Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ҮЛӘН ДАУАЛАРЫ

Үҫмерҙәр битенә сыҡҡан һытҡыларҙы (угри, прыщи) керән (хрен) майы йә булмаһа төнәтмәһе менән буяп, тиҙ генә бөтөрөп була.

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ҮЛӘН ДАУАЛАРЫ
ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ҮЛӘН ДАУАЛАРЫ

Беҙҙең тәбиғәт шундай бай. Унда йәнгә һәм тәнгә шифалы булған бөтә дауалар ҙа бар. Урман-ҡырҙар, тау-йылғалар гүзәллегенә ҡарап күңелде байытыуҙан тыш, улар туйыныу һәм һауығыу ысулы ла. Һауығыу өлөшөн генә алғанда, бына, уларҙың үҙемә билдәле булғанын һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Мин күп ауырыуҙарға компресс ҡулланам. Оҙаҡ йылдар халыҡ медицинаһын өйрәнеп, төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр үҙләштергәндә, компресстың борон-борондан тәүгеләр рәтенә ҡуйылыуын аңланым. Шуға күрә, йәй көндәре, төрлө үләндәрҙе үҙ ваҡытында йыйып алып, спиртҡа һалып ҡуям, бигрәк тә һурыу үҙәнсәлегенә (дегәнәк япрағы, алоэ, каланхоэ, Һиндостан һуғаны, мокрица үләне - звездчатка), инфекцияға ҡаршы көрәшеүгә (сөйәл үләне - чистотел, болиголов, әрем, юл япрағы, пәйғәмбәр тырнағы - календула) эйә булғандарын. Йылытырға булһа - керән япраҡтарын йәки тамырын, горчица япрағын, әсе боросто шулай уҡ спиртҡа төшөрәм. Ошо төнәтмәләрҙе төрлө ауырыуҙарҙа ҡулланырға була (елһенеү, шештәр, быуын һыҙлау, радикулит, имгәнеү-йығылып, бәрелеп тән күгәрһә һ.б.).
Компресс өсөн төнәтмәләр барыһы ла бер төрлө эшләнә: үләндәрҙе ваҡлап (күп ваҡыт ит турағыс аша үткәрәм) быяла банкаға тултырып һалырға ла, өҫтөнә 50-70 градуслы спирт ҡойорға һәм ике-өс аҙна тотҡас, һөҙөп алырға кәрәк.
Үрҙә әйткәндәрҙән сығып, һәр кем үҙ тойомлауы менән, эшләгән дарыуҙарын ҡуллана ала. Мәҫәлән, эрозия булһа, тампонды алоэ+лопух+сөйәл төнәтмәһендә еүешләтеп, төнгөлөккә ҡуйырға (спиртлы төнәтмәне төрлө сәбәптәр менән ҡуллана алмаһаң, үләндәрҙе ҡайнар һыуҙа быҡтырып, ҡуйы концентраттағы һыуға манып алырға була. Алоэ менән каланхоэнан башҡаһын, уларҙы ҡыраһың); циститтан - тампонға алоэ+прополис майын һеңдереп, ауырыу һиҙелә башлағас та ҡуярға кәрәк. Антибиотик та эсегеҙ. Шулай итһәң, ауырыу көсәймәй, тиҙ бөтә.
Иҫкәртмә: тампон ҡуйыуҙың техникаһын да белергә кәрәк, уны еп менән бәйләп, бауын тышта ҡалдыраһың. Компрессты бер генә ҡулланыу файҙаһыҙ, ауырыу бөткәнсә ҡуйыу зарур; Һиндостан һуғанын ҡулланһаң, аҙаҡ ҡысыттыра, шунлыҡтан һуңынан майлайһың.
Миома алты - ете аҙнанан ҙур булһа, үләндәр менән генә бөтөрөп булмайҙыр. Мин үҙем алты аҙналыҡты гимнастика (иҙәндә ултырып, ятып эшләгән күнегеүҙәр) һәм бассейн ярҙамында бөтөрҙөм. Был ысул менән климаксты ла еңел үткәрҙем. Мастопатияға килгәндә, бер таныш ҡатын, йәй буйы баҡсала түшелдереген мокрица үләне менән тултырып йөрөп һауыҡтым, тигәйне (үҙемә кәрәк булмағас, был ысулды ҡулланғаным юҡ).
Хламидиоз, трихоманиаз инфекцияларенан әрем ярҙам итә. Әрем төнәтмәһе менән ете көн буйы күҙҙе, танауҙы йыуаһың, һәр тәһәрәттә спринцовка яһайһың. Шул уҡ ваҡытта әрем сәскәләрен йотаһың. Уны әҙ-әҙләп башлап, ете көн эсендә бер балғалаҡҡа еткерәһең. Ни өсөн йоторға? Сөнки, төнәтмә -һыу, ул бөйөр аша ғына үтә, ә сәскә үҙе эсәктәр аша китеп, бөтә организмды таҙарта.
Аяҡтарҙағы тамырҙар киңәйеүен дә (варикоз) әрем менән дауалап була. Иртән бер һауыт ҡатыҡҡа тултырғанса әрем һалып ҡуяһың да, йоҡлар алдынан аяҡтарға шуның менән ҡалын ғына итеп компресс эшләйһең. Уны иртәгәһе көн генә сисәһең. Шулай 10-15 тапҡыр ҡуйғанда, ҡабарған веналар һулып, эскә батып китәсәк.
Тубыҡ ауырыуҙары ла күберәк ҡатын-ҡыҙҙа. Минең дә тубыҡ бер ун йыллап элек, ҡапыл ауырта башланы, аяҡҡа баҫа ла алманым. Дауаханала системалар алып дауаланып сыҡҡас та, йөрөүе ауыр ине. Әлеге шул төрлө үләндәр төнәтмәһенән компресстар ҡуйҙым да ҡуйҙым, ҡойҡа (холодец) ашап та, уны компресс итеп тә булаштым, балсыҡ ҡуйғаланым. Әле лә һыҙлай, ләкин сатанламайым, Аллаға шөкөр. Аллаһ Тәғәлә әйткән бит: "Ауырыуын бирһәм, дауаһын да бирермен", - тип. Бөтөнләйгә эшлектән сыҡмаҫ өсөн, шул дауаны эҙләргә, үҙеңә ярағанын табырға һәм дауаланырға ғына кәрәк.
Йәштән бөйөрҙәремә ҡом йыйыла. УЗИ- ға барған һайын күрһәтә. Табип: ”Ҡомоң ташҡа әйләнмәгәнгә шатлан”, - ти. Был, үләндәр эсеүемдең һөҙөмтәһелер, тип, уйлайым. Ҡомдо (ташты ла) эретә торған үләндәрҙе (бәпкә үләне, ер еләге үләне (тамыры менән бигерәк яҡшы) һәм шыршы үлән (полевой хвощ) ) айырым-айырым киптереп ҡуям. Кәрәк саҡта шуларҙы бер үк күләмдә (мәҫәлән, берәр стакан) бергә ҡушам һәм сәйнүккә шул составты сәй янына бер ҡалаҡ һалып, бер аҙ төнәтеп, эсәм. Был үләндәрҙән зарар юҡ, күберәк һалырға ла була, сәйҙең тәмен дә боҙмай.
Былтыр шулай бер биш көн ашамай тороп, асығыуҙан сыҡҡанда (при выходе из голода) ошо сәйҙе эсеп йөрөгәйнем, УЗИ-ла ҡом күрһәтмәне. Бына был ара, бер йыл үткәс, тағы ла бөйөрҙәремдең ауыртҡанын һиҙеп, шул ҡушылманы эсеп йөрөүем. Ҡомдоң эреп сыҡҡаны бәүел еҫенән билдәле. Беҙҙең ҡалала (Салауат ҡалаһы) һыу ҡомло. Шуға, ҡайнатып ҡуя башланым. Һыуынғанда һауыт төбөнә ап-аҡ булып ҡом ултыра. Шуны белергә кәрәк, фильтр ҡомды айырмай, ул һыу ҡайнағанда ғына айырыла.
Беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, геморрой ҙа урап үтмәй. Бала табыу ғына түгел, күптәргә ауыр эштәрҙе лә башҡарырға тура килә. Был ауырыуҙан прополис майы ярҙам итә. Ятыр алдынан һыуытҡыста торған ҡаты майҙы бармаҡ башы хәтле алып, тура эсәккә (анусҡа) индереп, мамыҡ менән ҡаплап ҡуярға. Бимаҙалауы бөткәнсә ҡабатларға. Геморрой, бер булғас, бөтөнләй юҡҡа сыҡмай инде (уның өсөн операция кәрәк), әммә тыныслана. Шулай итеп, ауырыуҙы көсәйтмәй тоторға ла була.
Ашҡаҙандағы гастрит, эррозияны һырғанаҡ майы (облепиха) менән дауалап була. Иртәнге ашҡа тиклем, бер-ике сәғәт алдан, бер аш ҡалағы, ә кис, ашағанан һуң ике сәғәт үткәс, эсеп ятырға.
Сәс ҡойолмаһын өсөн мунса ингән һайын үҙең ҡулланған шампунь менән йыуғас, миндеҡ һыуы менән сайҡап сығырға кәрәк. Ҡауаҡтан ҡотолоу өсөн эҫе һыу менән сайҡатырға. Быны беҙгә бәләкәйҙән өйрәттеләр. Йәй көндәре шул уҡ һыуға әрем, дегәнәк, кесерткән, сөйәл үләне һ.б. үләндәр ҙә ҡушып төнәтәбеҙ. Миндек әҙерләгәндә мәтрүшкә, һары мәтрүшкә үләндәре ҡушып бәйләйбеҙ. Беребеҙҙең дә сәсе ҡойолманы, Аллаға шөкөр. Мунсала тирләп ебегән сәсте йыуғанда, уның төбөн ваҡ тешле тараҡ менән яҡшылап тырнарға ла кәрәк. Был да файҙаға.
Бер рәттән мунса тураһында ла әйтәйем. Үҙем шундай мунса яратам. Мунса ярамай, тигән диагноздарым да бар. Әммә, таяҡ та ике башлы. Мунсаға йөрөмәһәң, сәс төптәре лә, тән дә таҙармай, тиренең күҙәнәктәре асылмай, тын алмаған тән ауырыуҙарға бирешеүсән. Шунлыҡтан, табиптар тыйыуын был яҡшы сифаттар менән биҙмәнгә һалһаң, мунса яғы еңер, тип уйлайым.
Үҫмерҙәр битенә сыҡҡан һытҡыларҙы (угри, прыщи) керән (хрен) майы йә булмаһа төнәтмәһе менән буяп, тиҙ генә бөтөрөп була. Мин керән япраҡтарын йә тамырын банкаға тултырып май ҡоям да, һыулы кәстрүлгә ултыртып 6-8 сәғәт ҡайнатам (ә төнәтмәне эшләүе еңел - үләндәрҙе спирткә һалаһың). Был майҙы яғыр алдынан, ҡыҙҙарҙың битен яҡшылап таҙартам. Уның өсөн ҡыярҙы ҡырғыстан ҡырып, спирт һалып ҡуям (скраб була). Үлән майҙары барыһы ла шул ысул менән эшләнә. Мәҫәлән, пәйғәмбәр тырнағының (календула) майы бешкән (янған) ергә һөртөргә, ирен ярылһа, ауыҙ эсендә уртты йә телде тешләп боҙолғанда ҡулланыуға бик файҙалы.
Тәндәге попилломалар эстәге ауырыуҙар күрһәткесе ул. Мәҫәлән, керпек тирәһендә булһа - йыуан эсәктең уң яҡ мөйөшөндәге полип, күкрәк тапҡырында һәм ҡултыҡ аҫтында - йыуан эсәктең түбәнге тышҡы яғындағы полип, күкрәктең аҫтындараҡ - ашҡаҙандағы полип. Был ауырыуҙан, сөйәл үләне төнәтмәһенән клизма ҡуярға кәрәк, ашҡаҙанда булһа - һутын эсергә, әҙерәк һыуға, ярты балғалаҡтан башлап аш ҡалағы күләменә яйлап еткереп, бер 15 көн эсәргә.
Бына ошондай, үҙ тәбиғәтебеҙ байлығын ҡулланып ҡына дауаланғанда ла, ауырымай-һыҙланмай көн итергә була. Бер урынға дауа итеп тотонолған шифа, тағы ла әллә күпме ерҙәреңә файҙа була ала. Сәләмәтлегегеҙ борсой башлау менән аптекаға йүгермәгеҙ, ә үләндәр ҡулланып ҡарағыҙ. Иманым камил, улар һеҙҙе һауыҡтырасаҡ.

ЗӘЙТҮНӘ КҮСӘПОВА- ИЛЬЯСОВА.

https://vk.com/wall144406235_1565?w=wall-36676061_140811

Фото: https://ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас: