауыҡ та үҙгәреүсән, йыш ҡына ҡиммәтерәк классик стилгә өҫтөнлөк бирәләр. Әммә Франциянан тыш, донъяның башҡа бер генә илендә лә ҡыҫҡа күлдәк йәки тар джинсы салбар кейгән 40-60 йәшлек ҡатындар шул тиклем күп түгелдер.
 
9. Дәрт-дарманға йәш кәртә түгел.
 
Францияла 40 йәштән һуң икенсе йәшлек башлана тиҙәр: күп нәмәгә өлгәшелгән, күбеһе үҙләштерелгән, физик сәләмәтлектең ҡәҙерен белеп һәм тупланған тәжрибәне файҙаланып йәшәргә лә йәшәргә. Был яҡшы, әлбиттә, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың кәйефенә, күңел кисерештәренә ыңғай йоғонто яһай. Тик бер кире яғын да билдәләргә кәрәк: тап ошо йәштә айырылышыуҙар айырыуса арта төшә.
 
10. Сама белеү шарт.
 
Шарап, һуңға тиклем дауам иткән мәжлестәр, тәмәке сәләмәтлек өсөн зыянлы. Насар ғәҙәттәрҙән бөтөнләй баш тартыу яҡшы, әлбиттә. Шулай ҙа уларҙан тулыһынса арына алмаһағыҙ, һәр нәмәлә сама белеү хәйерле.

Фото: https://vk.com/wall-54276467_374591
Автор:
Читайте нас: