Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
13 Декабрь 2017, 22:50

Автомобилемде ғаилә ағзаһы кеүек ҡабул итәм…

Көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең сабырлығы, өлгөрлөгө һәм тәүәккәллеге менән көслө. Ысынлап та, хәҙерге заманда башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер.

Эльмира Саматова
Эльмира Саматова

Көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең сабырлығы, өлгөрлөгө һәм тәүәккәллеге менән көслө. Ысынлап та, хәҙерге заманда башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Сөнки ул бер үк ваҡытта ғаилә усағын һаҡлаусы ла, балаларын яҡлаусы ла, тормош иптәшен илһамландырыусы ла, нескә күңелле гүзәл зат та булып ҡалырға тейеш. Рубрикабыҙҙың сираттағы геройы – Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актрисаһы, күптәргә “Ай ҡыҙы” сериалы аша таныш булған өс ҡыҙ әсәһе Эльмира САМАТОВА тап шундайҙарҙан. Һылыулығы һәм нәзәкәтлелеге менән һәр кемде әсир итерлек был ханым ниндәй “арғымаҡ”ты ауыҙлыҡлаған икән?

– Эльмира Рәдиф ҡыҙы, бөгөн руль артында ултырған ҡатын-ҡыҙ һаны көндән-көн арта. Һеҙҙеңсә, гүзәл заттар был был аҙымға ни өсөн бара?


– Автомобиль – бер яҡтан беҙҙең йәшәйешебеҙҙе еңеләйтһә, икенсе яҡтан ҡатмарландыра. Бала саҡта ваҡыт бәрәкәтле булғанғамы, әсәйҙәр машиналары булмаһа ла, ғаиләһен ҡарарға ла, беҙҙе автобуста балалар баҡсаһына, мәктәпкә илтергә лә, шул уҡ ваҡытта эшкә лә йөрөргә өлгөргән. Бынан тыш өйҙәге хаттин ашҡан мәшәҡәттәрен башҡарырға ла әмәлен тапҡан. Ә хәҙер өйөбөҙ көнкүреш техникаһы менән тулған, һәр кемдең тиерлек автомобиле бар. Шулай ҙа бер нәмәгә лә өлгөрмәйбеҙ, ваҡыт йәшен тиҙгелендә үтә лә китә.

Ҡытайҙа уҡып йөрөгән ҡыҙым: “Әсәй, бында халыҡ шул тиклем тыныс йәшәй. Эш хаҡы етеш йәшәргә етә. Аҡса артынан ҡыуып, үҙҙәрен юҡҡа сарыф итмәйҙәр. Текә иномаркаларҙа йөрөһәләр ҙә, өҫтәрендә – ябай ғына спорт кейеме”, – ти. Ә беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киреһенсә. Аҡса һәм йәмғиәт баһаһы – тәү сиратта. Шуға ла талаптарыбыҙ ҙа даими рәүештә артып тора: балаларҙы яҡшы мәктәптә уҡытырға, иң шәп түңәрәктәргә йөрөтөргә, затлы өҫ кейеме, яңы фатир һатып алырға. Ошо һайлау мөмкинлеге менән файҙаланыу өсөн беҙгә мәжбүри рәүештә руль артына ултырырға тура килә. Юғиһә үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап көн күреүҙән башҡа сара ҡалмай.

Икенсе яҡтан, мобиллек ҡатын-ҡыҙҙарға бойондороҡһоҙлоҡ бүләк итә. Көндәлек мәшәҡәттәрен үҙаллы хәл итергә, тормошоноң бөтә өлкәләрен дә күҙ уңынан ебәрмәҫкә, шул уҡ мәлдә гүзәл зат та булып ҡалырға ярҙам итә. Минең өсөн автомобиль тирә-яҡтағы бысраҡ һауа торошонан, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы серле ҡоршау кеүек тә тойола.


– Һеҙҙе руль артына ултырырға нимә этәрҙе?


– Мин бөтә мәсьәләләрҙе лә тыуыу тәртибендә хәл итергә күнеккәнмен. Бына машина менән дә шулай булды. Ирем ауырып киткәс, дауахана тупһаһын йыш тапарға тура килде. Такси менән йөрөү тамам үҙәккә үткәс, руль артына ултырырға баҙнат иттем. Яҡынымдың һаулығы бизмәндең икенсе яғындағы ҡурҡыу хисен еңде. Ә шуға тиклем машина йөрөтөрмөн тигән уй башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Ул ваҡытта миңә 28 йәш ине. Водителгә уҡыу курсына яҙылып, был өлкәне ентекле өйрәнә башланым. Практик дәрестә иң беренсе мине водитель креслоһына ултырттылар, ә мин хатта педалдәрҙе лә айырмайым. Шулай ҙа һынатманым. Уҡытыусым минең рулде дөрөҫ тотоуымды, юлда “йөҙөп” йөрөмәүемде һәм тәүге минуттан уҡ көҙгөләргә ҡарауымды миҫалға килтереп, башҡаларға һөйләп барҙы. Ҡулдар тулҡынланыуҙан тирләп бөтһә лә, үҙемде ышаныслы тойҙом. Күрәһең, “тимер атты” ауыҙлыҡлауға күңелем менән дә, аңым менән дә әҙер булғанмын. Шуға уҡыуы артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, имтихандарҙы ла беренсе тапҡырҙан тапшырҙым.


– Руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата әйтелгән “гранаталы маймыл” йәки “юҡ ерҙә тығын тыуҙырыусы йән эйәһе” ише шаяртыуҙар ишетергә тура килә. Һеҙ гүзәл заттарҙың машина йөрөтөү кимәлен нисек баһалайһығыҙ?


– Был һүҙҙәр менән килешә алмайым. Водителдәрҙе енес буйынса айырмайҙар. Һин ир йәки ҡатын булған өсөн генә һаҡ, тәртипле йөрөйһөң тигәнде аңлатмай. Бөтәһе лә кешенең холҡона, донъяға ҡарашына бәйле. Кемдер үҙенең генә түгел, ә башҡа юл хәрәкәте ҡатнашыусыларының да хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, иғтибарлы йөрөй. Ә кемдер үҙ донъяһына сумып, юлды тамам күҙ уңынан ысҡындырып ебәрә. Бынан тыш ҡайһы бер водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙары йәнде көйҙөрә.

Шәхсән мин үҙем юл билдәләрен теүәл үтәргә, ашыҡҡан саҡта ла тиҙлек режимын һаҡларға тырышам. Руль артында уҙған 12 йыл ғүмерем эсендә, Аллаға шөкөр, штраф түләгәнем булманы.


– Ә водитель таныҡлығын үҙ көстәре менән алмағандарға нисек ҡарайһығыҙ?


– Автомобиль йөрөтөүҙе мода артынан ҡыуыу ғына тип уйламаған, ә ҙур яуаплылыҡ икәнен дә ныҡлап төшөнгән кешеләр был аҙымға бармай, минеңсә. Ҡағиҙәләрҙе теүәл белеү – тәү шарт. Был йәһәттән мин инструкторға ла, иптәшемә лә рәхмәтлемен. Сөнки тәүгеһе миңә практиканы теорияға нигеҙләнеп бирһә, һуңғыһы үҙенең тәжрибәһенән сығып өйрәтте. Уларҙан мин киҫкен ситуацияларҙа автомобиль менән нисек дөрөҫ идара итергә өйрәндем, “үле зона” төшөнсәһе менән таныштым. Күптәрҙең ошондай мәғлүмәттән мәхрүм булыуы арҡаһында юлда юғалып ҡалыуҙары ихтимал.

Иптәшем автомобилдәр менән 12 йәштән дуҫ, шуға күрә уның оҫталыҡ дәрестәрен алыу минең өсөн ҙур мәктәп булды. Төнгө ҡала урамдары буйлап байтаҡ йөрөнөк, ә өйҙән эшкә, мәктәпкә, туғандарға тиклем маршрутты ғына бер нисә тапҡыр ураныҡ. Иптәшемдең руль артына ултырыу менән үтер юлыңды күҙ алдынан үткәреп сығырға кәрәк тигән кәңәшен ғүмерлеккә хәтер һандығыма һалып ҡуйҙым. Уның һиҙгер етәкселеге аҫтында мин таҫыллығымды бермә-бер арттырҙым һәм аҙаҡ тыныс күңел менән үҙ аллы юлға сыға башланым.


– Ниндәй автомобилдәрҙә йөрөгәнегеҙ булды?


– Беренсе машинамды ҡулдан алдыҡ. Автомат коробкалы, руле уң яҡта урынлашҡан зөбәржәт төҫөндәге Toyota Vistaны беҙ тәү күреүҙән үк оҡшаттыҡ. Хужаһы тәрбиәләп, бөхтә йөрөткән. Салонына хатта аяҡ кейемдәрен сисеп ултырыу теләге тыуғайны. 26 мең һумлыҡ машина алырға иҫәп тотҡайныҡ, һөҙөмтәлә әлегеһен 126 мең һумға кредитҡа алып ҡайттыҡ. Уның менән 5–6 йыл самаһы йөрөнөм. Уң рулле автомобилдәрҙе тиҙҙән тыясаҡтар тигән тауыш сыҡҡас, һатып ебәрергә тура килде.

Бер мәл иптәшем бергәләп салонға барып килергә саҡырҙы. Буштан-бушҡа йөрөгө килмәһә лә, теләгенә ҡаршы төшмәнем. Байтаҡ ҡына салонды иңләнек. Аҙаҡ ул мине тышта торған кирбес төҫөндәге япон машинаһы – Honda Jazz автомобиле эргәһенә алып килде. “Һинең кеүек ижади кешегә Jazz һүҙе нығыраҡ килешә”, – тип асҡыстарҙы миңә һондо. Бындай ҙур бүләк алыуыма бер килке ышанмай торҙом. Автомобилем көндән-көн нығыраҡ ҡыуандырҙы: яғыулыҡты аҙ “ашай”, идара итеүе еңел, салоны ла уңайлы. Тик ҡышын ҡарлы урамдарҙан үтеү ҙур бәләгә әйләнде, көрәк тотоп ҡаҙып сығарған саҡтарым да булды. Шул ваҡытта көслөрәк машина тураһында хыяллана башланым. Әлеге Lexus RX 330 осрағайны, һис икеләнмәйенсә алырға булдыҡ. Кроссовер, тулы приводлы, бейек булыуын шундуҡ ыңғай баһаланым.

Бынан тыш миңә 8 кешегә иҫәпләнгән Hyundai Starex микроавтобусын да йөрөтөү бәхете лә тейҙе. Уның менән күмәкләп ял итергә йөрөү уңайлы ине.


– Эльмира Рәдиф ҡыҙы, машинаны ҡарҙан көрәп сығарған саҡтар ҙа булды тиһегеҙ, ә автосервис, автойыуыу урындарына йыш йөрөйһөгөҙмө?


– Дөрөҫөн әйткәндә, мин автомобилемде тейешле кимәлдә тәрбиәләп өлгөрә алмайым. Өс йәшлек ҡыҙымды эйәртеп йөрөү уңайһыҙ. Шуға иптәшемдең ярҙам ҡулынан баш тартмайым. Сөнки ул машина йәнле кеше, тимер-томор менән булышыуҙан күңел кинәнесе ала. Бөхтәлекте ярата, техниканың ҡоролошон яҡшы аңлай. Шуға машина йүнәтеү эшен дә уға ышанып тапшырам.


– Уйлап ҡараһаң, кеше ғүмеренең байтаҡ ҡына өлөшөн “тимер арғымаҡ” менән үткәрә: таҙарта, йүнәтә, идара итә. Шуға ҡайһы бер водителдәрҙең уның менән дуҫтарса һөйләшеп китеүе лә сәйер тойолмай кеүек…


– Эйе, беҙ ҙә автомобилебеҙҙе ғаилә ағзаһы кеүек ҡабул итәбеҙ, аралашабыҙ. Мин уның да йәне барлығына ышанам. Машина эшләй, беҙҙе йөрөтә икән, тимәк, ул ниндәйҙер энергия сығара. Уны дөрөҫ ҡабул итергә һәм шул әйләнеште боҙмаҫҡа тейешбеҙ. Үҙем ошоға инанғаным бар. Ҡышын ишек алдында ныҡ ҡына батҡан саҡта автомобилемә бер-ике матур һүҙ әйтеү етә: соҡорҙан елдереп сыға. Бер танышым кәңәше буйынса, машина үпкәләп ҡалмаһын тип, һатҡан саҡта эсенә тәм-том ҡалдырып китәбеҙ.


– Әгәр ҙә бер генә минутҡа бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән тип күҙ алдына килтерһәк?..


– Юлдар бөтөнләй тиерлек бушап ҡалыр ине. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙың “тере ҡулһыҙ” ҡалыуын күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уларға көндәлек эштәрен башҡарыу бик ауырға төшөр ине, минеңсә. Ҡатын-ҡыҙ иғтибарын, әсә һөйөүен бер нәмә лә алыштыра алмай. Ә заман йәш быуындың төрлө яҡлап үҫешкән булыуын талап итә. Атай-әсәйҙең бурысы – уларға тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итеү. Әлбиттә, ике яҡҡа ла тәғәйенләнеш табыу өсөн байтаҡ эҙләнергә тура килә.

Беҙ өлкән ҡыҙҙарыбыҙ Милана менән Камилланы фигуралы шыуыу, гимнастика, пианино, фортепиано, дзюдо кеүек түңәрәктәргә йөрөттөк. Фигуралы шыуыуға ғына Спорт һарайына көнөнә ике тапҡыр – иртәнге 7-лә һәм киске 11-ҙә барырға тура килә ине. Өйгә, Һупайлы биҫтәһенә, ҡайтып еткәнсе ҡара төн етә торғайны. Шуға эргәлә ошондай яуаплы эштәрҙе ышанып тапшырырҙай олатай-өләсәй булыуы хәлде күпкә еңеләйтә. Ә улар мобиль дә булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Спектаклдәрҙән бушаған мәлдәрҙә мин төрлө саралар, туйҙар алып барыу менән дә шөғөлләнәм. Байтаҡ ҡына күлдәк-костюмдар, ойоштороу кәрәк-яраҡтарын үҙеңә хәстәрләргә тура килә. Уларҙы йөкмәп, байрамса биҙәнеп, автобуста йөрөп булмай, уңайһыҙ. Ә такси саҡыртһаң, сығымдарҙың осо күренмәйәсәк.


– Ҡыҙҙарығыҙ үҙ урындарын таптымы?


– Эйе, бөгөнгө көндә ҡыҙҙарым үҙ урындарын тапты тип әйтә алам. Өлкән ҡыҙым иҡтисад йүнәлеше буйынса белем алып, Ҡытайҙа уҡыуын камиллаштыра, ә уртансы ҡыҙым минең эҙҙән китте – сәнғәт юлын һайлап, Ҡазанда уҡып йөрөй. Иң кесе ҡыҙыбыҙға Раминаға әле ни бары 3 йәш. Өсөһө менән дә декрет ялында ултырҙым. Әле лә өлкән ҡыҙҙарым шуның өсөн рәхмәтле миңә. Бала саҡтары тураһында ни генә һораһалар ҙа, уларға бәйән итерлек хәтирәләрем бар. Ҡасан тәпәй китеүҙәре, ҡасан телдәре асылыуы, ниндәй уйындар яратыуҙары – һәммәһен дә беләм. Әсә кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул.


– Һеҙ нескә күңелле ҡатын да, оло йөрәкле әсәй ҙә, ә айғырҙай автомобиль руле артында ултырған Эльмира Саматова ниндәй?


– Машина йөрөтөү – сәнғәт, ул һине башҡаларға ҡарата сабыр, миһырбанлы булырға өйрәтә. Юлда мин һаҡ водитель, киҫкен хәрәкәттәр яһамаҫҡа тырышам. Башҡалар менән ярышыуҙан бөтөнләй тыйылам. Нисек кенә ҡабаланһаң да, 5 минут ҡына отоуың мөмкин. Уҙып китергә теләүселәргә лә ҡамасауламайым. Кем белә, бәлки, уның ысынлап та ашығырға мөһим сәбәбе барҙыр? Ҡайһы саҡта юлда үҙҙәрен үтә иркен тотоп, башҡаларға хәүеф тыуҙырған водителдәр асыуға тейә, әлбиттә. Ул саҡта әрләп тә алам үҙҙәрен. Ғәҙәттә, водитель таныҡлығын имтихан тапшырып, машинаны эшләп тапҡан аҡсаға алған кеше юлда “текә”ләнмәй.


– Машина йөрөтөү кимәле менән ҡәнәғәт булмағандар водителде йә юл ситенә ҡыҫып, йә тиҙлекте кәметергә мәжбүр итеп “уҡытып” китеүсән. Һеҙ ундайҙарға нисек ҡарайһығыҙ?


– Мин барыһын да Хоҙай Тәғәлә күрә тигән принцип менән йәшәйем. Бөгөн – һине, иртәгә уны кемдер ҡыҫыуы ихтимал. Үсләшеү, кемгәлер дөрөҫлөк иҫбат итеү – юлда бөтөнләй килешмәгән эш. Иҫәр менән иҫәр булма тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.

Минеңсә, руль артында ир-ат үҙен агрессивыраҡ тота, сөнки уларҙа лидерлыҡ сифаты өҫтөнлөк итә. Ә ҡатын-ҡыҙҙар теләгән бер хәлде көйләп, шымартып ҡуя. Шуға ла мин иптәшемдең ҡыҙып китеүен шәйләп ҡалыу менән тынысландырырға ашығам. Юлда бер яңылыш хәрәкәт кеше ғүмере менән иҫәпләнә бит.


– Һеҙҙеңсә, тәртип боҙоу күренештәрен кәметер өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?


– Һәр эштең башында мотивация тора. Әгәр ҙә кеше ыңғай яҡҡа үҙгәрергә теләй икән, тимәк, үҙенә этәргес көс табырға тейеш. Юл-транспорт фажиғәһенә осрамаған водителдәрҙең страховка хаҡы йылдан-йыл кәмей барыуы уны юлда үҙен иғтибарлыраҡ, иплерәк тотоуға булышлыҡ итә ине. Ошондай дәртләндереүсе программалар индерелеп торһа, хәлдең яҡшырыуы мөмкин, минеңсә. Бының өсөн водителдәргә машина йөрөтөү һәләтен камиллаштырыусы махсус тренингтар үтеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирер ине. Минең иптәшем тап ошондай курстар ойоштороу менән мәшғүл. Ул әлеге курсты тамамлағандан һуң кеше юлда үҙен күпкә ышаныслыраҡ тотоуын һәм аварияға һирәгерәк осрауын билдәләй.

Бынан тыш беҙгә тағы ла машиналарға урынлаштырылған яһалма интеллект ярҙам итәсәк. Был йәһәттән ғалимдар яңынан-яңы системалар булдырыу өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, автомобилдә урынлаштырылған ҡоролма алкоголь еҫен тойоу менән машинаға ҡабынырға ирек бирмәй. Тимәк, иҫерек килеш автомобиль менән идара итеү мөмкинлеге бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Тиҙлек режимын көйләү ҙә ҡаралған. Водитель тиҙлеген билдәләнгән сиктән арттырып ебәрһә, әлеге система уны рөхсәт ителгән кимәлгә төшөрәсәк. Әгәр бына ошондай нанотехнологиялар беҙгә лә килеп етһә, юлда йөрөү хәүефһеҙерәк булыр ине.

Был асыштарҙы ҡулланыу өсөн беҙҙең илгә тәү сиратта юлдарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Уларҙың сифатын сит илдәрҙекенә еткереү мөһим. Сөнки автомобиль өсөн асыҡ юл һәм асыҡ билдә-һыҙыҡтарҙың булыуы мөһим.


– Әлеге мәлдә ниндәй автомобиль тураһында хыялланаһығыҙ?


– Үҙемдең автомобилем менән тулыһынса ҡәнәғәтмен. Ә шулай ҙа берәй ҡасан яңы машина алыу мөмкинлеге сыҡһа, ынйы төҫөндәгеһен һайлар инем.


– Үҙегеҙҙе ниндәй автомобиль менән сағыштыраһығыҙ?


– Lexus минең барлыҡ асылымды сағылдыра кеүек. Шулай ҙа икебеҙҙе лә берләштергән бер мөһим уртаҡ һыҙатты тоям – ул асыҡлыҡ. Машинаның “йөҙө”, алғы фаралары ла, кеше ҡарашы кеүек, холоҡ, темперамент сағылдырыуға һәләтле. Бына Lexusҡа бер күҙ һалыу менән көслө, әммә шул уҡ ваҡытта наҙлы һәм алсаҡ ҡыҙ күҙ алдыма баҫа.


– Эльмира Рәдиф ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы йылда Һеҙгә хәйерле юлдарҙа имен йөрөргә насип булһын!


Lexus RX330

Етештереүсе ил – Япония;

Автомобиль класы – премиум;

Кузовы – кроссовер;

Двигатель күләме – 3310 см2;

Тапшырыусы ҡап – автомат;

Яғыулыҡ сығымы – трассала – 9,8, ҡала эсендә – 13,1 л;

Ишектәр һаны – 5;

Приводы – тулы;

Ҡеүәте – 230 ат көсө;

Багажнигы – 439 л;

Яғыулыҡ багының күләме – 72 л;

Максималь тиҙлеге – сәғәтенә 180 саҡрым;

База комплектацияһы: рулдең гидро-көсәйткесе, круиз-контроль, парктроник, күп функциялы борт компьютеры, хәүефһеҙлек мендәрҙәре, климат-контроль.
Читайте нас: