0 °С
Болотло
Магазиндан Геркулес (һоло) ярмаһы һатып алығыҙ, тик ҡаптың аҫҡы өлөшөндә яҙыуы булырға тейеш. Был ярма иң эреһе тигәнде аңлата. Шулай уҡ яраҡлылыҡ ваҡытын да ҡарарға онотмағыҙ.
2 аш ҡалағы геркулесты яҡшылап сайып алабыҙ ҙа, 300 мл ҡайнап торған һыу һалып биш минут тирәһе ҡайнатып алабыҙ һәм төнәтәбеҙ.
Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны көнөнә 1-2 тапҡыр ашағанға тиклем 20минут ҡалғас эсәбеҙ. Быны ай буйы дауам итер кәрәк, шунан ун көн ял итеп алғас, тағы ла ҡабатларға кәрәк булыр.
Был шыйыҡса шешенеүҙән ҡотҡарыр, иммунитетты күтәрер. Шулай уҡ юғары ҡан баҫымы һәм бөйөр эшмәкәрлеге лә көйләнер. Тағы ла шәкәр кимәлен дә нормала тоторға ярҙам итәсәк.