Аҙ ҡанлылыҡ (анемия, малокровие) – ҡан күләме берәмегендә гемоглобин һәм эритроциттарҙың кәмеүе. Ул балаларҙа ла, ололарҙа ла йыш осраған ауырыу. Төп симптомдары: тиҙ арыусанлыҡ, тын ҡыҫылыу, физик көсөргәнеш ваҡытында йөрәктең йыш тибеүе, тире ҡатламының ағарыуы, баш әйләнеү, күҙ алды сыбарланыу, күреү һәләтенең кәмеүе һәм башҡалар.
Уның төрлө типтары һәм сәбәптәре була. Постгеморрагик (ҡан юғалтыуҙан барлыҡҡа килә), тимер дефицитлы (организмда тимер етешмәгәндә), витаминдар етешмәүгә бәйле (фолий кислотаһы, B12 витамины етешмәгәндә), нәҫелдән килгән гемолитик (эритроциттарҙа генетик боҙолоу булғанда) һәм тормошта барлыҡҡа килгән (эритроциттарҙың бөтөүенә булышлыҡ итеүсе ҡайһы бер дарыу препараттары һәм химик матдәләр тәьҫире булғанда) анемияға айырылалар. Ауырыу киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә.
Постгеморрагик анемия организмда ҡан кәмеүенә бәйле. Ҡан тамырҙары зыян күргәндә, тиҙ арала күп ҡан юғалтҡанлыҡтан, әлеге ауырыу көсәйеп китә. Ғәҙәттә, ҡан тышҡа аға, әммә төрлө ауырыу сәбәпле эске ҡан ағыуы (ашҡаҙан, үпкә, эсәктәр, бөйөр, аналыҡ) ҡурҡынысы ла бар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙа, күрем көслө килгәндә лә, анемия күҙәтелә. Был осраҡта ауырыуҙарға донор ҡаны ебәреп дауалайҙар.
Эритроциттарҙың бөтөүенә, йәғни ҡан яһалыу процессы боҙолоуға, химиятерапия, нур терапияһы, көслө дарыуҙар йәки организм ағыуланыуы булышлыҡ итә. Ауырыуҙың тәне ағара, тирегә һәм лайлалы тышсаларға ҡан һауа. Күпмелер ваҡыт үткәс, үпкәләр елһенә.
Генетик боҙолоу булғанда, ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүгә ҡарағанда күберәк тарҡала. Айырым алғанда, үт шыйыҡсаһындағы һарғылт ҡыҙыл матдә күп тарҡала. Халыҡ телендә уны һары ауырыуы тип тә йөрөтәләр. Хәлһеҙлек, баш әйләнеү, тын ҡыҫылыу кеүек дөйөм симптомдарға бауыр һәм талаҡ шешеүе, тире һарғайыуы, биҙгәк тотоуы, үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеүе лә өҫтәлә. Әлеге ауырыу күҙәтелгән балалар аҡыл һәм физик үҫеш буйынса йәштәштәренән ҡалыша. Ә өлкәндәр хроник йөрәк ауырыулы булып ҡалырға мөмкин. Гормондар, ҡан ҡойоу менән дауалайҙар, талаҡты алыу өсөн операция яһала. Ауырыу көсәйгән осраҡта, медицина препараттары билдәләнә.
Әйткәндәй, тәндең күп өлөшө бешкәндә, йыш ауыртыныу-һыҙланыуҙар булғанда ла ҡан күҙәнәктәре күп тарҡала.
Витаминдар етешмәү сәбәпле күҙәтелгән аҙ ҡанлылыҡ бик йыш осрай. Ул В12 витамины йәки фолий кислотаһы етешмәү сәбәпле килеп сыға. Был дефицит күҙәнәктәрҙәге үҙгәрештәргә килтерә. Тейешенсә өлгөрмәгән ҡан күҙәнәктәре, ғәҙәттәгеләргә ҡарағанда, сыҙамһыҙ була һәм тиҙерәк үлә. Йәғни, ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәренең яһалыуға ҡарағанда тарҡалыуы күберәк була. Витамин етешмәүгә бәйле аҙ ҡанлылыҡтың сәбәптәре төрлө. Мәҫәлән, ул ашҡаҙандың йәки нәҙек эсәктең күп өлөшөн ҡырҡып алғандан һуң, шулай уҡ эсәктәрҙең оҙайлы елһенеүе, сырмалсан булыуы сәбәпле күҙәтелергә мөмкин. Әлеге сәбәптәр витаминдарҙың нәҙек эсәктә һеңеүен боҙа. Аҙ ҡанлылыҡ менән ауырыусылар мускулдары ауыртыуға, көҙән йыйырыуына (тән ҡорошоуына) зарлана. Уларҙың тиреһе һәм күҙгә күренгән лайлалы тышсалары һарғылт төҫкә инә. Был осраҡта В12 витаминын укол итеп ҡаҙатыу (тәүҙә 4 – 6 аҙна дауамында өҙлөкһөҙ, аҙаҡ 3 ай дауамында аҙнаһына бер тапҡыр, артабан ярты йыл дауамында айына 2 тапҡыр) һәм фолий кислотаһын эсеү ярҙам итә. Бынан тыш, ауырыу әлеге витаминдарға бай ризыҡтар – ит, бауыр, балыҡ, йомортҡа, һөт ризыҡтары, шпинат, фасоль, банан менән туҡланырға тейеш.
Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙ ҡулында. Һаулыҡты юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙҙе һаҡларға һәм даими рәүештә табиптарға күренеп торорға, медицина тикшереүе үтергә онотмағыҙ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.
Ауырыуҙы шулай уҡ дарыу үләне төнәтмәләре, ҡатнашмалары менән дә дауаларға була. Был осраҡта табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Аҙ ҡанлылыҡ ауырыуына дауа булған халыҡ медицинаһының иң популяр 10 төрө:
– 1 ҡалаҡ ваҡланған әлморон емешенә 2 стакан ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ҡапларға һәм 1 сәғәт төнәтергә. Марля аша һөҙөп алғас, көнөнә 2 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
– 1 балғалаҡ әремгә 0,4 л ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтеп, һөҙөп алырға. Уны көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан (ярты сәғәт ҡала) 50 мл эсергә.
– Термоста бер ус ҡайын еләге япрағын 1 л ҡайнар һыу менән 3 сәғәт бешереп, йылы килеш сәй урынына эсергә.
– 50 мл сөгөлдөр һутына 250 мл кишер йәки алма һуты ҡушып бутарға. Был эсемлекте көн һайын икешәр стакан эсеп торорға кәрәк.
– 2 ҡалаҡ миләшкә 2 стакан ҡайнар һыу һалып, 1 сәғәт төнәтергә. Тәүлегенә 4 тапҡыр яртышар стакан эсергә. Әгәр әсе булһа, бер аҙ шәкәр өҫтәргә мөмкин.
– 1 стакан өлгөрөп етмәгән әстерхан сәтләүеген ит үткәргес аша үткәрергә лә өҫтөнә 0,5 л араҡы ҡойоп, йылы урында 10 көн төнәтергә. Һөҙөп алғас, уға 1 стакан бал ҡушып бутарға кәрәк. Иртәнге һәм киске аш алдынан көн һайын 1-әр ҡалаҡ эсергә. Төнәтмәне мотлаҡ һыуытҡыста һаҡларға.
– 60 г меңьяпраҡ үләненә 1 стакан ҡайнар һыу һалып, эсемлек әҙерләргә. Уны көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсергә.
– Әрселгән 150 г һарымһаҡҡа 0,5 л спирт һалып, 3 аҙна төнәтергә. Эсемлек әҙер булғас, уны ярты стакан һыуға йәки һөткә 20 тамсы тамыҙып эсергә.
– 3 ҡалаҡ кесерткәнгә 3 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста 1 сәғәт төнәтергә. Көн дауамында был сәйҙе эсеп йөрөргә кәрәк.
– Май айында йыйылған әремде 1 литрлы һауытҡа тултырырға ла, өҫтөнә араҡы ҡойорға. Ҡараңғы һәм йылы урында 21 көн төнәткәс, дарыу әҙер була. Уны көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға 25 мл һыуға 1 – 2 тамсы тамыҙып эсергә. Дауаланыу курсы – 3 аҙна, 2 аҙна ял иткәндән һуң, тағы ла ҡабатларға мөмкин.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo