Организмда тоҙ балансын яңыртыусы эсемлек – һыуға унан ике тапҡыр күберәк ҡушылған алма һуты. Эсемлектә организмдағы һыу-тоҙ балансы өсөн яуап бирә торған калий булыуы мөһим.
Әммә һыуһынды баҫыу өсөн һуттарҙы һыу менән яртылаш ҡушыу яҡшыраҡ. Әскелтем һуттар – әфлисун, грейпфрут йәки еләк морстары эсеү дөрөҫөрәк. Уларҙа организмда кислоталар балансын һаҡларға ярҙам итә торған органик кислоталар бар.
Шулай уҡ һыуһынды йәшелсә һуттары ла баҫа. Уларҙа шәкәр еләк-емеш һуттарына ҡарағанда әҙерәк. Шул уҡ ваҡытта микроэлементтар составына ла бай. Әммә томат һутын тоҙо аҙ миҡдарҙа булғанын һайлап алыу яҡшыраҡ.
0 °С
Болотло