Борон ир-егеттәребеҙ затлы аттар менән дан тотһа, заман ир-уҙамандарын “тимер арғымаҡ”һыҙ күҙ алдына килтереп булмай. “Аutoбиография” тип аталған рубрикабыҙҙа әлеге “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләгән аҫыл егеттәребеҙ менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ғүмер дауамында улар яҙған автомобилдәр тарихын аҡтарып, эске булмышына, йәшәү принциптарына күҙ һалырға ынтылабыҙ.
Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә һуңғы йылдарҙа башҡорт сәнғәтенә шаулап-гөрләп килеп ингән, милли ҡоралдарыбыҙҙы илебеҙ сигендә зауыҡлы, заманса итеп яңғыратыусы мультиинструменталист, үҙенән дәрт-дарман урғылып торған бейеүсе, талант эйәһе, “Zainetdin” этно-шоу проекты авторы Заһир Зәйнетдиновты бөтөнләй икенсе яҡтан асырға тырышырбыҙ.
– Заһир, рубрикабыҙҙың традицион һорауы – автомобилдәр менән танышыуың ниндәй марканан башланып китте?
– Мин хәтерләгән тәүге машина – атайымдың “Пятерка”һы булды. Йыш ҡына уның тубығына ҡунаҡлап йөрөр инем. Ә водитель ролендә үҙемде атайымдың эш автомобиле – “Ока”һында һынап ҡараным. Ул ваҡытта миңә 12 йәштәр самаһы ине. Бер көндө мине руль артына ултыртып, алға-артҡа бирергә “икмәк-тоҙлоҡ” өйрәтте лә, яланға сығып, “тәжрибә арттырырға” тәҡдим итте. Ауыл советы рәйесе булып эшләгәс, бәлки, ваҡыты тығын булғандыр, бәлки, миндә шул рәүешле үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырышҡандыр инде. Хәйер, минең өсөн бик ҡулай килеп сыҡты: “Ока” яғыулыҡты аҙ “ашай”, ваҡыт иркен, атай фатихаһы бар... Кискә тиклем ялан ҡыҙырып, машина нескәлектәрен өйрәндем дә ҡәнәғәт ҡиәфәт менән ҡайтырға юлландым.
Атайым ҡаршыма йүгереп сығып ҡаршы алды ла, миңә иғтибар ҙа итмәй, машина тирәләй өйөрөлөргә тотондо. Йөҙөндә бер ҡыуаныс әҫәре күренмәй. Атайым мине маҡтар тигән өмөтөм шундуҡ юҡҡа сыҡты, кәйефем һүрелде. Эштең шәптән түгеллеген аңлаһам да, сәбәбенә төшөнә алманым. Үҙемсә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә атайымдың күҙлегенән минең тәүге ҡоймағым бигерәк төйөрлө булып сыҡҡан. Баҡтиһәң, мин “Ока”ның төбөн төкөтөп, томалағысы төшөп ҡалғансы “ер һөрөп”, үҙен трактор ише үкертеп ҡайтып ингәнмен икәнJ. Шундай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та һабаҡтан башланып китте минең юл йөрөү тарихым.
– Артабан ниндәй машиналарҙа тәжрибә үткәрҙең?
– Бер осор атайым ауылдан һөт йыйып ташый башланы. Мин ул ваҡытта Өфөлә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатында белем ала инем. Каникул мәлдәрендә юҡ-юҡта атайымды алыштырырға форсат сыға торғайны. Һөт ташыу машинаһының рулен борор өсөн таңғы биштән торорға ла риза инем. Эшкә ярай башлағас, атайым арбалы яңы “Москвич” һатып алды. Минең ғәжәпкә, уны минең исемгә яҙҙырып ҡайтҡан. Шулай көтмәгәндә генә 18 йәшемдә машиналы булып киттемJ.
Ауылда техника ҡулға йыш эләкһә лә, ҡалала көнөм автобустарға ҡала ине. Атайым, минең юл йөрөп ялҡып киткәнемде күрептер инде, үҙенең “Chevrolet Aveo”һын бүләк итте. “Күпте күргән” машина булһа ла, ҡыуанысымдың сиге булманы. Стәрлетамаҡ бейеү театрына эшкә килгән саҡ ине. Шевроле менән тәүге тапҡыр ҡалаға барыуым хәтеремдә. М5 трассаһында хәрәкәт иҫ китмәле көслө, етмәһә, салон тултырып кеше ултыртып алғанмын. Юллыҡ аҡса булыр тигәнмендер инде. Ҙур яуаплылыҡтан тирләп-бешеп, иҫке “яңы” машинамда көс-хәл менән ҡалаға барып индем. Унда ла мажараһыҙ булманы. Бер мәл бөтә машиналар ҡаршыға килә башланы, баҡтиһәң, һулға боролам тип, яңылыш ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡҡанмын икәнJ. Ярай ҙа барыһы ла хәйерле тамамланды ул көндө.
Шевроле менән оҙаҡ йөрөп булманы. Эш хаҡым тулыһынса тиерлек уны йүнәтеүгә китә башлағас, һатыу яғын ҡарай башланым. Ул ваҡытта мин бейеү театрын ҡалдырып, ижад донъяһына сумғайным. Продюсерым Рөстәм ағай Ғиззәтуллин менән яңы йырҙар, клиптар сығарабыҙ. Гастролдәргә йөрөргә тип, кредитҡа өр-яңы “LADA Largus” һатып алған булдым.
20 йәшеңдә үҙең һатып алған автомобилең булыу ҡыуандырһа ла, ай һайын килгән түләүҙәр кәйефте ҡырғылай ине. Шуға уларҙан тиҙерәк ҡотолоу өсөн өҫтәмә килем юлдарын эҙләргә тотондом. “Иң яҡшы мотиватор – ул ипотека” тигән лаҡап бар бит урыҫтарҙа. Ысынлап та, минең кредитым уйҙағы ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға ҙур этәргес көс бирҙе, аҡса эшләргә өйрәтте. Яйлап туйҙар, байрамдар үткәрергә тотоноп киттем, сараларҙа сығыш яһарға йөрөнөм. Әүҙемлегемдең һөҙөмтәһе машинам спидометрында асыҡ сағылды. Ике йыл эсендә бөтә Башҡортостанды урап, Мәскәү, Себер тарафтарына, хатта Ҡырғыҙстанға ла барып, ҙур ғына километраж йыйып өлгөргәнмен.
“Largus”ым тоғро эт кеүек, намыҫлы хеҙмәт итте. Оҙон сәфәрҙәрҙә боҙолоп, ҡыйын хәлдә ҡалдырғаны булманы. Кейем-һалым, аппаратура тейәргә иркен, юлда ла еңел йөрөй. Әммә бер көтөлмәгән сюрприздан һуң миңә уның менән айырылышырға тура килде. Әлеге ваҡытта ул атай-әсәйемә эшҡыуарлыҡ йөгөн тартырға ярҙам итә. Йырлап-бейеп йөрөр өсөн генә түгел, икмәк бешереп һатыу өсөн дә бик шәп булып сыҡты J.
– Бүләк тип, интернет селтәрендәге видеояҙманы күҙ уңында тотаһың түгелме?..
– Эйе, йоҡонан уянып сығыуыма, мине өр-яңы “Chery TIGGO 3” ишек алдынан уҡ ҡаршы алды. Әммә әлеге йомартлыҡ өсөн кемгә рәхмәт уҡырға икәнен генә белмәйемJ. Быйылғы гастролдәрҙә командабыҙ менән бүләгемде һынап ҡараныҡ та инде. Һуңғы йылдарҙа ҡытай машиналары ҡиәфәте менән генә түгел, сифаты менән дә алдыра башлауы һоҡландырҙы мине.
Ғөмүмән, мин машиналарға байлыҡ күрһәткесе тип түгел, ә эш ҡоралы тип ҡарарға күнеккәнмен. “Тимер арғымаҡ”тар булмаһа, кеше бер нәмәгә лә өлгөрә лә, һөҙөмтәле йәшәй ҙә алмаҫ ине, моғайын.
– Һиңә автомобилдәрҙең техник мөмкинлектәренең юғары булыуы мөһимме, әллә уның маркаһы, зауыҡлы дизайнымы?
– Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алған кеүек, автомобилдәрҙең дә иң беренсе тышҡы ҡиәфәте күҙгә салына. Ә тәүге тәьҫорат, ғәҙәттә, ялған булыусан. Шуға ла машина һайлағанда һалҡын аң менән эш итеү дөрөҫөрәк, минеңсә. Сөнки башҡа юл хәрәкәте ҡатнашыусылары именлеге өсөн дә яуаплыһың. Шуға ышаныслы машиналарҙа йөрөү хәйерле. Бында һүҙ ниндәйҙер билдәле бер марка тураһында бармай. Форд автомобилдәрен етештереүсе миллиардер Генри Форд та: “Иң яҡшы машина – яңы машина” тип билдәләгән. Ысынлап та, яңыларының техник күрһәткесе юғарыраҡ була, хәүефһеҙлек талабына ла яуап бирә улар. Шуға ла мин йөрөлмәгән автомобилдәр яҡлымын тиһәм, яңылыш булмаҫ.
– Үҙеңде ниндәй йөрөтмән тип һанайһың?
– Руль артына мин тыныс күңел менән ултырырға һәм һаҡ йөрөргә тырышам. Әммә ҡайһы берҙә ҡыуалап та алырға тура килә. Хәйер, был йәһәттән водителдәрҙең “яҙылмаған ҡанундары”, махсус иҫкәрмәләре ныҡ ярҙам итә. Юлдағы хәлдәр тураһында алдан хәбәрҙар булыуың мең артыҡ. Шуға ла әлеге иҫкәртеүҙәргә битараф булмаған шәфҡәтле водителдәрҙе ихтирам итәм, үҙем дә трассала файҙалы булырға тырышам.
– Ә машина ипләүгә тығыҙ эш графигыңда ваҡыт ҡаламы?
– Шикһеҙ, “тимер ағымаҡ” тейешле тәрбиәгә мохтаж. Шуға ла мин был мәшәҡәттәрҙе белгестәргә ышанып тапшырам. Һәр кем үҙ өлкәһе өсөн яуаплы булырға, сифатлы эшләргә тейеш, тигән ҡараштамын. Бөтә йөктө лә бер үҙең тартһаң, барыбер бер яғы аҡһай уның. Шуға автомобилем ҡулымда булмаған саҡта ла, ваҡытымды ижадҡа бағышларға, һәр минутымды һөҙөмтәле итеп үткәрергә тырышам.
– Һинең холҡоңа ниндәй автомобиль тап килә тип уйлайһың?
– Атай-әсәйем беҙҙе бер ваҡытта ла тыйманы. Берәй нәмә эшләргә теләк белдерһәк, ирек ҡуйҙы. Бер яҡтан, беҙ яуаплылыҡ тойоп, эште еренә еткерергә өйрәнеп үҫтек. Әле лә ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалырға яратмайым. Һәр ваҡыт эҙләнәм, табам. Шуға ла үҙемде ҡеүәтле машина менән сағыштырыр инем. Ул юлһыҙ ерҙән үҙенә юл ярып, ныҡышып, тәғәйен еренә етә.
Мин дә, уның кеүек, әле тапалмаған һуҡмаҡ буйлап алға ынтылам. Уның мине берәй ваҡыт ҙур донъяға алып сығырына ышанам. Сөнки әлегә мине, минең ижадымды бөтә донъя танымай.
– Бөтә донъяға билдәле “Zainetdin”дең автомобиле ниндәй булыр икән?
– Иркен, йөрөмтәл, уңайлы… “тәгәрмәсле өй” булыуы ла ихтималJ.
– Ә күрше пассажир креслоһында ултырасаҡ гүзәл зат...?
– ... мотлаҡ тыйнаҡ, аҡыллы, кешелекле булырға тейеш. Бәләкәй саҡтан илһөйәр итеп тәрбиәләнгәнгә күрә, бөтә ерҙә лә үҙемде башҡорт егетемен тип таныштырам, шуға үҙебеҙҙең милләт кешеһе минең күңелемә яҡыныраҡ.
– Йәштәргә әйтер теләктәрең дә барҙыр?
– Бөгөнгө заман йәштәре бер ҡасан да үҙҙәренә сик ҡуймаһындар ине. Маҡсаттарға ирешәм тиһәң, әмәлен дә, мөмкинлеген дә табырға була, теләк кенә булһын. Әлеге мөмкинлектәр менән тормошҡа зарланып ултырыу урынһыҙ тип уйлайым. Илһамланып эшләргә, йәшәргә кәрәк.
– Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Заһир! Юлдарҙа һиңә – йәшел төҫ, сәхнәлә тик уңыштар юлдаш булһын. Ниәттәрен ғәмәлгә ашһын, киләсәккә бағлаған өмөттәрен аҡланһын!
Филүзә ӘХМӘТОВА әңгәмәләште.
Ейәнсура районынан Бөрйәнгә барырға кәрәк ине. Бер оло ғына ағай: “Ошо боролошто үтһәң, туп-тура Бөрйәнгә барып сығаһың”, – тип юл өйрәтеп ебәрҙе. Хоҙайға тапшырып, “Largus” менән юлға сыҡтым. Китеп барам, тирә-яҡта урман ҡуйыра, юл насарая бара, бөтмәҫ соҡор, таштар... Тиҙлек арттырып булмай. Япа-яңғыҙмын, әҙерәк шөрләтә. Кире боролор әмәл юҡ. Машинамдың майы ағып бөттө тигәндә, көс-хәл менән барып еттем. 8 сәғәттә 120 саҡрым...
Аҙаҡ урындағы кешеләрҙән һорашһам, баҡтиһәң, ул юлдан 15 йыл самаһы йөрөмәйҙәр икән. Теге ағай үҙе лә шул сама руль артына ултырмаған кеше булып сыҡтыJ.
Ошо хәлдән һуң “Урау булһа ла, юл яҡшы..” тигән мәҡәлдең асылына ныҡлы төшөнөп, ҡолағыма киртеп ҡуйҙым.
“Chery TIGGO 3” ҡылыҡһырламаһы
Двигатель күләме – 1595 см3.
Тапшырыусы ҡап – механика.
Яғыулыҡ багының күләме – 55 л.
Максималь тиҙлеге – сәғәтенә 165 километр.