50 йәш - сәләмәтлек өсөн үҙенсәлекле осор. Беҙ әле үҙебеҙҙе яҡшы тоябыҙ, көс тә, энергия ла етерлек, тик метаболизм башҡаса эшләй, организмдың ҡайһы бер системалары “ҡышҡы ваҡыт”ҡа күсә. Йәшәү рәүешен үҙгәртмәгәндә, туҡланыу рационына иғтибар бирмәгәндә, 10-15 йылдан һуң етди сирҙәр, шул иҫәптән ғүмер оҙайлығына тәьҫир иткәндәре менән дә, осрашыуығыҙ бик ихтимал. Был йәштә ниндәй аҙыҡ-түлек һеҙҙең сәләмәтлегегеҙ өсөн айырыуса мөһим һәм ни өсөн тап уларҙы йышыраҡ ашау файҙалы – табиптар һеҙгә яуап бирә.
Фасоль. Икенсе типтағы диабет, юғары кимәлдәге холестерин, ашҡаҙан сирҙәре – был ауырыуҙар 50 йәштән башланыуы мөмкин. Ошо сирҙәр хәүефен кәметеү өсөн йышыраҡ фасоль ашарға кәрәк. Был йәшелсәлә үҫемлек күҙәнәк туҡымаһы күп, уға ҡытлыҡ төрлө йәштә, айырыуса иллене уҙғас, күҙәтелә. Ғөмүмән, ҡуҙаҡлыларҙың бөтәһе лә файҙалы, туҡлыҡлы һәм тәмле.
Помидор. Матур булғығыҙ килһә, йөҙөгөҙҙө һырҙар “биҙәмәһен” тиһәгеҙ, помидор ашағыҙ. Унда тәбиғи антиоксидант-ликопин бар, тирене төрлө йәрәхәттәрҙән һаҡлай һәм йыйырсыҡтарҙың иртә барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Өҫтәүенә улар үпкә функцияһына ыңғай тәьҫир итә, тын алыу органдары сирҙәре билдәләрен еңеләйтә.
Сөгөлдөр. Ул мейе, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Был тамыраҙыҡта артериаль баҫымды кәметеүсе,ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе үҙенсәлекле матдәләр бар.
Көнбағыш еме. Йәшлегегеҙҙе һәм тире матурлығын һаҡлағығыҙ килһә, көнбағыш ашағыҙ. Уның емендә Е һәм С витаминдары күп, тап улар ҡартлыҡтың төп сәбәпсеһе булған ирекле радикалдар менән көрәшергә ярҙам итә.
Һөт аҙыҡтары. Кеше өлкәнәйгән һайын мускул массаһы юғала бара. Шуға күрә аҡһымлы аҙыҡтарҙы күберәк ҡулланырға кәрәк Йогурттар, кефир - һәр саҡ өҫтәлегеҙҙә булһын!
Бәшмәктәр. Илленән һуң күп ҡатын-ҡыҙ һөйәктәр муртлығынан һәм һыныусанлығынан яфалана. Кальций һәм D витамины күп тупланған бәшмәктәр ашау был сиргә ҡаршы торорға ярҙам итер.
Ҡара емеш (чернослив).Сәләмәтлек һәм һөйәктәр ныҡлығы өсөн бик файҙалы емеш. Көнөнә 5-6 бөртөк кенә ашау ҙа һөйәк массаһын һаҡларға ярҙам итер.
Йомортҡа. Нисә йәштә булһағыҙ ҙа, йомортҡа ашауҙан баш тартмағыҙ. Уны даими ҡулланыу оло йәштә мейе сәләмәтлеген һәм когнитив функцияларҙы һаҡларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, йомортҡа – мускул массаһын туйындырыусы аҡһым сығанағы ла. Һәр көндө омлеттан башлауығыҙ – һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына!