Юлдарҙың үҙ мәғәнәһе, үҙ моңо, үҙ төҫө, үҙ йылыһы, үҙ фәлсәфәһе бармы? Кемдер: “Нимә һөйләй был?” – тип көлөр. Тик йәш шағир Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәләшкәндән һуң, хаҡ, бар, тигән һығымтаға килдем. Әлбиттә, күрә, тоя белгәндәр өсөн..
– Ринат, автомобилең менән таныштырып үт әле. Ҡасан алдың уны? Тәүге машинаңмы һинең?
– Әлеге автомобилем “Лада Калина” седан. 2008 йылғы. Уны өс йыл элек алдым. Тәүге машинам түгел был. Бала саҡта ата-әсәйем һатып алып биргән “Велта- универсал” велосипедын “тәүге машинам” тип атар инем. Сөнки бөтә бала сағым сәпидтә үтте. Унһыҙ мин бер ҡайҙа ла барманым, унан бер ваҡытта ла айырылманым. Ҡыштарын йәйҙе еткерә алмайынса, уны һағынып бөтә инем. Оло урамды тап-таҡыр итеп ҡарҙан таҙартып сыҡһалар, велосипед менән йөрөргә батырсылыҡ итер инем. Хәйер, ҡышын үҙен саңғыға алыштыра торғайным.
Бер аҙ быуын нығытҡас, атайымдың “ИЖ- Планета-5” мотоциклында ауыл урамдары буйлап елдерә башланым. Ике туған ағайымдарҙың халыҡ “Кәзә” тип атаған мотоциклын, йөрөйөм тип, урлап алып китеүем дә хәтеремдә.
Үҫә килә ата-әсәйем миңә “Москвич-2141” автомобилен һатып алды. Шул хәтлем яратҡандарҙыр инде улдарын. Рәхмәт уларға! Мәңге онотмам изгелектәрен. Ул автомобиль йыш боҙола торғайны, әлбиттә. Ләкин ауылда йөрөргә барырлыҡ ине.
– Ир-ат техникаға ылығып үҫә. Һин дә бала саҡтан руль артына ултырырға машиналы булырға хыялланып үҫтеңме? Тәүге дәрестәрҙе кемдән алдың? Үҙеңдең берәйһен өйрәткәнең бармы?
– Теләһәм-теләмәһәм дә, миңә техникаға ылығып үҫергә тура килде, сөнки атайым Миңлеғәле Йәннәт улы үҙе автомобилдәр менән ҡыҙыҡһынды. Тәүҙә “ГАЗ-53” маркалы йөк машинаһы һатып алды. Тиҙҙән уның янына өс ишекле ҡыҙыл “Нива”ны алып ултыртты. “ГАЗ-53” беҙҙең урманлы-һаҙлы юлдарға барымһыҙыраҡ булғас, “ЗИЛ-157” йөк машинаһына ла сират етте. Уны халыҡ телендә “крокодил моронло ЗИЛ” тип тә йөрөттөләр. Шулай итеп, үҫә төшкәс, рулгә талаша башламаһаммы мин! , “ЗИЛ”дың рәхәтен күрҙек кенә инде беҙ. Руль артына атайым менән алмашлап ултырып, тауҙарҙы, һаҙҙарҙы, урмандарҙы гиҙҙек. Бер ваҡыт утын тейәп ҡайтып барышлай, колеяға инеп, түңкәрелеп ятҡан саҡ та булды. “ДТ” тракторын саҡыртып, тартып тәгәрмәскә ултыртып, ҡойолған утынды ҡабат тейәргә тура килде. Ә “Нива” менән бер ваҡыт И н й ә р йылғаһына төшөп, ағып тек хатта. Йылға тулҡыны ул ваҡыттарҙа көслө ине. Аптырағас, ишектәрҙе асырға тура килде. Йылға уртаһында машинағыҙҙың ҡып-ҡыҙыл булып башы ғына күренеп ултыра ине, тип аҙаҡ мәрәкә итеп ауыл халҡы оҙаҡ ҡына һөйләп йөрөнө.
Эйе, бала саҡтан машинаға ылығып, йөрөтөргә өйрәнеп үҫтем. Ләкин Өфөгә килеп, студент булып киткәс, машина менән аралар өҙөлөп ҡалды. Водитель танытмаһы ла, шәхси автомобилем дә юҡ. Ауылға ҡайтҡан саҡта атайымдыҡында йөрөштөргөләнем. Был ваҡытҡа ул элекке автомобилдәрен һатып, “Форд Эксплорер”ға ултырғайны. Шулай итеп, бөтөн студент йылдарын ҡалала йәйәү йөрөп үткәрҙем. Уҡып бөтөп, эшкә ингәс тә, тимер атҡа атланырға ашыҡманым. Машинаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер кәмене, аралар һыуынды. Ул саҡта бөтә йәнем-тәнем менән ижадҡа бирелгәйнем. Етмәһә, танытмам да юҡ. Ни тиһәң дә, ҡалала документ кәрәк.
Әсәйемдең өгөтләүе буйынса, 2008 йылда йәйге ял ваҡытында автомәктәпкә уҡырға индем. Тап ошо йылды Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында “Ҡабаттан ғашиҡ булыу” тигән проза китабым баҫылып сыҡҡан ине. 17 мең һум гонорар кеҫәгә инеп ятҡас, уҡыу өсөн түләргә аҡса ла булды. Теорияны ла, практиканы ла бер ниндәй хатаһыҙ тәүге ынтылыштан тапшырҙым.
Ҡулда танытма булғас та, машина алырға ашыҡманым. Һаман да үҙ көйөмдә йәшәнем. Машиналы дуҫ-иштәргә лә иҫем китмәне. Шул да булдымы мал, тип ҡараным. Әлеге лә баяғы әсәйемдең өгөтләүе буйынса әле йөрөгән “Лада Калина”ны һатып алдым. Ҡала урамдарында йөрөп китеүе бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Хәҙер үҙемә шундай һорау бирәм: быға саҡлы автомобилһеҙ нисек йәшәгәнмен икән? Унһыҙ хәҙер тормошомдо күҙ алдына килтерә лә алмайым.
Үҙем береһен дә машина йөрөтөргә өйрәткәнем юҡ. Ә иң яҡшы автомәктәп – ул ҡала урамы, тип уйлайым.
– Машина һинең өсөн уңайлыҡ сараһымы, зиннәтлек әйбереме, әллә заман талабымы?
– Минеңсә, ир-аттың машинаһы булырға тейеш. Борон ирҙәрҙе атһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин булмағандай, хәҙер машинаһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ни тиһәк тә, мегаполиста йәшәйбеҙ. Автомобилгә байлыҡ тип ҡараусылар ҙа аҙ түгел, әлбиттә. Миллион һумлыҡ машиналарҙа йөрөүселәр өсөн байлыҡтыр, шапырыныу әйберелер ул. Ә минең өсөн, беренсенән, уңайлыҡ сараһы, заман талабы, икенсенән, автомобиль йөрөтөү – яратҡан шөғөлөм. Эштән арып сығып, автомобиль салонына инеп ултырһам, арыуҙарым онотола. Ҡулдарым – рулдә, күҙҙәрем – юлда; башты бер аҙ ял иттерә лә был шөғөл. Әйтелгәндәр, әлбиттә, тик машинала ғына йөрөргә кәрәк, тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, йәйәү йөрөү күпкә файҙалыраҡ. Үкенескә ҡаршы, минең кеүек машина ҡолдары менән хәҙер донъя тулы. Икенсенән, мегаполиста йәшәү машинанан күп сығым талап итә. Тығындарҙа ултырып ҡына ла күпме яғыулыҡ яндыраһың, ваҡытты сарыфлайһың. Шуға йәмәғәт транспортында йөрөүе күпкә арзаныраҡ.
– Автомобилен йыш алмаштырыусыларға нисек ҡарайһың?
– Нишләптер бик өнәп етмәйем. Мин үҙем бер машинала йөрөүҙе хуп күрәм. Сөнки һин – уның, ул һинең холҡоңа өйрәнеп бөтәһең. Быны- һы ысынында шулай. Тимер ҙә бер ҡулға өйрәнә. Икенсе берәү йөрөткәндән һуң тауышы үҙгәреп торғолай хатта. Машинаңдың ҡайһы ере “ауыртҡанын”, ҡасан ниндәй запчасын алыштырырға кәрәклекте белеп тораһың. Ғөмүмән, тауышынан уҡ ул һиңә бәләһен һалып тора. Алыштырһам, һағынырмын кеүек үҙен. Сөнки ул да минең өсөн бер ғаилә ағзаһы төҫлө. “Калина”м менән бергә гиҙеп үткән йылдарым йәл. Беҙ бер-беребеҙгә шул ҡәҙәр өйрәнгәнбеҙ.
Ҡатын-ҡыҙ – наҙлауҙы, машина майлауҙы ярата, тигәндәй, уға бит бик иркә ҡағылырға кәрәк. Һүҙләшмәй генә аҡса һурыуына ла түҙәһең. Шуға ла, ирекһеҙҙән, уйынлы-ысынлы, автомобилен йыш алыштырыусыларҙы ҡатынын йыш алыштырыусылар рәтенә ҡуйғы килеп китә. Ҡатын-ҡыҙҙы автомобиль менән сағыштырырға ярамай, әлбиттә, шуға бөтә гүзәл заттарҙан ғәфү үтенәм.
– Тимер атың менән сәйәхәт иткәнең бармы? Иң оҙон сәфәрең? Машинаңа бәйле, юлдағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләп үт әле.
– Артыҡ оҙон юлдарҙа йөрөгәнем юҡ. Иң оҙоно Өфөнән Сибайға тиклем һуҙылғаны бар. Ҡатыным Айгөл Йылайыр районынан булғас, уларға юл төшкән һайын 500 километрҙы “ыһ” та итмәй үтәбеҙ.
Минең өсөн юл оҙонлоғо менән түгел, ә осраған хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалыусан. Бер ваҡыт кисен генә ауылым Аҙауҙан Өфөгә юлға сыҡтыҡ. Архангелде үтеп Ҡырмыҫҡалыға етеүгә, күҙ ҙә йомола башланы. Ҡырмыҫҡалыға етмәҫ борон бер туҡталыш бар. Әйҙә шунда туҡтап ял итәйек, ти ҡатыным. Мин Ҡырмыҫҡалыға тиклем барырға өгөтләнем. Барып туҡтағайныҡ, бер таныш йөҙҙө төҫмөрләнем. Ул Дамир Шәрәфетдинов булып сыҡты. Юлда берәйһе ултыртып алмаҫмы тип, машина көткән икән. Кәләш Ҡырмыҫҡалыға етмәҫ борон туҡтарға ҡушҡан ине, белгән кеүек туҡтаманым, тием. Юғиһә бында үтеп китер инем. Вәт бит, ниндәйҙер көс бойорған миңә. Шағир күңеле саф була, тиҙәр. Дамир ағайҙың ошо ҡөҙрәте мине үҙе саҡырып туҡтатҡандыр, тип ышанам. Йор һүҙле шағир ағай менән рәхәтләнеп юл буйына Өфөгә саҡлы әҙәбиәт, мәҙәниәт, йәшәйеш тураһында һөйләшеп килдек. Хәҙер мин был хәлде ғорурланып иҫкә алам. Ни тиһәң дә, Дамир Шәрәфетдиновтың үҙен юлда ултыртып алдым бит әле.
Ә бер осор Өршәк юлында юлсыларҙы алырға ғәҙәтләнеп киттем. Шулай, ауылға сираттағы ҡайты- уымда йәнә кешеләр ултыртып алдым. Һораған туҡталышта туҡтап, төшөрөп ҡалдырҙым да артабан елдерҙем. Бара торғас, берәүһенең сумкаһы багаж- никта ҡалғаны иҫемә төштө. Үҙе лә, мин дә әйтергә онотҡанбыҙ. Барған юлдан кире әйләнергә тура килде. Теге юлсы шул урынында мине көтөп тора икән. Ярай, оҙон юл үтеп өлгөрмәгәйнем.
Мәрәкә: оҙаҡ ваҡыт машинамдың артҡы “противотуманка”лары барлығын белмәй йөрөгәнмен. Уның төймәһен яңыраҡ бер танышым күрһәтте. Тағы ла бер хәл. Бер ваҡыт ҡатыным менән, оҙаҡ ҡына һайлап, кондиционер һатып алдыҡ. Машинам менән артҡы ишеккә барып, уны багажникка тейәргә генә ҡалды. Сыҡһам, машина юҡ. Эвакуатор алып китте, ти урындағы кешеләр. Шулай итеп, әллә күпме сығым сығарып, уны юллап алырға тура килде. Баҡтиһәң, күҙ алдында ғына “Туҡталыш рөхсәт ителмәй” тигән билдә торған икән. Ағас япраҡтары ҡаплау арҡаһында уны шәйләмәгәнмен. Шул арала унан һигеҙ машинаны алып киткән булғандар. Береһе лә билдәне күрмәгән. Һеҙ ҙә шул рәүешле ҡармаҡҡа эләгеп ҡуймағыҙ! Абайыраҡ булығыҙ. Айырыуса йәй көндәре билдә бағаналарын ағас ботаҡтары йәшереүсән. Йә уны ваҡытында ҡырҡып өлгөрмәүҙәре лә мөмкин, кемдәрҙеңдер мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүе лә ихтимал.
– Юлда саҡта әҫәр тыуғаны бармы?
– Юл йөрөүҙәр, юл үҙе тере шиғыр кеүек бит инде ул. Уны күрә белеп, эләктереп алып, яҙырға ғына ҡала. Байтаҡ шиғырҙарым юл тәьҫораттарынан күңелдә бөрөләнә тәүҙә. Эйе, шиғырҙар юлда тыуа. Аралашҡанда, тәьҫирләнгәндә. Аралашыу тигәндән, мотлаҡ кеше менән түгел, ә ана шул юл менән, унда күргәндәр менән күңел һәм ҡараштар аша аралашаһың, йәйәүлеләргә ихтирамлыраҡ булаһың, юлсылар менән юл дауамында ҡыҙыу бәхәс ҡораһың, ара үткән һайын тәбиғәт үҙгәрешен тояһың, ҡойма ямғыр яуғанда ла, дауыллап торғанда ла, боҙлауыҡ булғанда ла, хатта телгә бер һүҙ килмәҫлек тып-тыныс көндә лә юлдан серлелек һәм фәлсәфә эҙләйһең, мөғжизә һәм яңылыҡ көтәһең, сөнки һин ябай водитель түгел, һин – шағир-водитель.
– Юлда ниндәй музыка тыңларға яратаһың?
– Үҙебеҙҙең башҡорт йырҙарын, әлбиттә! Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиевтәрҙе тыңлаһам, күңелде өйкәгән таш-ҡомдар эреп төшкәндәй кеүек була. Әлбиттә, башҡа башҡорт йырсыларына ла битараф түгелмен.
Ғөмүмән, юлда йыр тыңлау миңә мотлаҡ түгел. Сөнки юл үҙе йыр кеүек бит инде ул. Юл моңдары үҙенән-үҙе күңелгә килеп һырыла. Йырламаған ерҙән йырлап та ебәрәһең. Урмандың, яландың, йылғаның, шишмәнең үҙ моңо булғандай, юлдың да үҙ көйө бар. Урман юлының, ялан юлының, йылға юлының, шишмә юлының үҙ моңо булғандай, автомобиль, транспорт юлы ла үҙ моңон көйләп ята. Юл моңо – үҙе бер мөғжизә!