Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәйҙең иң файҙалы емеш-еләктәре

Яман шештән, йөрәк ауырыуҙарынан һәм диабеттан һаҡланыу өсөн уларҙы ашағыҙ.

Йәйҙең иң файҙалы емеш-еләктәре
Йәйҙең иң файҙалы емеш-еләктәре

Ҡурай еләге

Үҫемлек күҙәнәклегенә, С, К витаминдарына, марганецҡа бай. Унда шулай уҡ антиоксиданттар эллагитаниндар күп. Хайуандарҙа үткәрелгән һынауҙар ҡурай еләге ҡанда шәкәр кимәлен кәметеүен күрһәткән. Шулай уҡ лаборатор тикшеренеүҙәр был еләктең антиоксиданттары ҡайһы бер рак күҙәнәктәрен үлтереү йәки уларҙың үеүен тотҡарлауын асыҡлаған.

Ҡара көртмәле

Ҡара көртмәлелә (черника) С, Е, К витаминдары, тимер магний һәм  калий күп. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был емеш һәм уның һуты йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы файҙалы, ябығыуға булышлыҡ итә. Ҡара көртмәлеге бай рацион диабет булғанда ҡанда глюкоза кимәлен кәметә. Ғалимдар уның төндә күреү һәләтен яҡшыртыуы тураһында фаразды кире ҡаҡһа ла, ул күҙҙәр өсөн файҙалы булырға мөмкин. Глаукома булған пациенттарҙы ике йыл күҙәтеү көн һайын 120 мг ҡара көртмәле антоциандарын ҡабул итеү күре функцияһын яҡынса 30 % яҡшыыртыуын иҫбатлаған

Ер еләге

Бер сынаяҡ ер еләге (клубника) С витаминының тәүлек дозаһының 97 % һәм марганецтың кәрәкле күләменең 24%-ын тәьмин итә. Бынан тыш, унда фолий кислотаһы (В9 витамины) һәм калий күп. Был еләк йөрәк сәләмәтлеге өсөн бик мөһим. Көнсығыш Англия университеты ғалимдары 93000 ҡатын-ҡыҙҙың мәғлүмәттәрен тикшереп, аҙнаһына өс порциянан күберәк ер еләге һәм ҡара көртмәле ашағандарҙың йөрәк өйәнәге хәүефе 30%-ҡа әҙерәк булыуын асыҡлаған. Башҡа тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, баҡса еләге холестерин һәм триглицеридтар кимәлен кәметеүен асыҡлаған. Бынан тыш, был емеш ҡанда шәкәр кимәлен контролләргә ярҙам итә, был диабетты иҫкәртеү өсөн мөһим.

Ҡайын еләге

Унда С витамины, фолий кислотаһы һәм натрий, үемлек күҙәнәклеге һәм антиоксиданттар күп. Япония ғалимдары ҡайын еләге (земляника) тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тороуын асыҡлаған, был инсульт һәм инфаркт хәүефен кәметә.

Сейә һәм һары сейә

Улар калийға, күҙәнәклектәргә, С витаминына һәм антиоксиданттарға бай. Был матдәләр күп ауырыуҙар: рак, диабет, Альцгеймер, йөрәк-ҡан тамыр сирҙәре хәүефен кәметә. Шулай уҡ сейәлә һәм һары сейәлә (черешня) мелатонин – мейегә йоҡларға кәрәклеге тураһында сигнал биреүсе гормон күп. Шуға күрә был емештәр йоҡо менән проблемалары булған кешеләр өсөн файҙалы.

Ҡара ҡарағат

Ҡара ҡарағаттың ер порцияһында С витаминының тәүлек нормаһының 85 % бар. Унда шулай уҡ А, В1, В2, В5, В6 витаминдары, тимер, кальций, фосфор һәм магний күп. Америкалағы клиник туҡланыу журналында баҫылған тикшеренеүҙәр ҡара ҡарағат оло йәштәгеләрҙең иммунитетын яҡшыртыуын раҫлай. Шулай уҡ ул холестирин кимәлен контролләргә ярҙам итеүе иҫбатланған. Ҡытай ғалимдәры үткәргән тикшереүҙә холестериндары юғары булған ике меңдән артыҡ ҡатнашыусы алты аҙна буйына көн һайын ҡара ҡараға орлоғо майын ҡулланған. Һөҙөмтәлә пациенттарҙың насар холестерин күләме түбәнәйгән, яҡшыһы артҡан. Шулай уҡ ҡара ҡарағат глаукоманы дауалау өсөн яраҡлы булыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.

Сығанаҡ: ''Ейәнсура таңдары''

Автор:
Читайте нас: