Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырғанда, тирләтә, һыу эске килә, хәл бөтә. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә, сәләмәтлектәре самалы кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, көнө буйы ҡояш аҫтында эшләүселәргә, балаларға ҡыйын.
Эҫе ҡабыуҙан нисек һаҡланырға һуң?
- Ҡояштың иң йомарт сағы 11 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем тура килә, шуға ошо ваҡыт арауығында урамға сыҡмау яҡшыраҡ.
- Урамға асыҡ төҫтәге иркен кейем кейеп сығығыҙ. Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарға - һылашып торған костюм, ир-егеттәргә пинжәк һәм галстук тураһында онотоп торорға кәрәк.
- Ҡояштан һаҡланыу өсөн ҡулсатыр һәм кепка алығыҙ.
- Ҡайнатылған йәки фильтрланған һыу, тәбиғи һуттарҙы мөмкин тиклем күберәк эсегеҙ. Сәй, кофе, иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра эсеүҙән тыйылығыҙ.
- Ризыҡҡа айырым иғтибар итегеҙ. Тиҙ үҙләштерелә торғанына, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирегеҙ, айырыуса ҡарбуз, ҡауын, алма ашау яҡшы. Майлы, ауыр аҙыҡтан баш тартығыҙ.
- Бүлмәне һыуытып тороғоҙ. Кондиционер булһа, бик яҡшы, әммә иң түбән температураға көйләһәгеҙ, һыуыҡ тейҙереүегеҙ бар. Тыштағы температура менән айырма 6-8 градустан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ һалҡын һауа ағымы туранан-тура һеҙгә йүнәлтелмәһен. Кондиционер булмаған осраҡта вентилятор ҡулланығыҙ.
- Йышыраҡ йылы ғына душ йәки ванна инһәгеҙ, эҫене еңелерәк үткәрерһегеҙ. Тәндән тир һәм туҙанды йыуып төшөргәс, тире “тын ала” һәм кеше еңеллек тоя. Һалҡын душ ҡына эҫенән ҡотҡара ала тип һанаусылар яңылыша. Ҡыҙған тәнгә һыуыҡ һыу тейһә, ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуына килтерә. Был айырыуса йрәк һәм ҡан тамырҙары сирле кешеләргә бик зыянлы, хатта йөрәк өйәнәге булыуы ихтимал.
- Йоҡлар алдынан карауат өҫтөнә еүеш йәймә ҡороғоҙ, ә бүлмә уртаһына һыу һалынған ҙур һауыт ҡуйығыҙ. Был да ярҙам итмәһә, аяҡтарығыҙҙы еүеш таҫтамал менән урағыҙ. Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаһағыҙ, йәй һеҙгә тик шатлыҡтар ғына алып килер.