Статистика буйынса, вегетариандар ит ашаусыларға ҡарағанда бер ни тиклем оҙағыраҡ йәшәй. Ләкин уның сәбәбе ит ашамауҙа түгел, ә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙа. Улар күпселек осраҡта эсмәйҙәр, тәмәке тартмайҙар, спорт менән шөғөлләнәләр.
Ҡыҙыл иттең (һыйыр ите, һарыҡ һәм сусҡа ите) – иң яҡшы аҡһым сығанағы булыуы мәғлүм. Улар В, Е, калий, кальций, цинк, фтор, магний, натрий һәм башҡа витаминдарға бай. В нервы системаһын формала тотоу өсөн бик мөһим. Ул организмға етешмәһә, ҡул-аяҡтар йыш ойой, һыҙлай, кеше тиҙ арый.
Ләкин саманы белмәйенсә майлы ит ашау холестеринды күтәрә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын килтереп сығарырға мөмкин. Ит һирәк ашаған кешенең хәтере лә насарая. Тимер матдәһе етешмәү арҡаһында анемия була.
Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн һыйыр итен аҙнаһына ике тапҡыр ашау ҙа етә. Шулай уҡ ҡош-ҡорт ите тураһында ла оноторға ярамай.