Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
27 Август 2019, 18:12

«Минең хәҙер трамвайға ултырғым килмәй»

“ЮЛДАШ” РАДИОҺЫН ТЫҢЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ КӨН ҺАЙЫН УНЫҢ “ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ, РЕСПУБЛИКА!” ТИП ӨНДӘШЕҮЕНӘН УЯНА ҺӘМ ЯҢЫ КӨНӨНӘ ДӘРТЛӘНЕП, ИЛҺАМЛАНЫП АЯҠ БАҪА. “ШАЯН”, “ТЕКӘ”, “ТАПҠЫР”, “ЙОР ҺҮҘЛЕ” ТИП БЕЛӘЛӘР УНЫ БАШҠОРТОСТАН ЮЛДАШ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫН ҠАРАУСЫ МИЛЛӘТТӘШТӘР. ТӨРЛӨ КОНЦЕРТТАРҒА ЙӨРӨҮСЕЛӘР ИҺӘ УНЫ ШӘП АЛЫП БАРЫУСЫ БУЛАРАҠ ТАНЫЙ. ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА УНЫҢ ТУРАҺЫНДА ОШОНДАЙ ИМЕШ-МИМЕШТӘР ҘӘ ЙӨРӨЙ: РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ ИҢ ШӘП ЙӨРӨТМӘНЕ БУЛҒАНЫ ӨСӨН, БАШҠАЛАРҒА ӨЛГӨ ИТЕП, АҘНА ҺАЙЫН ТЕЛЕВИЗОРҘАН УНЫҢ АВТОМОБИЛЬ ЙӨРӨТКӘНЕН КҮРҺӘТӘЛӘР. “ТЕГЕ ӨСӘҮ”ҘЕҢ КЕМЕҺЕ МЕНӘН АРАЛАШҠАНДЫ ҮҘЕГЕҘ ҘӘ АҢЛАҒАНҺЫҒЫҘҘЫР. ЭЙЕ, БӨГӨН БЕҘ ҺЕҘҘЕ ЙӘМИЛ ИШМӨХӘМӘТОВТЫҢ АUТОБИОГРАФИЯҺЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТКӘ САҠЫРАБЫҘ. ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШТАРЫН ЭЛӘКТЕРЕГЕҘ ҘӘ КИТТЕК!

Әсәйем техниканан ситтәрәк тор тигәйне лә...

– Ир-егеттең "тимер ат"ҡа булған йылы мөнәсәбәте тураһында бик күп ишетергә тура килә. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең автомобилегеҙҙе яҡын дуҫығыҙ итеп күрәһегеҙҙер?

– Мин башҡа ир-егеттәрҙән айырыламдыр ул. Сөнки минең өсөн тәү нәүбәттә автомобиль – ул ғаиләмде, үҙемде эшкә, ялға, ауылға йөрөтөү сараһы ғына. Мин, патриот булараҡ, “Лада Приора”ла йөрөйөм. Һәм мине ул автомобилдең руле артында күргән яҡындар, таныш-белештәр, таныусылар: "Йәмил, һин “ВАЗ”да – шөрөптәр тулы таста йөрөйһөңмө?" – тиҙәр. Мин: "Эйе", – тим һәм бында бер ниндәй ҙә оят күрмәйем. Берәй ваҡыт байып китһәм, ҡиммәтерәгенә лә эйә булырмын. Әммә ул саҡта минең финанс хәлемә ярашлы “Лада Приора” күңелгә иң ятҡан автомобилдәрҙең береһе булды. Башҡа шул хаҡтағы иномаркаларға ҡарағанда, ул йылы менән дә яңыраҡ – 2011 йылғы ине. Шунан һуң, заман теле менән әйткәндә, “йәштәрский” булғанға ВАЗ сығарған автомобилде һайларға тура килде. Мин алғанда ул 150 мең километр үткән ине һәм минең ҡулда ул 200 мең километрға етте. Ғәҙәттә, Рәсәй автомобилдәре 200 мең километр үтмәй тиҙәр – үтәләр! Бәлки миңә шундай әрһеҙ автомобиль эләккәндер.

– Автомобилдәр менән танышыуығыҙ ниндәй марканан башланып китте?

– Мин бәләкәйҙән руль артындамын. Атайҙың “ГАЗ-51” йөк автомобиле булды. Беҙ уның менән бик күп эштәр атҡарҙыҡ: бесәнен дә, балсығын да, утынын да һәм башҡа әйберҙәрен дә ташыныҡ. Автомобилдәр менән танышыуым шул йөк машинаһынан башланып китте. Аяҡтар педалгә етмәгәнгә тиклем мин атайҙың алдында йөрөй торғайным. Унан һуң аяҡтар педалгә етә башлағас, үҙем руль артына ултырҙым. Әлбиттә, атайҙың рөхсәте менән генә. Һуңғараҡ инде уның “Москвич АЗЛК”-һында, “ВАЗ-2606”-һында күп кенә йөрөлдө. Ә Татарстанға барып, һатып алған тәүге автомобилемә әлегә тиклем хыянат иткәнем юҡ.

– Йөрөтмән таныҡлығын алыр өсөн нисә тапҡыр имтихан тапшырҙығыҙ?

– Башҡа ир-егеттәр менән сағыштырғанда, мин водитель таныҡлығын бик һуң алдым: 28 йәштәр тирәһендә генә булды был хәл. Минең өсөн әсәй ныҡ борсола торғайны, сөнки мин атайҙың йөк машинаһын беренсе тапҡыр йөрөткәндә ауҙара яҙғайным. Шунлыҡтан әсәйемдең: “Йәмил улым, һин сәнғәт өлкәһенә яҡыныраҡ кеше, шуға техникаға ҡағыла күрмә, унан ситтәрәк тор”, – тигәне бала саҡтан башҡа һеңгәнгәлер, мин ашыҡманым. Ул миңә кәрәкмәй ҙә ине. Театрҙа эшләгәндә мин унан юл аша ғына йәшәнем, йәйәү йөрөнөм. Телеүҙәккә эшкә күскәс, мине иртәнсәк махсус автомобилдәр йөрөттө, ҡайтҡанда автобусҡа ултырып ҡайтырға ғына ҡала ине. Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәнем. Ә инде кәләш алғас, ике балам тыуғас, автомобилгә ҡытлыҡ һиҙелә башланы һәм уҡырға йөрьәт иттем. Ҡала эсендәге имтиханды ғына ике тапҡыр тапшырҙым, ҡалғандары беренсе тапҡырҙан. Теләгең булһа, уның бер ауырлығы ла юҡ икән.

– Йөрөтмән таныҡлығын алғас, берәй ҡасан бөтә республика алдында машина йөрөтөрмөн, тигән уйығыҙ булдымы? Ғөмүмән, камера алдында машина йөрөтөүе нисегерәк ул?

– Беҙ, журналистар, театр актерҙары кеүек, бөтә нәмәгә әүерелә, бөтә нәмәне башҡара алырға тейешбеҙ. Шунлыҡтан, "Теге өсәү" телевизион проектын автомобилдә эшләйбеҙ тигәс, мин ҡаршы булманым. Ҡағиҙәләрҙе боҙмай йөрөтөү һәм шул уҡ ваҡытта ҡунаҡ менән аралашыу ҡыйынға тура килә, әлбиттә. Шәхсән үҙем рулгә ултырмаҫ та инем, әммә водитель таныҡлығы миндә генә бар ине. Әлеге ваҡытта Ғәзиз уҡып ҡына йөрөй. Яңы миҙгелдәрҙең береһенә, моғайын, мин пассажир ролендә булырмын.

Ҡайһы бер ханымдар “запарай” кимәленән уҙмаған

– Башҡортостан йондоҙҙарын Өфө буйлап йөрөтәһегеҙ, ә үҙегеҙҙең балаларығыҙға ваҡытығыҙ ҡаламы?

– Был йәһәттән һәр ваҡыт кәләштән шелтә алам. Нилектән? Ысынлап та, эштә бер көн эсендә мин бөтә Өфөнө урап сығам, ә бына балаларға матур ерҙәрҙе, баш ҡалабыҙҙың билдәле урындарын күрһәтергә ваҡыт етмәй. Йыш ҡына мин ҡайтҡанда балалар йоҡлаған, мин эшкә киткәндә уянмаған була... Форсат сыҡҡан һайын бергәләп ял итергә тырышабыҙ. Күберәк Салауат Юлаев майҙанындағы фонтанға, Менделеев урамындағы урман эсендәге зоопаркка барырға яратабыҙ.

Дауамы «Шоңҡар»ҙың һигеҙенсе һанында.
Читайте нас: