Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығым - байлығым
27 Октябрь , 13:49

Көҙ көнө кәйеф төшһә...

Үлән төнәтмәләрен эсеп ҡарайыҡ.

Көҙ көнө кәйеф төшһә...
Көҙ көнө кәйеф төшһә...

Көҙ көндәре күптәребеҙ кәйефе төшөп, төшөнкөлөккә бирелеп китәбеҙ йәиһә юҡ-барға ғына ҡыҙып китеүсәнгә әйләнәбеҙ, шуның өсөн үлән төнәтмәләрен эсеп ҡарайыҡ.

20 г бөтнөк үләне сәйе, 25 г бесәй үләне тамыры, 50 г мәтрүшкә сәскәһе, 50 г ҡандала үләне, 50 г энәлек алырға. Ике ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына  ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм ашар алдынан яртышар стакан эсергә.

Мелисса борон-борондан йоҡоно тынысландырыусы бик шәп сара ғына түгел, көйәләнеүҙән һәм ҡуҙғыусанлыҡтан алмаштырғыһыҙ дауа булып һаналған.

Йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда бер стакан түбәндәге сәйҙе эсергә мөмкин.  Уны әҙерләү өсөн  бер ҡалаҡ мелисса япрағы, ярты ҡалаҡ һары мәтрүшкә, ярты ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығы алына. Ярты ҡалаҡ  ошо үләндәр ҡатнашмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөнә ҡапҡас ябып, 15 минут тоторға һәм йоҡларҙан ике сәғәт алда эсергә.

Йоҡоһоҙлоҡтан тағы ошондай төнәтмә ярҙам итер. Өс ҡалаҡ мелиссаға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡас ябып, биш минут  ҡуйып тороғоҙ. Ҡапҡасҡа йыйылған тамсыларҙы төнәтмәгә төшөрөргә кәрәк, сөнки унда эфир майҙары йыйыла. Әҙер төнәтмәне көн буйы бер-ике стакан эсергә. Стрестан эс ауыртып, йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда был төнәтмәнең файҙаһы  ҙур.

Нервы сыҙамағанда…  Берәр ҡалаҡ ваҡланған ҡомалаҡ тубырсығы, бесәй үләне (валериан) тамыры,  айыу ҡурайы (дягиль) тамыры, аҡтамыр тамыры, һары мәтрүшкә алып,  200 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм өҫтөн ябып, 15 минут тоторға. Әҙер булғас,  һөҙөп, йылы килеш бер стакан эсергә.

Юлға сығыр алдынан.  Бесәй үләне тамырын, ҡомалаҡ тубырсығын, һары мәтрүшкәне һәм ҡан үләнен бер үк күләмдә алып, яҡшы итеп бутарға һәм ике ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһын термосҡа һалып,   ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Юлға сығыр алдынан ярты стакан эсергә.

Стрестан арыныу өсөн  бер ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығына  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, 10 минут төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә ике тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә.

Депрессияға бирелмәҫ өсөн дөйөм кәйефте күтәреүсе төнәтмә.

Дүрт ҡалаҡ һары мәтрүшкәгә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, ике минут ҡайнатырға. Өҫтөнә ҡапҡас ябып, 10 минут тоторға. Һыуынғас һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.

Табип менән кәңәшләшеү мөһим.

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:
Читайте нас: