Шоңҡар
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
4 Ноябрь 2023, 13:05

Их, мунсаһы!

Мунсала иң мөһим нәмә — ул...

Их, мунсаһы!
Их, мунсаһы!

Әле мунсағыҙҙа ниндәй таш ята? Үҙегеҙ йыйғанмы әллә һатып алынғанмы? Күптән алмаштырҙығыҙмы?..
Мунсала иң мөһим нәмә — ул таш. Улар утта ҡыҙып, аҙаҡ эҫе бөркөп, мунсаны йылыта. “Эҫе һалған”да таштарға һыу һибәбеҙ.
Пар еңел дә, файҙалы ла, мунса шәп булһын, оҙаҡ йылы торһон тиһәгеҙ, таштарҙы дөрөҫ һайлай белергә кәрәк.

Таштарҙы һайлағанда түбәндәге сифаттарға иғтибар итегеҙ:

► Ҙурлығы. Таштың размерынан уның ни тиклем оҙаҡ йылы бирә алыуы тора. Мунсаға 8—16 сантиметрлыҡ таштар бара. Кемдер бөтәһе лә бер тигеҙ ҙур булырға, кемдер ҙур таштар — аҫта, бәләкәстәре өҫтә ятырға тейеш, тип иҫәпләй. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәләкәй таштар яҡшы йылытмай, үтә ҙурҙарының онталыуҙары ихтимал.
► Юғары температураға сыҙамлығы. Таштар ут йоғонтоһо арҡаһында онталмаҫҡа, сантамаҫҡа һәм башҡа төрлө үҙгәрештәр кисермәҫкә тейеш. Уның ныҡлығын тикшерер өсөн ташты юғары температураға тиклем йылыталар ҙа һыуыҡ һыуға төшөрәләр. Таш сатнаһа, мунсаға бармай тигән һүҙ.
► Йылылыҡ һаҡлауы. Бик мөһим күрһәткес, сөнки бынан мунсаның ни тиклем оҙаҡ йылы булып ҡалыуы тора. Ғәҙәттә, мунсаға тығыҙ (тимәк, ауыр) таштар бара.
► Тигеҙлеге. Ташта юлаҡтар, сатнауҙар, башҡа төрлө тоҡомдарҙың ҡушылмалары булмаҫҡа тейеш. Юғиһә, таш бер тигеҙ йылынмай һәм уның тиҙ генә “срогы” сыға.
► Тәбиғилеге. Таш йылынған ваҡытында зыянлы парҙар сығармаҫҡа тейеш.
Таштарҙың популяр төрө:

► Жадеит. Йәшел төҫтәге ярым ҡиммәтле таш. Оҙаҡ ваҡыт йылылыҡты һаҡлай. Дымды һеңдермәй тиерлек, шуға ла пар ныҡ буласаҡ. Бынан тыш һейҙек-енес һәм эндокрин системаларына, тын юлдарына ыңғай тәьҫир итә, ҡан баҫымын төшөрә. Хәҙмәт итеү ваҡыты биш йылға тиклем етә.
► Нефрит. Составы буйынса жадеитҡа яҡын тоҡом. Ҡара, алһыу, йәшел һәм башҡа төҫтә була. Ул ныҡ ҡаты, хатта онтауы ла ауыр. Хәҙмәт итеү ваҡыты ун йылға тиклем етә. Тиҙ йылына, оҙаҡ һыуына. Пары еңел генә. Организмды шлактарҙан таҙартырға, тирене яҡшыртырға, йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауыртыуынан ярҙам итә. Йөрәккә һәм үпкәгә ыңғай йоғонто яһай.
► Талькохлорит. Исеменән күренеүенсә, был көрән төҫтәге таштар тальк һәм хлориттан тора. 1500 градусҡа тиклем эҫене тота ала, тиҙ йылына, оҙаҡ һыуына. Составында булған тальк саң булып осоуы бар, шуға шымартылғанды һайларға кәрәк. Хеҙмәт итеү ваҡыты өс йыл ярымға етә. Мускулдар йәрәхәтләнгәндә, һалҡын тейгәндә ярҙам итә, остеохондрозды иҫкәртә, вирустар менән көрәшә.
► Порфирит. Был таш — ҡатҡан вулкан лаваһы. Тәүге бер нисә тапҡыр йылытҡанда шытырлаған тауыш ишетелеү — таштың үҙенсәлеге. Ҡаранан йәшел төҫкә тиклем булыуы ихтимал. Еңел пары һәм тәмле еҫе менән билдәле. Хеҙмәт итеү ваҡыты биш йылға тиклем етә. Баш ауыртыуынан, танау тоноуынан ярҙам итә. Һайлағанда ташты ентекле итеп ҡарағыҙ: унда тимер ҡушылмалар булһа, тимәк, сульфидтар күп. Ә сульфидтар насар еҫ сығарыуы, организмға зыян килтереүе ихтимал.
► Габбро-диабаз. Вулкан тоҡомонан был таш ҡара көрән төҫтә була. Эрерәк булған һайын, тиҙерәк “иҫкерә”. Тиҙ йылына. Дымды насар һеңдергәс, пары яҡшы. Бер ниндәй ҙә зыяны юҡ, әммә шул уҡ ваҡытта һаулыҡҡа файҙа ла килтермәй. Төрлө эфир майҙарын өҫтөнә ҡойһаң, көйөк барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хаҡы арзан. Хеҙмәт итеү ваҡыты ике йылға етә.
► Ал кварцит. Ал-ҡыҙыл төҫтәге матур таш, 98 процент кварцтан тора. 2700 градусҡа тиклем эҫене күтәрә. Пары — еңел һәм күп. Хәҙмәт итеү ваҡыты өс йылға тиклем. Ҡан быҫымын нормаға килтерергә, бил ауыртыуҙарын баҫырға, мигрендән ярҙам итә.

Ташты үҙеңә йыйырға буламы?

Телгә алынып кителгән таш төрҙәрен махсус магазиндарҙа һатып алып була. Ҡайһы берәүҙәренең хаҡы тешләшә. Шуға ла күптәр мунсаға ташты үҙ ҡулдары менән йыйыуҙы хуп күрә. Был осраҡта иң беренсе ҡағиҙә: таштарҙы экологик таҙа урындарҙа йыйырға кәрәк. Тимәк, яҡын тирәлә ҡала, оло юл, завод-фабрикалар булмаҫҡа тейеш. Аҡмаған һыуҙа ятҡан таштар ҙа мунса өсөн ҡулланылмай. Иң яҡшыһы тау йылғаһынан алырға. Әгәр тауҙар булмаһа, йылғаның боролған урынын табырға тырышығыҙ. Таштар шыма, тигеҙ төҫлө булһын. Түңәрәгерәк һәм йәлпәшерәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ҡыҙыл төҫтәге йә таплы таштар уларҙа тимер булғанын аңлата, ә был һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Таштарҙы бер-береһенә һуғып ҡарағыҙ, әгәр сатнамаһа, ыуаланмаһа, таш һәйбәт. Шулай уҡ температура үҙгәреүе нисек тәьҫир иткәнен дә тикшерегеҙ.

Таштарға тәрбиә:

Йылына бер-ике тапҡыр таштар араһынан онталғанын, сатнағанын алып торорға кәрәк. Ташты йыуып киптергәс кенә кире һалалар.
Таш араһына төшкән миңдек япраҡтарын һәм башҡа төрлө ҡыйҙарҙы алып, таҙалап тороу мөһим.
Еҫле майҙар яратыусыларға таштарҙы йыуырға йәки яңыларға алмаштырырға кәңәш ителә. Сөнки ташта көйөк барлыҡҡа килә.
Тулыһынса алмаштырыу таштарҙың хеҙмәт итеү ваҡытынан тора.

Ауыл мунсаларында, ғәҙәттә, йылға буйынан йыйылған таштар ята. Эйе, ауылдың ҙур мейесле мунсаһына махсус магазиндарҙан таш һатып алам тиһәң, бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Шуға ла аҫҡараҡ — ябай таштарҙы, ә өҫкә һатып алынған, файҙалы элементлыларҙы һалырға була.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/

Автор:
Читайте нас: