Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
26 Июль 2019, 16:02

“Мин автомобиль һәм диван һатып алырға яратам...

Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән мең төрлө тиеүҙәренә көндән-көн инана барам. Хистәргә илереп осоусы ла, кәрәк икән үткер телле, ҡыйыу батыр ҙа, тирә-йүненә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт өләшеүсе лә, “үҙ донъяһының” даими ҡунағы ла ул гүзәл зат. Ҡабырсағы артындағы булмышы бик асылып, үтә күренеп бармай. Ҡайһы ваҡыт уны икенсе образда, күнегелгән ғәҙәти бер халәттән тыш күреү таң ҡалдыра, һоҡландыра. Әлеге рубрикабыҙҙың сираттағы геройы, эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы, актриса – Алһыу апай Бәхтиеваның автомобиленә “ултырып йөрөү” бәхете тейҙе. Уны сәхнәнән күп тапҡырҙар күрергә тура килһә лә, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүебеҙ беренсегә. #Шоңҡаржурналы #АлһыуБәхтиева Дауамы:

Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән мең төрлө тиеүҙәренә көндән-көн инана барам. Хистәргә илереп осоусы ла, кәрәк икән үткер телле, ҡыйыу батыр ҙа, тирә-йүненә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт өләшеүсе лә, “үҙ донъяһының” даими ҡунағы ла ул гүзәл зат. Ҡабырсағы артындағы булмышы бик асылып, үтә күренеп бармай. Ҡайһы ваҡыт уны икенсе образда, күнегелгән ғәҙәти бер халәттән тыш күреү таң ҡалдыра, һоҡландыра.

Әлеге рубрикабыҙҙың сираттағы геройы, эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы, актриса – Алһыу апай Бәхтиеваның автомобиленә “ултырып йөрөү” бәхете тейҙе. Уны сәхнәнән күп тапҡырҙар күрергә тура килһә лә, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүебеҙ беренсегә. Башҡарған йырҙары, ролдәре аша тыуған күҙаллауым уның булмышының кескәй генә бер өлөшөнә тап килде. (Хәйер, бөтә күркәм сифаттары бер ултырып аралашҡан арала ғына күҙгә салынмауына шик юҡ.) Һәләтле йырсы, актриса, хәстәрлекле әсәй булыуҙан тыш, ул оҫта автомобиль йөрөтөүсе лә булып сыҡты. Тәмле сәй артында үткән әлеге йәнле әңгәмәнән һеҙ ҙә “ауыҙ итегеҙ”.

– Алһыу апай, бөгөнгө көндә байтаҡ ҡына гүзәл заттарыбыҙ тимер атты дилбегәләп өлгөрҙө. Ә һеҙҙең автомобилдәргә ҡарата мөхәббәтегеҙ ҡасан уянды?

– Атайымдың бер туған һеңлеһенең “пятерка”һына һәм машиналы кешегә бәләкәйҙән күҙем ҡыҙҙы. Ғөмүмән, элек бер техниканы ла иғтибарһыҙ ҡалдырғаным булманы. Ул ваҡытта еңел машина түгел, йөк машиналары һирәк бит. Уларҙың яҡынлашыуын әллә ҡайҙан ишетеп, ҡаршыларына йүгереп сығам. Кемдең нимәлә йөрөгәнен дә ятлап бөткәнмен. Тарылдап, геүелдәп килгән трактор, ЗИЛ-дарҙың тауышына ҡушылып: “Са-ла-уа-а-ат” йәки “Мә-хи-йә-ән” тип көйләп оҙатып ҡалам. Әйткәндәй, минең әсәйем дә шаян күңелле кеше, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ таба белә ине. Хатта арба тәгәрмәсенең шығырлауын да, мәрәкә күреп, йырға һалған. Тауға үрләгәндә: “Ә-әл-има-ани-и-ҡырани-и” тип һуҙһа, түбән төшкәндә: “Үәтәс-бини-би-калип-үәтәс-бини-би-калип” тип таҡмаҡ ише көйләр булған J.

Бер мәл әсәйемдең бер туған һеңлеһенә Аҡморонға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ул ваҡытта миңә 15 йәш самаһы ине. Апайҙар менән бергәләп еләк тәмләп ҡайтырға булғайныҡ та, алып барыусы юҡ, бөтә ирҙәр эштә. Шунда өй алдында ҡараулы булыр, исмаһам, тип ҡалдырып киткән бер ағайҙың машинаһын күреп, “Их, ни эшләп мин йөрөтә белмәйем икән?! Елдертеп кенә туғайға барып килер инек, хатта ағай белмәй ҙә ҡалыр ине...” тип үкенеүем хәтеремдә.

Тағы ла бер осраҡтан һуң руль артына ултырыу тураһында ныҡлы уйлана башланым. Каникул мәлдәрендә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән ырҙын табағына эшкә барабыҙ. Күрше апай: “Миңә мәктәпте тамамлағанда “права” биреп сығарҙылар ул”, – тип маҡтанғайны. Һүҙен иҫбатларға теләпме, шофер ағайҙың тартырға киткән мәленән файҙаланып, эргәләге иген бушата торған ЗИЛ-ға менде лә ултырҙы. Кәүҙәгә ыҡсым ғына күршем оҙон, ауыр рычагтарҙы тартҡылап, машинаны урынынан күсереп күрһәтте. Шул мәлдә күңелемә тынғы бирмәй ятҡан “водитель”: “Уның ҡулынан килгәс, мин дә булдырам!” – тип уянды, ахыры.

1999 йылда Сибай театрында бергә эшләгән коллегам Зифа Баязитова менән ҡышын уҡырға индек. Шыр егеттәр араһында беҙ ике бөртөк ҡыҙ. Бер мәл ныҡ итеп ҡар яуа, буран ҡотора. Етмәһә, өйрәнә торған Москвичыбыҙҙың алғы дворнигы эшләмәй ҡаҡшата. Шулай булһа ла дәресте ҡалдырғы килмәй. Ап-аҡ итеп һырылған тәҙрәлә бәләкәй генә бер асыҡ ер ҡалған. Шуға үрелә-үрелә ҡарап, ҡала буйлап “елдерәбеҙ”. Хәйер, шундай йылдың иң насар, тиҫкәре холоҡло миҙгелендә уҡырға тура килде.

– Тәүге машина – тәүге һөйөү кеүек тип әйтәләр. Ә һеҙҙең тәүге мөхәббәтегеҙ ниндәй ине?

– Өр-яңы ғына сейә төҫөндәге “семерка” ине ул. 2004 йылда салондан барып алған инем үҙен. Атымды ятаҡ алдында “туғара” башлауымды оҡшатмай, бер мәл комендант һуҡранырға тотондо. Икенсе көнөнә ойошторған йыйылыш ваҡытында минең кеүек “рулле” һәр беребеҙгә урын бүлергә тәҡдим итте. Шунан һуң беҙ танышым (Илшат Яхин) менән машиналарыбыҙҙы аллы-артлы ҡалдыра башланыҡ. Кемгә иртәрәк сығырға кәрәк, кисен үк урынды алыштырып ҡуябыҙ. Шулай парковка эше лә еңел генә яйға һалынды.

– Бала саҡ хыялығыҙ тормошҡа ашып, руль артына ултырғас, артабан ни булды?

– Машиналы, “права”лы булыу – бер, ә тәүге арғымаҡҡа атланып йөрөп китеү бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Башта бик ныҡ тулҡынлана инем. Юлға сығыр алдынан картанан маршрутымды ҡат-ҡат күҙ алдымдан үткәрәм: нисәнсе светофорҙа боролорға, боролошта кем мине үткәрә, мин кемгә юл бирергә тейеш икәнлегемде ятлайым. Башта 3 көн Ленин–Карл Маркс–Пушкин урамдарын өйрәндем, аҙаҡ яйлап территорияны киңәйтә башланым. Күпселек ял көндәрен, ҡала йоҡлаған йәки әле йоҡонан уянып өлгөрмәгән мәлде тура килтерергә тырыша инем.

Ҡала урамдарын өйрәнгәс, Баймаҡҡа ҡайтырға тура килде. Бөтә машиналар мине “жыу” итеп үтәләр ҙә китәләр. Әбйәлил яғына боролғас, таҡта тейәгән ике Белорус ҡойроғона ултырҙым. Тиҙлегемде арттырырға тәүәккәлләнем дә сәғәтенә 20–30 км(!) менән уларҙы уҙып киттемJ. “Мин дә машина ҡыуырлыҡ булдым”, – тип, эй, ғәләмәт ҡыуанғаным хәтеремдә.

Бер ваҡыт күршем менән ҡала буйлап йөрөп килергә булдыҡ. Боролошҡа яҡынлай башлаһам, ул: “был яҡҡа” тип яурындан тарта, йә иһә “теге яҡҡа, теге яҡҡа” тип этәрә, ә светофорға туҡтаһам, “Әйҙә-әйҙә, газ, газ!” тип тубығына усы менән шапылдатырға тотонаJ. Минең көлкөм килгәнен күреп, етди ҡиәфәт менән: “Саҡ ҡына тиҙләмәһәң, ошо ике машина һине “ҡыҫа-а” ине” тип аңлатҡан кеше була. Ул ваҡытта миңә, саҡ руль артына ултырған кешегә “ҡыҫа” ни ҙә, “ҡыҫмай” ниJ. Тәжрибә арта башлағас ҡына был һүҙҙәрҙең асылына төшөндөм, бына 19 йыл инде үҙ урынымды белеп, ҡыҫмай-ҡыҫылмай ғына йөрөйөм.

– 19 йыл эсендә, бәлки, үҙегеҙ ҙә берәйһен руль борорға өйрәткәнһегеҙҙер?

– Эйе, башҡаларҙы өйрәтергә яратам, сабырлығым да етә. Яңы ғына машинаға ултырған коллегаларыма, таныштарыма, хатта ҡустыларыма ла дәрестәр бирҙем. Әгәр ҙә “права”ға уҡытҡан ағайым минең оҫталығымды арттырырға ярҙам итмәһә, был эшкә тотонорға тәүәккәлләмәҫ инем, моғайын.

“Семерка”ма ултырған саҡ. Матурлап борола, арт менән сыға, “парковаться” итә белмәй хитланғанымды күреп, ағайым мине Баймаҡтың иркен аҡланына алып сыҡты. Шунда маневрҙарҙы бергәләп байтаҡ ҡына шымарттыҡ. Юғиһә малайымды йонсотоп бөткән булыр инем. Сөнки бер ваҡыт мәктәптән ҡайтҡан улым тубыҡтары ауыртыуына зарланырға тотондо. Баҡһаң, светофорға туҡтаған һайын мин, аттың дилбегәһен тартҡан кеүек, рулде алға тартам, ә артта ултырған улым алғы креслоға тубыҡтары менән “дөңк” итеп төкөлә икән J.

– Тәүге автомобилегеҙҙән һуң гаражығыҙҙа барлығы нисә автомобиль “йәшәп” китте?

– “Семерка”м бик аҡыллы, тоғро, ҡотло ғына булды. Уның менән 2 йыл самаһы йөрөнөм дә, Юлиә һеңлемә бүләк иттем. Аҙаҡ икенсе машинамды – “Тойота Аурис”ты – кредитҡа алдым. Уның менән оҙаҡ йөрөргә тура килмәне. Бер көндө спектаклдән һуң беҙ Йәрмәкәй районына барырға тейеш инек. Үҙемдең машинам булмағас, коллегамдың “Форд Фокус”ына ултырырға тура килде. Бер күреүҙән ғашиҡ булдым был маркаға, киләһе машинам мотлаҡ ошондай моделле буласаҡ тигән маҡсат менән ҡайттым. Тиҙҙән мин дә “Форд Фокус”ҡа күсеп ултырҙым. Бәпестәрем тыуғас, декрет ялында машина кәрәкмәй, тип, уны һатып ебәрҙем. Баҡтиһәң, автомобилһеҙ йәшәп булмай икән. Өй һалыу мәшәҡәттәре менән булашып, машинаға сират етмәй ҙә ҡуя. Шул мәлде иң өлкән Фирғәт ағайым “стажлы” “Форд Фиеста” бүләк итте. Шунда беренсе тапҡыр автомат трансмиссияһы менән таныштым. Баҡһаң, автоматты йүнәтеүе еңелдән түгел икән, шуға мин әле лә механикаға өҫтөнлөк бирәм.

Бер мәл минең арғымағым холоҡһоҙлана башланы, барған еренән ҡапыл туҡтай ҙа ҡуя. Ремонтҡа алып барғас: “Бер ере тоташып етеңкерәмәй, әгәр ошонда төртөп ебәрһәң, эшләп китәсәк”, – тип аңлатып ҡайтарып ебәрҙеләр. Шунан ары юлға таяҡһыҙ сыҡмай башланым. Атым ҡапылғара туҡтай китһә, тиҙ генә капот аҫтын “төйгөсләп алам”. Теге бисара сараһыҙҙан геү итеп ҡабынып китә. Шундай бер аҙ мыжығыраҡ, үҙһүҙлерәк булды ул Фиестам. Шуға ла бер йылдан уның менән хушлашырға тура килде.

Әлеге “Киа Рио” – бишенсе автомобилем. “Форд Фокус” кеүек, уны ла танышымдың машинаһында йөрөп килгәс, алырға ҡарар иттем. Бер аҙнанан үҙем дә иркен, йылы, уңайлы Киаға хужа булдым. Ғөмүмән, мин автомобиль һәм диван һатып алырға яратамJ. Уларҙың икеһен дә ултырып ҡарап һайлайым. Машина ала торған ваҡытым етһә, Хоҙай Тәғәлә миңә бер мәлгә әлеге шул автомобиль “эйәһе” булып ҡарау мөмкинлеген бирә. Шуға оҙон-оҙаҡ уйланып, һайланып йөрөгәнем юҡ. Әммә автомобилдәремде һатҡан саҡта күҙ йәштәремде тыя алмайым.

– Юл йөрөүҙе еңелләштереүсе махсус ҡорамалдар ҡулланаһығыҙмы?

– Юҡ, навигатор, антирадарҙың нимә икәнен дә белмәйем. Бер мәл телефонға ышанып, тәғәйен еремә урап-сурап саҡ барып еткәйнем. Шунан һуң элеккесә, карта буйынса йөрөү күпкә еңелерәк тигән һығымтаға килдем. Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, миңә “тере навигатор”ҙар күпкә уңайлыраҡ. Элек йыш ҡына Эльмира әхирәтемде үҙем менән алып йөрөтә инем. Ул ҡаланы ла яҡшы белә, һүҙгә әүәҫ булһа ла, юлды күҙ уңынан да ысҡындырмай, ваҡытында боролош хаҡында иҫкәртә ине. Ғөмүмән, мин кеше ултыртып йөрөргә яратам. Ҡул күтәреп торған кешегә туҡтамай үтеп китә алмайым. Аҡсаға әүрәп ултырта икән тип уйлай күрмәгеҙ. Беҙгә, әртис халҡына, кеше менән аралашыу рухи аҙыҡ бирә. Кешенең һөйләшеү манераһы, кейенеүен энә күҙенән үткәрәм, хатта ым-хәрәкәттәре лә ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, кешегә өндәшһәң, кемдер башын ғына бора, ә кемдер тотош кәүҙәһе менән борола. Шундай үҙенсәлекле ваҡ ҡына деталдәрҙе аҙаҡ образдар тыуҙырғанда ҡулланам.

– Юлдаштарығыҙ кем ултыртып алғанын аңлаймы, әллә танымаймы?

– Мин бер ваҡытта ла кешеләргә мин шул, мин был тип белгертмәйем. Ижад менән ҡыҙыҡһынған кеше – “йырсы Алһыу”, танымағаны водитель менән һөйләшә. Хәйер, бөгөнгө көндә бөтәһенә лә “тере” аралашыу етмәй. Кешеләр асылып китеп, эс серҙәрен бушатҡан саҡтар ҙа булғылай.

Юл йөрөү – ул фәлсәфә бит, кешене уйландыра белә. Яңғыҙ ҡалған мәлдәремдә миңә композиторҙарыбыҙ бүләк иткән яҙмалар ярҙамға килә. Уларҙың тын ғына ағылған тауышы аҫтында “үҙ донъя”ма сумырға яратам.

– Ә руль артында биҙәнеп-төҙәнеп алыу һеҙгә хасмы?

– Ҡабалан мәлдәрҙә көҙгөгә ҡарап алған саҡтар ҙа булғылай. Иртән үҙеңә етеңкерәмәгән ваҡытты автомобилдә “ҡыуып тотаһың”: светофорға бер туҡтағанда ирен буяп, икенсе туҡтағанда ҡаш төҙәтеп ебәрәһең. Ғөмүмән, беҙ, ҡатын ҡыҙҙар, һәр бер минутыбыҙҙы файҙалы ҡулланырға күнеккәнбеҙ. Бер бүлмәнән икенсеһенә сыҡҡан арала ла туҙып ятҡан әйберҙәрҙе урынына ултыртып, кейем-һалымды кер йыуыу машинаһына ташлап, сепрәк менән туҙан һөртөп китәбеҙ. Бер юлы бер нисә эш башҡарыу ҡаныбыҙға һеңгән. Шуға ла был һәләтте сама һәм аҡыл менән ҡуллана белһәң, юл йөрөүгә ҡамасауламай.

– Тимәк, үҙегеҙҙе һаҡ водитель тип әйтә алаһығыҙ инде?

– Эйе, мин биш малай араһында үҫкәс, уларҙың байтаҡ кәңәштәрен, дәрестәрен һеңдереп өлгөргәнмен. Улар минә һәр ваҡыт: “Машина –тимер, кеше ғүмере генә ҡәҙерле. Ватылһаң да ҡайғырма, үҙеңде һаҡла”, – тип әйтә килде. Әммә әле мин үҙем өсөн түгел, янымдағы кешеләргә зыян итеп ҡуймаһам ярар ине тип борсолам. Шуға ла юлда ашығыуҙы өнәмәйем, ваҡытымды алдан самаларға тырышам. Боролоштан үтеп өлгөрмәһәм, йәшел ут янғансы сабыр ғына көтәм. Әлбиттә, арттан бипелдәп, асыуланғандар ҙа булғылай. Уларға яуабым әҙер: “Әйҙә, ҡабаланһаң, ос” тигәндәй, ҡанаттарын елпегән ҡош кеүек ҡулдарымды болғап күрһәтәмJ. Бер минут әллә нәмә хәл итмәй, әммә шул ваҡыт үҙгәртеп булмаҫтай мәлгә әйләнеүе ихтимал. “Бер минут экономиялап, ғүмер юғалтырһың” тигән ҡағиҙәмә тоғро ҡалырға тырышам. Юлға сығыр алдынан, ғөмүмән, өйҙән сығыр алдынан мотлаҡ тәһәрәтләнеп, доға ҡылам. Машина йөрөтәм тип әйтеүе, маһайыуы еңел, әммә уның артында ятҡан ҙур яуаплылыҡ хаҡында оноторға ярамай.

Мине үткәрмәһәләр ҙә, юлымды ҡыйып үтһәләр ҙә, арттарынан яман һүҙҙәр менән әрләп, асыуланып ҡалғаным юҡ. Тимәк, уларҙың ашығырға сәбәптәре барҙыр. Минең, Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы, тип үҙемде позитив яҡҡа көйләргә тырышам. Үрҙә әйтеп киткәйнем бит инде, беҙҙең ғаиләбеҙ ыңғай хистәрҙе генә үҙ итә. Кеше тикшереп, ғәйбәт һөйләп йөрөргә яратмайбыҙ. Әсәйем бөтә нәмәгә лә еңел ҡарарға, бөтәһенә лә риза булып, нисек бар шулай ҡабул итергә өйрәтте. Шуға ла кеше проблема эҙләгән ерҙә, беҙ ҡыуаныс табырға тырышабыҙ. Әммә берәй мәсьәләне хәл итергә көсөм етмәй икән, бойоҡмайым, сөнки Хоҙай Тәғәлә барлығын, бөгөн булмаһа, иртәгә шул уҡ ниәтем өсөн икенсе төрлө мөмкинлек асылырын беләм.

– Тимәк, ЮХХДИ “бәхет хат”тарын да һеҙгә бик һирәк яҙалыр?

– Эйе, ҡалала ниндәй сик ҡуйылған, шуны үтәргә ынтылам. Сөнки бер-бер хәл булһа, бер кем дә һинең хәлеңә, сәбәбеңә ҡарап тормаясаҡ. Аппаратура теркәгән факт еңәсәк. Шуға ла артыҡ сәбәләнеүҙән файҙа күрмәйем. Бер танышым артымдан байтаҡ ҡына эйәреп килгәс: “Улай билдәләргә генә ҡарап, дөрөҫ йөрөү килешмәй ҙә инде”, – тип көлгәйне.

– Йәйәү йөрөүҙе һайлар инегеҙме, әллә автомобиль менәнме?

– Машина тәүге мәлдә генә ҡыҙыҡ ул, хатта магазинға атлап барырға иренәһең. Ә аҙаҡ урын-еренә, ваҡытына ҡарап ҡулланырға өйрәнәһең. Мәҫәлән, автомобилде ҡайҙа ҡалдырырмын икән тип хитланмаҫ өсөн, машина саҡыртып барыу яҡлы. Ә ҡул һуҙымында ғына ятҡан мәктәпкә, балалар баҡсаһына, 15 минутҡа иртәрәк тороп, һауа һулап йәйәү барыу файҙалы. Әлбиттә, ишек алдында ғына торған йылы машинаға ултыртып, бер минут эсендә ҡыҙҙарымды “һелтәп” китеү миңә күпкә уңайлыраҡ, еңелерәк тә, әммә миҙалдың икенсе яғын да уйларға кәрәк.

Автомобиль, беренсе сиратта, ҡатын-ҡыҙға кәрәк тигән ҡараштамын. Бер кемгә лә инәлеп тормайһың, үҙ ваҡытың, үҙ яйың менән йомошоңдо йомошлайһың. Студент саҡта әйбер ташып, ҡулдар һуҙылып бөтә торғайны, шул уҡ магазинға инеп, кәрәк-яраҡ тейәп ҡайтыу уңайлы. Ваҡытың да әрәм-шәрәм булмай, һаулығыңа ла зыян килмәй. Яңыраҡ ике көн эшкә автобус менән барырға тура килде. Өшөп-туңып бөттөм. Унан да бигерәк юлға киткән ваҡытымды йәлләп бер булдым. Машина менән йөрөһәң, байтаҡ эштәреңде башҡарып өлгөрөргә була.

– Автомобилдәр хужаһының холҡон сағылдыра тиҙәр, һеҙҙең Киа Рио холҡоғоҙға тап киләме?

– Эйе, ул нәзәкәтле, йомшаҡ “күңелле” машина, һәлмәк кенә йөрөтөүҙе ярата. Шуға мин уны ыҙалатып бармайым. Ҡайһы бер водителдәр һары төҫкә автомобилдәрен һыҙғыртып килеп туҡтай. Шул ваҡытта тәгәрмәстәр ашала, туҙа тип уйламай. Күрәләтә тимер атты улай йонсоторға кәрәкмәй ҙә инде. Ә мин алыҫтан йәшел төҫтөң күҙ ҡыҫа башлауын күргәс тә яйлайым. Ҡайһы саҡта хатта боролошта туҡтап та өлгөрмәйем, йәнә ҡуҙғалып китергә ваҡыт етә. Шундай мәлдәрҙе белергә кәрәк. Юлда ҡатын-ҡыҙҙар кеүек һығылмалы булыуға ни етә?

– Машина йүнәтеү, йыуыу хәстәрен нисек хәл иттегеҙ?

– Автомобилдәрҙе ҡарап, техник хеҙмәтләндереү үткәреп тороу яҡлымын. Шуға ла ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт итәм. Ә машина йыуыу – беҙҙең өсөн үҙе бер байрам. Ауылда ҡыҙҙарым менән бергәләп башҡарабыҙ. Автомобилебеҙҙе урамға ултыртып, башта туҙан һурҙырғыс менән таҙартабыҙ, унан ышҡып йылтыратабыҙ. Аҙаҡ кинәнеп ярҙам иткән ҡыҙҙарым менән бергәләп мунса инәбеҙ. Ахырҙа тирә-яҡ та, үҙебеҙ ҙә, хатта күңелдәребеҙ ҙә таҙарып киткәндәй тойола.

– Ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Алһыу апай! Аҡ юл һеҙгә!


Ҡыҙыҡлы хәл

“Семерка”ла йөрөгәндә бер көлкөлө хәл булды. 2001 йыл. Руль артында ҡатын-ҡыҙҙар би-ик һирәк йөрөгән осор. Белорет районынан Өфөгә ҡайтып барам. Үҙән тигән бер ауыл эргәһендә юл сатында ҡулына йүгән тотҡан, аҡ ҡына эшләпә, аҡ күлдәк өҫтөнән еңһеҙ кәзәкей кейеп алған һаҡаллы бер бабай тора. Бер мәлгә генә ул спектаклдән аҙашып килеп сыҡҡан әкиәти бер образ кеүек тойолоп китте. Бабай миңә ҡул болғаны. Туҡтаным. “Эһ-һ-һ, эй, Аллаҡайым, эй, рәхмәт инде, балаҡайым”, – тип эргәләге креслоға килеп ҡунаҡланы. Шунан ипләп кенә йөҙөн борҙо ла мине күреп, ҡатып ҡалды. Руль артында ҡатын-ҡыҙ күрермен тип һис уйламаған инде. Мин аптырап торманым: “Хәҙер урлайым”, – тинем. Минең һүҙҙәремде ишеткәс, теге бабай ҡапыл йәнләнеп китте лә көлөп ебәрҙе. “Э-эй, урлаһаң әле, бер йыл элек әбейем үлеп ҡалғайны, урлаһаң, бер ҡаршылығым юҡ”, – тигән булаJ.

Һикһәнде үткән бабай менән көлөшә-көлөшә һөйләшеп, ауылдың бер осонан икенсе осона ҡасып киткән аты янына “тимер атым” менән алып барып ҡуйҙым.

Kia Rio автомобиленең ҡылыҡһырламаһы:

Етештереүсе ил – Көньяҡ Корея.

Автомобиль класы – В.

Кузовы – седан.

Двигатель күләме – 1368 см3.

Тапшырыусы ҡап – механика.

Яғыулыҡ сығымы – 5,7 л.

Ишектәр һаны – 5.

Приводы – алғы.

Ҡеүәте – 100 ат көсө.

Яғыулыҡ төрө – бензин.

Багажнигы – 480 л.

Яғыулыҡ багының күләме – 50 л.

Максималь тиҙлеге – минутына 185 километр.

База комплектацияһы: ике фронталь хәүефһеҙлек мендәре, руль көсәйткесе, алғы тәҙрәләрҙең электроприводы, күп функциялы борт компьютеры
Читайте нас: