Уны “рентген ҡулдар” тиҙәр... Эйе, тәнде ҡапшап ҡына, теге йәки был ағзаның хәл-торошон билдәләгән, дөрөҫ диагноз ҡуйған Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы МӨХӘМӘТДИНОВАның был һәләте үҙе бер мөғжизә төҫлө. Хәйер, 46 йыл кешеләрҙе массаж ярҙамында дауалаған, ысын мәғәнәһендә аяҡҡа баҫтырған яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләгән тәжрибәле табибә лә бит әле.
Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы Әбйәлил районы Айыуһаҙ ауылында донъяға килгән. Һигеҙ айлыҡ сағында ата-әсәһе Күсем ауылына күсергә ҡарар итә. VI класҡа тиклем ошо ауылда белем алған ҡыҙ, атаһының вафатынан һуң, уҡыуын Ташбулатта, унан ары Асҡарҙа дауам ҡыла. Урта мәктәпте тамамлағас, медицина училищеһының акушерлыҡ бүлегендә һөнәри белем ала. Бер ғауым йүнәлтмә буйынса Асҡын районының Ҡашҡа ауыл советында участка дауаханаһында эшләй. Бер юлы мөдир ҙә, терапевт та, балалар табибы ла, акушер ҙа булараҡ тәжрибә туплай.
1971 йылда бер туған апайының фатихаһы менән райондашы, йәш уҡытыусы Фәрит Мөхәмәтдиновҡа кейәүгә сыға. Береһе Асҡында, икенсеһе Өфөлә эшләгән йәштәр тиҙҙән Белорет ҡалаһында төпләнәләр. Ғаиләне бәхеткә тейендереп, бер-бер артлы өс бала - Гөлшат, Илшат, Илдар донъяға килә...
- Белоретҡа күсеп килгәс, алты йыл самаһы урындағы бала табыу йортонда эшләнем. Был мәлдә ҡыҙыбыҙ, улыбыҙ бар ине инде. Илшатым килеп тороп йыш сирләй, ә дарыуҙарға аллергия. Ана шул саҡта гәзит-журналдарҙа массаждың бөтә ауырыуҙарға дауа булыуын уҡып, ошо йүнәлештә һөнәр үҙләштерергә ҡарар ҡылдым. Әйткәндәй, был осорҙа Белоретта бындай белгестәр юҡ ине әле. Ай ярымдан махсус юллама арҡылы улым менән Өфөгә уҡырға киттем. “Ағиҙел” ҡунаҡханаһында йәшәнек. Мин уҡыуҙа саҡта бәләкәсте поста ултырғандар ҡарап тора. Практика-фәлән булһа, Илшатты такси менән килеп алып китәм дә бер юлы шунда дауалайым. Шулай итеп, икәүләп өс ай массаж яһаусыға уҡып ҡайттыҡ.
Башта Октябрьский биҫтәһендәге 3-сө амбулаторияла балалар табибы булып эшләһәм, аҙаҡ балалар поликлиникаһына массажсы итеп күсерҙеләр. Бында хеҙмәт юлым 2004 йылға ҡәҙәр дауам итте, - ти Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы.
- Бөгөн һеҙ күптәрҙе массаждың файҙаһына инандырған, халыҡ дауаһы менән традицион медицинаны бер төптән уңышлы файҙаланған табибәһегеҙ. Күпселек осраҡта ниндәй проблемалар менән мөрәжәғәт итәләр?
- Ир-ат, нигеҙҙә, эс түбәнләү, быуын сығыу, баш мейеһенең һелкенеүе, ағзаларҙың ҡыҫылыуы, остеопороз, простата биҙенә бәйле проблемалар менән килһә, ҡатын-ҡыҙ түлһеҙлек, балаятҡының ретроверсияһы (торошо үҙгәреүе), эсәктәрҙең йәбешеүе һәм башҡа ғиллә менән мөрәжәғәт ҡыла.
- Массаж ярҙамында күп сирҙәрҙе дауалап була тиһегеҙ...
- Эйе, дауа көсөнә ышанғандар, сабыр иткәндәр, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтәгә ирешә. Хатта ки яман булмаған шеште лә массаж ярҙамында таратырға мөмкин. Мәҫәлән, бер ҡатындың апаруҡ ҙурайған аналыҡ фибромаһы тулыһынса юҡҡа сыҡты.
Ваҡытында күрһәтелгән дауа һәм массаж арҡылы 2-3 ай эсендә бәләкәй пациенттарҙы балалар церебраль фалижы, перинаталь энцефалопатия, гемипарез йә тетрапарез кеүек сирҙәрҙән аяҡҡа баҫтырырға мөмкин. Практикамда шундай осраҡ бар: бихисап проблемалар менән тыуған, йотоу рефлексы булмаған бер сабыйҙың йәшәренә, аяҡҡа баҫырына һис кем ышанманы. Шул баланы ата-әсәһе тыуғандан алып 10 йәшенә тиклем массажға йөрөттө. Аяҡҡа баҫты бит малай! Үҙ-үҙен ҡарарға, хатта өйләнергә эшкинде, хәҙер ана балаһы ла бар. Ғөмүмән, йәш балаларҙы дарыу менән түгел, массаж менән дауалау зарур. Дөрөҫ эшләнгән массаж - йөҙ процент һауығыу тигән һүҙ! Яңыраҡ дәрәжәле генә бер ханым: “Бөтә сирҙәрем менән 18 йыл һеҙгә киләм, дауахана юлын бөтөнләй оноттом”, - тип ғәжәпләндергәйне. Хәйер, бөтә сирҙәрҙе ваҡытында дауалау мөһим. Үҙеңде операция өҫтәленә еткереү ахмаҡлыҡ ул.
- Балаға уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыш мөрәжәғәт итә һеҙгә...
Түлһеҙлек проблемаһы менән килеп дауаланған күп ҡатындар бөгөн әсәй булыу бәхетенә ирешкән. Ҡайсаҡ, “Ирҙәре булдыра алмағанды мин бала яһап тик ултырам”, - тип көлөп тә алам. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар, бер ниндәй медицина күрһәтмәһе булмаһа ла, операция ярҙамында бала табыуҙы ғәҙәти күренеш итеп алды. Ә бит бысаҡ тейгән урынды йүнәлтеү мөмкин түгел. Шуның арҡаһында әсәй кешенең сәләмәтлегенә күп проблемалар янай. Операция арҡылы тыуған сабыйҙар ҙа, тәбиғи юл менән тыуғандарға ҡарағанда, үҫеше йәһәтенән ҡайтышыраҡ. Үҙе өлгөргөн емеш менән махсус өлгөртөлгән емеш бер түгел бит. ЭКО процедураһы ярҙамында тыуған балалар ҙа мөсһөҙ була. Уларҙы тәүге көндән үк массажға йөрөтөү зарур.
- Ә эс һылатҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
- Әлбиттә, эс һылатҡандан һуң үҙеңде һаҡларға кәрәк. Ауыр нәмә күтәрмәү, махсус күнекмәләр ярҙамында эс мускулдарын нығытыу, операциянан һуң тәғәйенләнгән бандаж тағыу мөһим. Бер ай самаһы уҙғас, тағы килеп күренеп китеү фарыз. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға 6-7 килограмдан артыҡ ауырлыҡты күтәрергә ярамай. Киҫкен хәрәкәттәр эшләү, көс еткеһеҙ гантель-штангалар күтәреү сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Бигерәк тә эс түбәнләү, эсәктәрҙең епсел туҡыма аша бер-береһенә йәбешеүе ише проблемалар йыш күҙәтелә. Ә элек кеше ни ҡәҙәр ауыр эштәрҙә эшләһә лә, ныҡ ине. Хатта кәбән башынан ҡолап төшөп тә, һөйәктәр имен ҡала торғайны. Хәҙер ни өй эсендә эләгеп китеп, аяҡ-ҡулын һындыралар. Һәр икенсе кешелә остеопороз, сколиоз. Сәбәбе - физик мөсһөҙлөк, аҙ хәрәкәтләнеү, замана гаджеттарынан айырылмау, химия ҡулланылған сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән туҡланыу һәм башҡаһы.
- Дауаланыр өсөн сит тарафтарҙан килеүселәр ҙә байтаҡтыр?
- Әллә ҡайҙарҙан килеп етәләр шул. Реклама-фәлән дә бирмәйем бит әле (ихлас көлә). Мәскәү, Санк-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск, Өфө, Учалы һәм башҡа яҡтарҙан даими клиенттарым бар. Берәүҙәр ҡалала фатир арендалай, кемеһелер көн дә ҡайтып йөрөй. Бер ҡатын, ана, ире түшәктә ятҡас, көн дә Өфөнән йөрөп массаж эшләтте.
- Һеҙҙең “рентген ҡулдар” тигән данығыҙ ҙа таралған...
- Бер шулай тау саңғыһында шыуырға тип Мәскәүҙән килгән ике егетте ебәргәндәр миңә. Ҡолап быуындарын сығарғандар икән. Береһенең тәнен ҡапшап, ағзаларының хәл-торошон әйтеп биргәс, “Һеҙ быларҙы ҡайҙан белдегеҙ, мин бит яңыраҡ ҡына рентген үттем”, - ти был иҫе китеп. Хәҙер ни ҡулдар ҙа өйрәнгән, тойомлау ҙа юҡ түгел инде.
- Ниндәй сирҙәр булғанда массаж эшләтергә ярамай?
- Яман шеш, туберкулездың аҙған формалары, тромбофлебит кеүек етди диагноздар булғанда, эске ағзаларға ҡан һауғанда, инфекцион ауырыуҙарҙың киҫкен осоронда массаж эшләтеү тыйыла.
- Бөгөн медицина белеме булмай тороп, ҡыҫҡа курстар арҡылы сертификатлы булған массажсылар күбәйҙе. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?
- Массаж эшләү өсөн иң элек анатомияны, неврологияны, педиатрия менән хирургияны белеү фарыз. Нервы-мускул бөтөмдәрен, махсус нөктәләрҙе белмәй тороп нисек кешене дауаларға мөмкин икән һуң? Эйе, һыйпарға була, әммә дауаларға түгел. Беҙҙе энә ҡаҙап дауалауҙан уҡытҡан тәжрибәле профессор, “Ҡаҙаған энәнең 98 проценты дауалаһа, 2 проценты ҡотолғоһоҙ эҙемтәләргә дусар ҡылыуы ихтимал”, - тигәйне. Банка ултырттырып, аяҡтан яҙған кешеләр ҙә бар. Был процедура инсульт, инфарктҡа ла килтереүе мөмкин. Хиджаманы ла белгән кешенән генә эшләтергә кәрәк, эске ағзаларға ҡан һауып, аяҡ һуҙырға була. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған эс һылауҙың да үҙ нескәлектәре бар - эс күтәрәм тип эсәк сеймәлткәндәр ҙә юҡ түгел. Ә башланып торған яман шеш, аднексит һәм башҡа сирҙәр булһа?!
- Кешеләргә ярҙам итеү - иң һауаплы эш. Тәғәйенләнешегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
- Тормошомдан, эшемдән, юлымда осраған кешеләрҙән уңдым. Янымда һәр саҡ кәңәш-төңәш итер, тәжрибә уртаҡлашыр көслө табиптар булды. Беҙҙе, йәш белгестәрҙе, һәммәһенә лә өйрәттеләр, йүнәлеш бирҙеләр. Хәләлем Фәрит менән 53 йыл уртаҡ ғүмер кисерәбеҙ. Өс бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Барыһы ла белемле, һөнәрле булып, үҙ донъяларын ҡорҙолар. Кейәү-килендәребеҙҙән дә ифрат ҡәнәғәтбеҙ. Бөгөн, ана, дүрт ейәнгә, ике ейәнсәргә өләсәй-олатай булып ултырабыҙ. Тормош иптәшем 15 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡансы сәнәғәт тармағында хеҙмәт юлын дауам итте. Шөкөр, ошо көндәрҙә 9-сы тиҫтәһенә аяҡ баҫты ҡартым. Бергәләп баҡса үҫтереп, хәлдән килгән тиклем балаларға терәк-таяныс булып йәшәп ятабыҙ шулай.
- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлфирә Мәкмүновна. Артабан да кешеләрҙе һөйөндөрөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Автор:Нэркэс Сулейманова