0 °С
Болотло
150-200 грамм самаһы һарымһаҡты таҙартып, ит турағыс аша үткәрергә йәки ваҡ итеп турарға. 0,5 литрлы банкаға һалып, өҫтөнә таҙартылмаған үҫемлек майы (ниндәйе булһа ла ярай: көнбағыш, етен, зәйтүн) ҡойорға.
Ҡатнашманы ике аҙна ҡараңғы урында тоторға. Ваҡыты-ваҡыты менән банканы бер аҙ һелккеләп торорға. Ике аҙнанан һуң майҙы ике-өс ҡат марля аша һөҙөп алырға.
Ошо майҙы ауыртҡан урындарға һөртөп, йылынғансы ыуырға. Ул бармаҡ быуындары һыҙлауына ла килешә.
Май һалҡынсараҡ урында бик оҙаҡ һаҡлана ала.
Фото: yanva.ru
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.