Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
15 Август 2018, 16:28

Тигеҙ трассаға ҡарағанда юлһыҙлыҡты үҙ итәм (№4, 2018)

Был һанда үҙенең шәхси машиналары тураһында “Тамыр” телеканалы һәм “Юлдаш” радиоһында кескәйҙәр өсөн тапшырыуҙар алып барыусыһы, йәш атай Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВ бүлешмәксе.



“Әгәр һинең дүрт тәгәрмәсең юҡ икән, үҙеңде имгәкләп йөрөгән кеүек хис итәһең” тигән фекер ишетергә тура килгәйне. Ысынлап та, был һүҙҙәр бөгөнгө көн хәҡиҡәтенә тулыһынса тап килә. Сөнки шәхси транспорт тынғыһыҙ ҙа, мәшәҡәтле лә тормошобоҙҙо ярайһы ғына еңеләйтә. Шуға олоһо ла, кесеһе лә “тимер ат”ты йүгәнләп, үҙ автомобилдәр тарихын тыуҙыра. Шулар араһынан үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлыларын ғына һайлап, уҡыусыларыбыҙҙы даими таныштырып киләбеҙ.

Был һанда үҙенең бала саҡ мажаралары, шәхси машиналары тураһында “Тамыр” телеканалы һәм “Юлдаш” радиоһында кескәйҙәр өсөн тапшырыуҙар алып барыусыһы, йәш атай Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВ бүлешмәксе.

– Бәләкәй Фәрхәттең йөрәгендә машиналарға һөйөү нисегерәк яралды икән?

– Барыһы ла атайым яратып алдырған “За рулем” журналынан башланды, буғай. Ул ваҡытта мин мәктәпкә лә төшмәгәйнем әле. Хәреф танымаһам да, яңы һанды иң беренсе булып ҡулға мин төшөрәм. Ҡағыҙ, буяу еҫтәре аңҡып торған журнал биттәрен ҡабаланмай ғына асып, һәр һүрәтен ентекләп ҡарап сығам. Ундағы бөтөнләй ят, әммә иҫ киткес матур машиналарға һоҡланып: “Их, ошоһо минеке булһа ине”, – тип хистәргә бирелеп китә инем ҡай саҡ. Шулай “үҙ донъяма” сумып, онотолоп киткән саҡтарымда атайым: “Бәй, уҡый белмәйһең бит, улым, ни эшләп ултырған булаһың?” – тип мәрәкәләй торғайны.

Минең өсөн ҙур хазинаға әйләнде ул “За рулем” журналы. Уның һәр һүрәте, һәр һаны минең өсөн ҡәҙерле була торғайны. Айына бер генә килгән журналды яңыһы килгәнсе ятлап бөтә инем. Ҡайһы биттә ниндәй маркалы, ниндәй төҫтәге автомобиль, йөк машиналары баҫылғанын күҙ йомоп та әйтә ала инем. Һәр һанын ҡәҙерләп кәштәгә йыйып барған архивымды, үҫкәс тә йыш алып ҡарай торғайным.

Бәләкәй саҡта гөрләп эшләгән колхоз-совхоздар йөк машиналарына бай була торғайны. Камаз, ЗИЛ, ГАЗ, комбайн, тракторҙары – ниндәйе генә юҡ, көнө буйына урам буйлап әле тегеләй, әле былай елдерәләр. Мин шуларҙы күҙәтеп бер булам. Шул арала атайымды “Ни өсөн?”, “Нисек?” һорауҙары менән дә йонсотам. Ул, техника йәнле кеше булараҡ, минең тимер-томорға ҡыҙыҡһыныуымды һүрелдермәҫкә теләпме, трактор, машина ҡоролошон деталдәренә тиклем иренмәй аңлата торғайны.

Ни өсөндөр, йөк машиналары араһынан Камазға һөйөүем айырыуса көслө булды. Уның яҡынлашыуын ҡолаҡ ситем менән ишетеп ҡалыуым була, шундуҡ барлыҡ уйынсыҡтарымды ташлап, тышҡа атлығам. Нисек тә булһа, шалтыр-шолтор килеп, ҡоро юлда бағаналай туҙан туҙҙырып, төтөн еҫен аңҡытып үтеп киткән гөрөлдәк машинаны күреп ҡалыу. Уның артынан таралған бензин, саң ҡатыш һауаны еҫкәп кинәнәм. “Эх, ни эшләп минең атайымдың да ошондай ҙур техникаһы юҡ икән?” тип көнө буйы аталары менән Камазда елдергән дуҫтарымдан көнләшеп тә китә инем.

Атайым ни өсөндөр үҙе Камаз алырға атлығып барманы, әммә бер мәл трактор һатып алды. Ул саҡта миңә 5 йәш самаһы булғандыр. Мине лә кабинаға ултыртыр тип өмөтләнеп, артынан тотам ҡалмай эйәреп йөрөгәнем хәтеремдә. Һирәк-һаяҡ яланда руль борорға рөхсәт итә ине. Бәләкәй саҡта бесәнгә эргәһенә ултыртып йөрөттө, ә 12 йәштә сапҡысты үҙемә үк тапшырҙы.

– Ә автомобилгә тәүге тапҡыр ултырыуыңды хәтерләйһеңме?

– Миңә ике йәш саҡта атайым ун йылдан артыҡ йөрөлгән “копейка”ны өр-яңы машина хаҡына һатып алған. Мине йыш ҡына алдына алыр булған. Беренсе тапҡыр руль артына ултырыуымды әсәйем йыш ҡына көлөп хәтерләй: “Машина эләкһә, Фәрхәттең йөҙө етдиләнеп китә. Атаһына оҡшарға теләп, рулде бер тегеләй, бер былай өйөрөлткән була. Үҙе уңға-һулға сайҡалып ултыра, үҙе “Белые рожи, белые рожи” тип ҡысҡырып йырлаған була. Йәнәһе, Юрий Шатуновтың популяр йырын башҡара инде”.

Машинаға һөйөүем йылдан-йыл көсәйә генә барҙы. Мәктәпкә төшкәс, атайымдың эштән ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп алыуымды яҡшы иҫләйем. Бының сәбәбе лә әлеге автомобиль. Ғәҙәттә, ул эштән ҡайтҡас, “тимер атын” ҡапҡа алдында ҡалдыра торғайны. Минең шым ғына руль көҫәп йөрөгәнемде самалап, ҡайһы саҡта уны урам эсенә индерергә ҡуша ине. Машинаны үҙ аллы ҡабыҙып, 10 метр үтеү минең өсөн оло шатлыҡ була торғайны. Бер мәл атайым: “Ярайһы матур ғына булыша башланың, быйыл сабынлыҡҡа үҙең барһаң да була”, – тип әйтеп һалды. Һүҙендә торҙо атайым. Тракторға эйәреп, яланға машина менән үҙ аллы йөрөй башланым. Шул мәлдә ауыл халҡы: “Машина тәгәрәп бара тиһәк, эсендә Фәрхәт тә ултыра икән”, – тип көлә торғайны. Көлөрлөк тә шул, тәҙрәгә буйым етмәгәс, руль аҫтынан үрелеп кенә ҡарарға тура килә ине.

Машина йөрөтөргә өйрәнгәс, тимер-томор эсендә лә соҡонорға, шәмдәрен дә алыштырырға әүәҫләнеп киттем. Бысранып китһә, тиҙ генә йыуып алам, хәйер, уныһы ла минең өсөн ҡыуаныс ҡына ине. Шулай итеп, әлеге “копейка”ға рәхмәтлемен мин, байтаҡ ҡына тәжрибә тупларға ярҙам итте бит ул. Хатта үҙемде әсәйемдең инструкторы ролендә лә һынап ҡараным.

– Ә “За рулем” битендәге машиналар хыял ғына булып ҡалдымы?..

– Студент саҡта атайым ВАЗ-2107 машинаһын бүләк итте, һуңғараҡ үҙенең “десятка”һын да миңә тапшырҙы. Шул мәлдә “За рулем” журналы битендәге һүрәт күҙ алдыма килеп баҫты. 1993 йылдарҙа “Лада”ның 10-сы моделенең һүрәте сыҡҡайны. Бик тә зауыҡлы булып хәтерҙә ҡалған. Ул ваҡытта “десятканы” әлеге Мерседесҡа тиңләргә булыр ине. Шулай һуңлап булһа ла, бала сағымдың бер хыялы тормошҡа ашты.

Бәләкәй саҡта ҙур ярымприцеплы йөк машиналарына булған һөйөүем хаҡында әйткәйнем инде. Ҙур техникаға ултырып, оҙон сәфәргә сығыу теләге күңелемә тынғы бирмәй өйкәй. Ул ваҡытта мин “Лада Калина” автомобилендә йөрөй инем. Аҙаҡ “ГАЗель” машинаһын һатып алып, үҙемде ят өлкәлә һынап ҡарарға булдым. Бер йыл самаһы йөк ташыу менән шөғөлләндем. Ниһайәт, ҙур машинаға ла хужа булып, оҙон юлдар үтеп, рәхәтлеген дә, ауырлығын да үҙ елкәмдә татып ҡараным.

“За рулем” журналына ҡағылышлы тағы ла бер хәтирәм иҫкә килеп төштө әле. Бала саҡта яратып уйнаған “буксирка” тигән уйынсығым була торғайны. Тәгәрмәскә тимер сыбыҡтан тотҡос яһап эшләп алғайным. Шуны йыл дауамында йә батҡаҡта, йә ҡарҙа әйләндерә инем. Йәй ҡоро булһа, соҡорға һыу ҡойоп алам да, туйғансы “буксовать” итәм. Ҡышын-яҙын бейәләй-бирсәткәләр сыҙамай ине хатта, баш бармаҡтары тишелә лә сыға. “Буксирка”ны үҙемсә төрләндереп тә алам: йә арба йәтешләп тағам, йә әйберҙәр һалып һөйрәтәм. Аҡтырнаҡ тигән этем дә ярата ине уны. Уйынсығымды бер тешләй, бер яңағын ҡуйып тырната. Бәлки, минең менән уйнағыһы килеп шулай ҡыланғандыр инде. Мин иһә үҙ “техникама” әүрәп, уға иғтибар итмәйем, йөндәрен әйләндереп бөтә инем.

Шулай бала саҡтан батҡаҡта йөрөүсе көслө машиналар тураһында хыялландым. Әлеге лә баяғы журналда һары Land Rover Defenderҙарҙа бысраҡҡа батып бөткән машина һүрәттәре минең күҙемде ныҡ ҡыҙҙыра торғайны. Бер мәл Трофи-рейдт экспедицияһына барырға теләүселәр араһында конкурс иғлан иттеләр. Минең дә ҡатнашып ҡарағым килә, бәлки, еңеп, сәйәхәткә сығырмын тигән өмөт уянды. Уны “Camel ” тәмәке компанияһы ойоштора ине. Ә мин бала кеше. Шунда әсәйемдән: “Экспедицияға барыр өсөн мотлаҡ тартырға кәрәкме ни?” – тип аптырап һорағанымды иҫләйем.

Офф-роуд мине бәләкәйҙән үҙенсәлекле булыуы менән ылыҡтыра. Ғәҙәттә, ир-егеттәр тигеҙ трасса буйлап кемуҙарҙан уҙышырға ярата. Ә миңә, киреһенсә, юлһыҙлыҡ яҡын. Батҡаҡ тулы соҡор-саҡырҙар аша үтеп, бысранып бөтәһең, ә күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерәһең. Әле ауылда атайымдың бәләкәй генә ЛуАЗ машинаһы бар. Форсат сыҡҡан һайын уның менән, Амур этебеҙҙе лә эйәртеп, тирә-яҡты ҡыҙырып, күңел булғансы йөрөп әйләнәбеҙ.

– Ә ниндәй машина йөрөтөү айырыуса кинәнес килтерә?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин билдәле бер машина маркаһына ынтылмайым. Үҫмер саҡта миңә яҡташ фермерҙың ишек алдында ултырған техникаларын күрергә тура килде. Унда нимә генә юҡ: трактор-комбайндар, Урал, ЗИЛ, Камаздар һ.б, уларҙың күплегенә, төрлөгөнә хайран ҡалғайным. Әммә мин шуларҙың бер нисәһе менән генә яҡындан танышмын. Киләсәктә быға тиклем ултырып та ҡарамаған машина төрҙәре менән, кәм тигәндә, идара итеп ҡарау теләге менән янып йәшәйем.

– Белеүемсә, әле Skoda Octavia автомобиленә туҡталғанһың? Нимәһе менән ылыҡтырҙы ул һине?

– Шкодаға тиклем беҙ Калинала йөрөнөк. Уның ыҡсым ғына багажнигына сумка, коляска кеүек кәрәк-яраҡтарҙы шыпа тултыра инек. Әммә урын барыбер етмәй. Ә Octavia беҙҙе үҙенең иркен салонлы, һыйҙырышлы багажниклы булыуы менән ҡыуандырҙы. Бынан тыш ышаныслы ла, уңайлы ла һәм хәүефһеҙ тип баһалайым мин уны.

– Заман автомобилдәрендә ниндәй өҫтәмә мөмкинлек күрергә теләр инең?

– Малай саҡта, машиналар ҡоролошон аңламағанда, “машина һыу менән йөрөһә, ҡалай шәп булыр ине” тип хыяллана торғайным. Хәйер, хәҙер был да кешелек өсөн яңылыҡ түгел. Яғыулыҡ урынына һыу ҡулланылған двигателдәр күптән уйлап сығарылған. Әммә әлегә ҡулланышҡа индерелмәгән. Әгәр минең ғүмеремә килеп етһә, автомобилгә крандан рәхәтләндереп һыу ҡойоп йөрөр инем.

– Кисә һин водитель-егет, ә бөгөн водитель-атай. Улың тыуғас, машина йөрөтөү манераң үҙгәрҙеме?

– Аҡыл керҙеме, әллә, ысынлап та, атай булыу тәьҫир иттеме? Элек тиҙ йөрөргә ярата инем, ә әле нисек улай баҙнат иттем икән тип хайран ҡалам. Хәҙер мин үҙемә улай ҡыланырға ирек бирмәйем. Сөнки мин үҙемде түгел, улымдың атаһын һаҡлайым. Уның бәхетле бала сағы булһын, атайлы булып үҫһен өсөн тырышам. Бынан тыш үҙен дә хәҙерҙән водитель, юл хәрәкәте ҡатнашыусыһы булараҡ әҙерләйем. Планшеттан төрлө уйындар ярҙамында, ә юл йөрөгәндә билдәләр күрһәтеп, ҡағиҙәләр өйрәтәм.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә күпселек водителдәр бөтә донъяға үсеккән кеүек йөрөй, юл биреп бармайҙар. Үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып, тирә-йүндәгеләргә бөтөнләй иғтибар итмәй кеше. Шуға юлда һаҡ булырға тырышам, дистанция тотам, ваҡытты ла иркенерәк ҡалдырам. Ҡабаланған водителдәргә юл биреүең хәйерле. 5 минутҡа һуңлаһаң да, 60 йылға оҙағыраҡ йәшәүең ихтимал тигән девиз менән эш итәм.

– Водитель тәү сиратта ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш?

– Һәр нәмәлә аҡыл кәрәк. Аҡыл булһа, һин иғтибарлы ла, һаҡ та булаһың. “Руль артына ултырғанһың икән, тимәк, үҙең өсөн генә түгел, машина эсендәге кешеләр һәм яҡын-тирәләгеләр өсөн дә яуап бирәһең” тигән атайымдың кәңәшен һәр ваҡыт иҫтә тотам.

– Һинең өсөн автомобиль нимә ул?

– Автомобиль – хужаһына холҡо һәм энергетикаһы менән тап килгән дуҫ кеүек. Ир-егеттәр, ғөмүмән, ҡурсалаусы, яҡлаусы зат. Ә автомобиль шуға ирешергә мөмкинлек биреүсе бер сара. Бөгөнгө көндә мин кәләшемдең, улымдың уңайһыҙлыҡ кисереүенә юл ҡуя алмайым. Шуға күрә, “тимер ат”ым һәр ваҡыт булырға тейеш, тип уйлайым. Әммә уның маркаһы минең өсөн мөһим түгел. Йәш саҡтағыса, ҙурыраҡ, текәрәк, ҡиммәтлерәк булһын ине тигән шашыныу ҙа юҡ. Ҡышын – йылы, йәйен һалҡын булһын, түбәһенән һыу аҡмаһа, тәгәрмәсе әйләнһә – шул еткән. Бөгөнгө көндә автомобилдең, бигерәк тә ҡала ерендә, мөмкин тиклем уңайлы, ыҡсым һәм аҙ сығымлы булыуы ҡулай.

– Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Фәрхәт!



Ҡыҙыҡлы хәл


10 синыфты тамамлаған йыл, бесән ваҡыты. Бабайым үҙенең түбәһеҙ боронғо ГАЗ-67 машинаһы менән бесәнгә киткән. Мин уларға “Беларусь” тракторы менән ярҙамлашырға барҙым. Төшкө аш ваҡытында бабайымдың автомобилендә күрше бесәнлеккә дуҫыма барып, хәл белеп килергә булдым. Текә генә барып төштөм. Беҙ аҙ һөйләшеп торғас, кире сабынлыҡҡа йыйындым. Дуҫым алдында бер аҙ ҡыланып алайым әле тип, “полиция боролошо” эшләргә булдым. Тулы приводлы автомобилдең алғы мосты ғына эшләй ине. Әлеге трюктан һуң машина ҡабат ҡуҙғалмаҫ булды. Руль механизмы боҙолған булып сыҡты. Һаҡлап ҡына йөрөткән иҫке машинаға етә ҡалды инде.

Кеше әйберен боҙған өсөн уңайһыҙ, ҡыҙыу бесән мәлендә тракторымды ҡалдырып йөрөйөм, етмәһә. Сабынлыҡҡа йәйәүләп киттем. Бабайым миңә, 16 йәшлек малайға, был мәсьәләне үҙемә хәл итергә тапшырҙы. Рулде йәбештереп кенә йүнәтеп була. Бәхеткә күрә, эргәләге фермерҙың бесәнлегендә йөрөгән Т-25 тракторының прицебында иреп-йәбештереү аппараты бар. Уларҙың эштән бушағанын көнө буйына көтөп йөрөнөм. Эңер төшә башланы. Ике техника менән машина янына киттек. Йәбештерергә генә тотонғайныҡ, фермерҙың тракторы боҙолдо. Аппаратты көс-хәл менән миңә тоташтырып, эште теүәлләп ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, бер мәртәбә дуҫым алдында шапырынам тип, төн уртаһында ватыҡ трактор таҡтырып, фараһыҙ машина эйәртеп саҡ ҡайтып еттем.

Шул көндө кеше әйберенә тейеүҙән дә насар нәмә юҡ икән тигән һабаҡты ғүмерлеккә үҙләштерҙем.


Skoda Octavia А7

Етештереүсе ил – Чехия;

Автомобиль класы – С;

Двигатель күләме – 1598 см3;

Ишектәр һаны – 5;

Приводы – алғы;

Ҡеүәте – 110 ат көсө;

Багажнигы – 590 л;

Яғыулыҡ багының күләме – 50 л;

Максималь тиҙлеге – сәғәтенә 190 саҡрым;



База комплектацияһы: ике фронталь хәүефһеҙлек мендәре, кондиционер, руль көсәйткесе, алғы тәҙрәләрҙең электроприводы, күп функциялы борт компьютеры.



Читайте нас: