Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
22 Сентябрь , 22:34

Иремде тире ауырыуынан ҡотҡарҙым

Бер мәл осраҡлы рәүештә ҡулыма бер рецепт килеп эләкте. Ҡарағай ылыҫынан май эшләргә өйрәткәндәр ине.

Иремде тире ауырыуынан ҡотҡарҙым
Иремде тире ауырыуынан ҡотҡарҙым

Ирем псориаз менән ыҙаланы. Бер мәл осраҡлы рәүештә ҡулыма бер рецепт килеп эләкте. Ҡарағай ылыҫынан май эшләргә өйрәткәндәр ине.

Бының өсөн ҡарағайҙы яҙғыһын – март-апрель айҙарында йыйырға кәрәк. Дарыу өсөн тик йәш ботаҡтар кәрәк, улар төҫө менән айырылып тора. Алып ҡайтҡас, бер нисә ҡат йыуып, сайып, киптерҙем дә ылыҫтарын (энәләрен) айырып алдым.

Эмалләнгән кәстрүл төбөнә бер бармаҡ ҡалынлыҡта ылыҫ һалып, өҫтөнә бүлмә температураһындағы йомшарған аҡ май һыланым. Май сифатлы булырға тейеш, ауыл майы булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Шулай 200 грамм самаһы май бөткәнсе бер нисә ҡатлам эшләргә кәрәк.

Кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, ситен ҡамыр менән һылап, нығыттым. Духовкаға талғын ғына утҡа алты сәғәткә ҡуйырға. Һөҙөмтәлә һарғылт-йәшкелт төҫтәге май барлыҡҡа килә. Уны ҡоро быяла банкаға һөҙөп алырға (ныҡ эҫе килеш ҡоймағыҙ, банка ярылыуы бар). Май һыуынып туңмайынса, банканың ҡапҡасын япмағыҙ, сөнки саҡ ҡына конденсат барлыҡҡа килһә, майҙың өҫтө күгәреүе бар.

Төнгөлөккә тәндең псориаз арҡаһында зыян күргән өлөштәренә ошо майҙы һөртөргә. Ике аҙна тигәндә иремдең тәне таҙарҙы.

Татьяна Козина.

“ЗОЖ” гәзитенән.

Фото: fotokto.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: