Был рецепт онотола бара, сөнки еҫен һәм ныҡ майланыуын оҡшатмайҙар. Әммә варикоздан бик яҡшы ярҙам итеүе был майҙы иғтибарға лайыҡлы итә.
«Әсәйемдең варикозы аҙып, ныҡ киҫкенләшеп киткәйне. Операция эшләтергә ҡурҡтыҡ. Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән бер инәй ошо рецепты өйрәтте. Әсәйем уны тәүлек буйы һылап бәйләп йөрөнө. Май бөтөп, бәйләүестәрҙе алғас, уның аяҡтары һап-һау булыуын күрҙек», - тип яҙа әсәһен шул рәүешле дауалаған ҡатын.
Ә рецепт ошолай: алоэ гөлө, башлы һуғандың һуты, бал, Вишневский, Ихтиол майҙары, сусҡа салоһы, шыйыҡ кер һабыны алына. Һәр береһен берәр аш ҡалағы алып, болғай-болғай ҡайнатып сығара яҙаһың һәм һүндерәһең (ҡайнатырға ярамай). Масса һыуынғас, уны аяҡтың варикоз ялмаған урындарына һөртөп, тышынан берәй сепрәк йә бинт менән ҡыҫмай ғына бәйләйбеҙ. Был бәйләүесте мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Көндөҙ эшләргә мөмкинлек юҡ икән, төнгөлөккә эшләр кәрәк.
ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт ҡулланыуға күрһәтмә түгел, таныштырыу маҡсатында ғына бирелде. Тәүҙә дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.
Автор - Гүзәл Иҫәнгилдина.
Нәсих Хәлисов фотоһы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.