Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Бот күтәреп тик ята"

Был ысулдың файҙалы яҡтарын барлап алайыҡ:

"Бот күтәреп тик ята"
"Бот күтәреп тик ята"

"Бот күтәреп тик ята", тигән шелтәгә иғтибар итмәй, сәләмәтлегегеҙ тураһында хәстәрләгеҙ һәм көн һайын, 20 минут тирәһе, аяҡтарығыҙҙы өҫкә күтәреп ятығыҙ. Үҙемдең фотомды ҡуйып тормайым, ошо һүрәттән барыһы ла аңлашылыр, тип уйлайым. Билегеҙ аҫтына таҫтамал һалырға онотмАғыҙ.
Бөгөн шәмбе, бот күтәреп ятыу өсөн бигерәк тә уңайлы.
Был ысулдың файҙалы яҡтарын барлап алайыҡ:

1`Аяҡтарығыҙ ауырайып торамы? Күнегеү ярҙам итер;
2`Аяҡтарығыҙҙың ҡан йөрөшө яҡшырыр;
3` Ҡан баҫымығыҙ яйланыр;
4` Ашҡаҙан эшмәкәрлегенә яҡшы тәьҫир итер;
5` Нервыларығыҙ тынысланыр;
6` Йоҡоғоҙ тәрән һәм ҡаты булыр;
7` Тәнегеҙҙәге бар ыңғай процестар әүҙемләшер;
8` Эс, елкә, сикә мускулдары көсөргәнешлеге үтер. Стрестарҙы еңелерәк кисерерһеҙ, тынысыраҡҡа әйләнерһегеҙ;
9` Арҡағыҙ ауыртыуы баҫылыр;

https://vk.com/club173566611

Автор:
Читайте нас: