Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
12 Октябрь 2019, 01:33

“Mini Cooper” ағай

Бер заман дуҫ миңә: “Ҡара әле, берәү хас һинең кеүек машинала йөрөй икән!” – тип китеп барған машинаға төртөп күрһәтә. Башымды бороп ҡараһам, ысынлап та, маркаһы ла, төҫө лә минеке кеүек. Беҙҙең ауыл тирәһендә бер төрлө автомобиль осратыуыма аптырап торам. Үҙемдеке менән сағыштырайым әле тип машина ҡалдырып киткән ергә ҡараһам – буп-буш! #Шоңҡаржурналы #Аuтобиография

Автомобиль заман талабына әйләнде хәҙер. Һуңғы ваҡытта беҙҙе руль артында кем ултырыуы түгел, күпселек береһенән-береһе замансараҡ, затлыраҡ, көслөрәк автомобиль моделдәре ҡыҙыҡһындыра, шикелле. Кеше менән аралашҡан саҡта ҡиәфәте, кейеменән тыш уның ниндәй машинала йөрөүенә лә ҙур иғтибар бүлә башланыҡ. Һәр кем үҙ зауығына, үҙ холҡона ҡарап “тимер ат” һайлай, тимәк, һәр кешенең портретын тулыландырыусы автомобилдәр тарихы бар. Ошо темаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли йәштәр театрының актеры, күптәргә “Алтын тирмә” тапшырыуы алып барыусыһы булараҡ таныш булған йор һүҙле Нәғим Нурғәлин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Нәғим ағай, бөгөн автомобилдәрҙең ниндәй генә төрө, маркаһы юҡ. Йәнең теләгәнен һайлап ал. Һеҙ шул бай моделдәр араһынан Чехияла сығарылған Skoda Octavia машинаһына туҡталғанһығыҙ. Ни өсөн нәҡ уға өҫтөнлөк бирҙегеҙ? Иғтибарығыҙҙы нимәһе менән йәлеп итте ул?

– Дөрөҫөн әйткәндә, был минең икенсе Skoda Octavia. Тәүгеһен һатҡас, корея һәм япон маркаларында йөрөп ҡараным. Әммә барыбер ҡайтанан Октавияны һатып алырға ҡарар иттем. Ул ваҡытта Шкоданың яңыртылған кузовлы А7 моделе һатыуға сыҡҡайны. Ни өсөндөр тышҡы ҡиәфәте күңелемә ятып бөтмәне. Ә үҙемә оҡшаған А5 моделен Барс-Авто үҙәгенән саҡ барып тапҡас, ҡыуанысымдың сиге булманы.

Был автомобиль миңә, беренсенән, үҙенең уңайлы булыуы менән оҡшай. Салоны иркен, балалар менән йөрөргә лә йәтеш. Олатай булғас, ейәнем менән ейәнсәремде йыш ҡына балалар баҡсаһынан, түңәрәктәрҙән барып алырға тура килә. Ял итергә йөрөгәндә бөтә кәрәк-яраҡты тейәр өсөн багажнигы ла ҙур, балалар арбаһы ла, саңғылары ла һыя.

Икенсенән, Skoda – ышаныслы машина. Унда йылдар менән һыналған, әле бер аҙ яңыртылған двигатель һәм тапшырыусы ҡап тора. Кузовы ла килешле, трассала тотороҡло йөрөшлө. Шуға күрә йәнә ошо моделгә туҡтаным.

– Беренсе автомобилегеҙ ниндәй ине?

– Үҙемдең тәүге машинам 27 йәшемдә булды. Мин ул ваҡытта өйләнгән, ғаиләм менән баш ҡалаға йәшәргә күсеп киткән инем. Балалар менән йөрөргә, ауылға ҡайтырға уңайлыраҡ булыр, тип, атайым үҙенең өр-яңы Нива машинаһын бүләк иткәйне. Аҙаҡ ВАЗ-дың 9-сы, шунан 99-сы моделен һатып алдым. Совет машиналарынан һуң тәүге сит ил автомобиле – Шкодаға ултырҙым. Шул саҡта уҡ уның бөтә яҡтан уңайлы булыуын тойоп, үҙемдең дуҫыма әүерелерен һиҙҙем.

Hyundai компанияһының i30 моделе презентацияһынан һуң әлеге машинаны һатып алдыҡ. Шкода автомобиле менән сағыштырғанда, ул минең өсөн үтә тәпәш тойолдо. Ҡала ситендә йәшәгәс, тигеҙ булмаған ерҙәрҙән үтеү ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине. Бер йыл самаһы йөрөгәндән һуң, ҡабаттан һыналған Skoda Octavia-ға әйләнеп ҡайттым.

– Беренсе тапҡыр руль артына нисек ултырғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

– Дөрөҫөн генә әйтәндә, хәтерҙә лә юҡ. Атайым ғүмере буйына колхоздың баш механигы булыу сәбәпле, бөтә техника ла уның ҡулында ине. Шунлыҡтан, ғаиләбеҙҙәге ир-егеттәр тәпәй киткәс тә руль артына ултырҙы, тиһәң дә була. Шул иҫәптән мин дә.) Беҙ йөрөмәгән техника ҡалманы: комбайндар, бөтә төр тракторҙар, “Быт-быт”, хатта К-700-та ла йөрөтөү оҫталығын арттырҙыҡ. Техникаға һөйөү бала саҡтан уҡ тәрбиәләнде беҙҙә.

IX класты тамамлағас, колхоз эштәренә йөрөй башланым. Көндөҙ – мәктәпкә, ә төнгөлөккә ырҙын табағына барам. Трактор менән таҙартылған игенде күсереп бушатыу ине минең бурысым. Йәйге каникул буйына машина менән силос ташый торғайным.

Сана шыуырға яратаһың икән, уны һөйрәргә лә яратырға кәрәк, тигән кеүек, техникаһыҙ йәшәй алмайһың икән, уны ваҡытында таҙартырға ла, йыйып-һүтергә лә, төҙәтә лә белергә кәрәк. Бәләкәйҙән атай, ағайҙар менән тимер-томор араһында техниканың ҡоролошон аңлап, һеңдереп йөрөгәнмен. Үҫкәс, үҙ аллы ремонтлау бер ни тормай ине. Йыш ҡына ауыл халҡы миңә эштән сыҡҡан утын бысҡыларын, мотоциклдарын да йүнәтергә алып килә ине.

Хәҙер хатта машина тәгәрмәсен дә үҙебеҙ алыштырмайбыҙ, тиҙ генә яҡындағы шиномонтажға йүгерә һалабыҙ. “Тимер атыбыҙ” саҡ ҡына бысрап китһә лә, һөртөп алыу урынына аҡса түләп йыуҙырыуҙы хуп күрәбеҙ. Әллә замана еле ҡағылды беҙгә, әллә ялҡаулыҡ көслө, әллә рәхәткә һалышабыҙ инде?

– Ир-егет тормошон атһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әммә һәр замандың үҙ аты. Элек көслө заттар эйәр өҫтөнән төшмәһә, әле иһә күптәр “тимер арғымаҡты” йүгәнләгән...

– Эйе, ысынлап та шулай, һәр замандың – үҙ заңы. Элек бөтә нәмә ҡәҙерле, танһыҡ ине. Машиналы булыу бәхете күптәргә тәтемәне, һатып алыу еңелдән булмаған. Кредит тигән нәмә бөтөнләй булманы. Бик һирәк осраҡта яҡшы эшләгәндәргә колхоздан ссуда бирәләр ине. Ә ҡалғандары йылдар буйына эш хаҡын йыйып, “тимер атҡа” аҡса хәстәрләне. Машиналар ҙа сиратлап, исемләп кенә ҡайта торғайны. Хәтеремдә, атайым “Жигули” автомобилен алырға хыялланды. Ни эшләптер, әллә нисә йыл буйына “Жигули” урынына “Москвич” ҡайта ла ҡайта. Аптыраған көндән, яңы машинала бер аҙ йөрөй ҙә, һатып ебәрә. Шунан тағы “Жигули” көтә. Ә әле һәр кемдең кеҫәһенә ярашлы, йәне теләгән маркалы, күңеленә хуш килгән төҫлөһөн һайлап алыу мөмкинлеге бар, әммә машинаның ҡәҙере бөтөп бара.



– Нәғим ағай, тормош бер урында ғына тормай, бөтәһе лә үҙгәрә. Ә бына 100 йылдан кеше ниндәйерәк машинала йөрөр икән?

– Элек фантастика фильмдарын ҡарап, кәрәҙле телефондарға, роботтарға, компьютерҙарға, көслө машиналарға аптырай торғайныҡ. Бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ эштәр башҡара алыуына хатта ышанмай инек. Ә хәҙер уларһыҙ йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Тормошобоҙ тотош компьютерҙарға, төрлө гаджеттарға бәйләнгән.

Күптән түгел генә Ҡытай пилотһыҙ “оса торған мотоцикл” эшләүҙәре һәм ҡала араһын һауа ҡатламынан үтеү мөмкинлеге тураһында хәбәр итте. Әлеге ваҡытта уларҙың баш осонан нисек йөрөүен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әммә фән-техника прогресы алға китеүҙән туҡтамай бит. Бәлки, беҙгә лә ошондай үҙенсәлекле техниканы ла ауыҙлыҡларға насип булыр әле. Ә инде заман автомобилдәренә килгәндә, уларҙы мин экологик йәһәттән таҙа булыр тип уйлайым. Сөнки тирә-яҡ мөхитебеҙ мөшкөлләнә бара – көндән-көн тәбиғәтебеҙ, эскән һыуыбыҙ, һулаған һауабыҙ бысрана. Бер нисә тиҫтә йылдан уның бөтөнләй хәүеф аҫтында ҡалыуы ихтимал. Яңы ҡарарҙар буйынса, илебеҙ яйлап газға күсеү өҫтөндә эш башланы инде. Киләсәктә беҙ, бәлки, бөтөнләй икенсе төрлө, зарарһыҙ яғыулыҡ ҡулланырбыҙ, бәлки, һыу менән дә йөрөрбөҙ әле.

– Үҙегеҙҙе ниндәй водитель тип ҡылыҡһырлайһығыҙ?

– Кеше үҙен маҡтамай, тиҙәр бит әле. Бәләкәй саҡтан уҡ машиналар менән дуҫлыҡ ныҡ булғас, мин үҙемде профессиональ кимәлдә йөрөйөм тип әйтә алам. Руль артында ултырырға яратам, водитель креслоһында үҙемде уңайлы тоям, күңел кинәнесе табам. Дүрт-биш сәғәт буйына бер туҡтауһыҙ педалгә баҫа алам. Пассажирҙарымдың рәхәтләнеп серем итеүҙәре ҙә, иҫнәп ултырыуҙары ла миңә үҙ эшемде башҡарыуға ҡамасауламай. Яҡындарым да миңә тулыһынса ышана, шуға алыҫ юлда йөрөгәндә лә борсолмайҙар.

– Тиҙлек яратаһығыҙмы, әллә хәүефһеҙлек яҡлымы? Юлда башҡа автомобилдәр менән ярышҡанығыҙ бармы?

– Унһыҙ ҙа булмай. Сәм тигән нәмә бар миндә.) Шуға ҡайһы берҙә газға ныҡ ҡына баҫып та алам. Спидометр уғы сәғәтенә 160 – 170 км менеп киткән саҡтар була. Әммә тиҙлек яратам тип кенә ҡыуаларға ла ярамай бит. Водитель булараҡ, һин пассажирҙарыңдың, юлдағы кешеләрҙең дә хәүефһеҙлеге тураһында уйларға бурыслы. Шуға юлға сығыр алдынан машинамды ҡараштырып, фараларын һөртөштөрөп алам. Юлда тиҙлек арттырыу, үҙ-ара уҙышыу өсөн йөрөтөү оҫталығы ғына аҙ, автомобилеңдең оҫта хәрәкәт итә алыу мөмкинлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Мин, мәҫәлән, машинамдың көсөн беләм һәм трассала артыҡ шашырға тырышмайым.

– Автомобилистәр араһында ярҙамлашыу һәм төрлө сигналдар менән ҡаршы һыҙаттағыларҙы иҫкәртеү киң таралған. Ә һеҙ уларҙы ҡулланаһығыҙмы?

– Минеңсә, бындай ғәҙәттең (ағайҙарҙан ҡалған йола тип тә әйтер инем) кешелә формалашыуы тәжрибә менән килә. Хеҙмәт иткән саҡта минең ҡанға һеңеп ҡалды ул. Әле лә ярҙам итергә тырышам. Юл сатында торған “ағайҙар”ҙы күрҙеңме – ҡулым үҙе иҫтәртергә үрелә. Миңә хәбәр бирһәләр, мотлаҡ рәүештә “рәхмәт” әйтеп китәм.

Боролоу утын һүндерергә онотҡандарға, фаралар менән яҡтыртып күрһәтәм. Үҙең яй бараһың икән, авария сигналын тоҡандырып, арттағыларҙы үткәреп ебәрәһең. Оҙон юлға йөрөүселәр ҙә уҙыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр итә: ҡаршы килеүсе машиналар булмаһа, утын яндырып күрһәтә. Уҙып киткәс, тағы ла “рәхмәт” әйтәһең. Юл ғазабы – гүр ғазабы. Шуға бер-береңә ярҙам итмәй булмай.

– Бындай иҫкәртеүҙәрҙе Рәсәйҙә генә ҡулланалар, тиҙәр. Бының сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?

– Бының тәү сәбәбе – юлдарҙың насар булыуылыр. Электән уларҙың сифаты юғары булманы, шуға ла водителдәрҙә бер-береһенә ярҙамлашыу, заправкаға тиклем һөйрәтеп барыу, яғыулыҡ менән бүлешеү һ.б. кеүек рәхимле, кешелекле мөнәсәбәт формалаша. Икенсенән, боронғо машиналар ышаныслы ла түгел ине. Ҡышын туңып китә, эҫелә һыуы ҡайнап таша, янып киткән саҡтары ла була. Шуға халыҡ юлда уяу йөрөгән, бәләгә тарығандарға битарафлыҡ күрһәтмәй, мөмкин тиклем хәлдәрен еңеләйтергә, миһырбанлы булырға тырышҡан.

– Автомобилдәрен йыуып-һөртөп кенә йөрөткән ир-егеттәрҙән, машинаһын кәләшенән дә артыҡ ярата, тип көләләр. Һеҙҙеңсә, уны шул тиклем тәрбиәләү кәрәкме?

– “Ҡараһаң ҡаралты, ҡарамаһың таралды” тигән мәҡәл бар халыҡта. Мин уның менән тулыһынса килешәм. Бәләкәй саҡтан техникаға ҡәҙер менән ҡарарға кәрәк тигән тәрбиә алғанмын. Шуға күрә үҙемдең машинамды ла ваҡытында тикшертеп, техник ярҙам күрһәтеп, майын алыштырып, йүнәтеп торам. Водителдең “тимер ат”ына булған мөнәсәбәтен бер-нисә йылдан машинаның торошона, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап билдәләп була. Тәрбиә күрмәгән өр-яңы автомобилдәр ҙә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә туҙып, ҡойолоп бөтөүе ихтимал.

Миҙалдың икенсе яғы ла була бит әле. “Машинаны сервантҡа ултыртып ҡуйыр өсөн алмайҙар, ул хеҙмәт итегә тейеш”, – тип әйтергә ярата торғайны атайым. Кәрәк саҡта әрһеҙерәк итеп тә тотонорға тура килә: кирбес, таҡта ташып, бысрап китһә лә, балалар йөрөтөп тапалып бөтһә лә, йәлләп тормайым. Эш бөткәс, ейәнем менән бергәләп автомобилде йыуып таҙартып алабыҙ.

– Нәғим ағай, һеҙҙең өсөн автомобиль нимә ул? Заман талабымы, әллә мода артынан ҡыуыумы?

– Юҡ, мода артынан ҡыуам тиһәм, мин бөтөнләй икенсе машина алған булыр инем. Мәҫәлән, кроссоверҙарҙан Mazda CX моделе күңелемә яҡын. Дизель двигателлеһен һайлар инем, улар, ғәҙәттә, көслөрәк тә, аҙ сығымлыраҡ та була. Ә Skoda автомобиле – минең уң ҡулым. Ул минең байтаҡ эшемде еңеләйтергә ярҙам итә. Бөгөнгө көндә бер ерҙә генә эшләп йәшәп булмай, шуға күрә ҡала буйлап байтаҡ елдерергә кәрәк. Шул йәһәттән бик уңайлы ул.



– Ҡайһы бер водителдәр автомобилдәрен “аҡҡошом”, “ҡарлуғасым” тип яратам. Ә һеҙ автомобилегеҙгә нисек өндәшәһегеҙ? Берәй исем ҡушманығыҙмы?

– Исемһеҙ була тиме! Яратып ҡына “Октавушка” йәки “чешкам” тип йөрөтәм уны. Машинам менән һәр ваҡыт һөйләшеп йөрөйөм. Бысрап китһә: ”Әҙ генә түҙ инде, хәҙер шампунлап таҙартырмын”, –тип йыуатам. Ҡайһы бер саҡта: “Үҙем мунса инеп сыҡтым да ул, ә һине һаман йыуындыра алмайым!” – тип уның алдында үҙемде әрләп тә алған булам. Берәй ере боҙолоп китһә: “Бер аҙ сабыр ит инде, иртәгә балнисҡа алып барырмын, йәме, Октавушкам?” – тип балаға өндәшкән кеүек һөйләшәм уның менән. Машина яңыртыр алдынан уның эсендә һатыу, икенсеһен алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмайбыҙ.

Әйткәндәй, кәләшем дә машина йәнле кеше ул. Хендайҙы һатҡас, ҡатыным, буш урынды күреп, хатта күҙ йәштәрен күрһәтеп алды. Тыуған яҡтарға йыш йөрөргә тура килә, юл да йыраҡ. Беҙҙе иҫән-имен йөрөткән өсөн “чешка”быҙға ҡатынымдан да күп кенә маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре яуа.

– Руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙар һаны көндән-көн арта. Водителдең гүзәл зат булыуына нисек ҡарайһығыҙ?

– Башта бер хәл тураһында һөйләп китәйем әле. Астанаға эш сәфәре менән барған саҡ. Банкеттан һуң иптәш егет мине үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Төнгө ҡала буйлап уның БМВ-һында елдерәбеҙ. Ҡала урамы иркен, яҡты, машиналар ҙа күп. Юл буйында торған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре беҙҙе генә айырып туҡтатты. “Һеҙҙең кеүек “айыҡ” водителдәрҙе күреү беҙҙең ҡанда бит”, – тип көләләр. Шуның кеүек юлда күп йөрөгән кеше булараҡ, мин дә хәҙер бер ҡарауҙан кемдең руль артында ултырыуын һиҙәм. Әгәр тимер атты гүзәл зат ауыҙлыҡлаған икән, мин йә яҡын бармайым, йә тиҙерәк үтеп китеү яғын ҡарайым. Уларҙың төрлө ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс хәлдәргә тарығандарын күргәнем бар. Шунлыҡтан барыбер ныҡлап ышанып етмәйем уларға.

– Водителдәр автомобиль хаҡынан да ҡиммәтерәк “текә” нормерҙар алып таға. Уға ҡарашығыҙ нисек?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, “текә” номерҙарға бөтөнләй битарафмын. Бер нисә тапҡыр ундайға эйә булыу мөмкинлеге лә булды. Мосолманса, бер 7 һаны булһа, миңә шул еткән, тип ниндәй насип, шундайын алдым. Әлеге машинаға хатта ике 7 һаны эләкте. Хәрефтәре – РРМ. Машина алып ҡайтҡас, ейәнем номерға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: “Рәйсә, Рәйсә, Марат”, – тип әйтеп һалды. Ҡатынымдың исеме Рәйсә, ә кейәүҙеке – Марат. Автомобилдең номерын берәй ҡайҙа теркәргә кәрәк булһа, ошо хәрефтәр баштан сыға ла ҡуя, ә бына “Рәйсә, Рәйсә менән Марат” ҡылт итеп иҫкә төшә.

– Нәғим ағай, үҙегеҙҙе ниндәй машина исеме менән атар инегеҙ?

– Мин инглиз автомобиле Mini Cooper-ҙы хәтерләтәм кеүек. Етеҙ, еңел йөрөшлө ул. Холоҡтарыбыҙ ҙа оҡшап тора. Бер урында тик тормайбыҙ, ҡаршылыҡтарҙы йылғыр ғына итеп үтеп китәбеҙ.

Кеше араһында айырылып йөрөүҙе, шаулы байрамдарҙы үҙ итмәйем. Тыныс холоҡло мин. Шуға ла аэрография кеүек һүрәттәр, яҙыуҙарҙан азат машина булыр. Йә көмөш, йә аҡ төҫтә, тип уйлайым.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нәғим ағай! Автомобилегеҙ елдереп йөрөүен, юлда һеҙгә һәр ваҡыт йәшел ут яныуын теләп ҡалабыҙ!


Ҡыҙыҡ хәлдәр
1. Бер саҡ ауылдан Өфөгә килергә сыҡтым. Юл тигеҙ генә түгел, тауға бер менергә, бер төшөргә кәрәк. Руль артында ултырған саҡта, ғәҙәттә, тәрән уйҙарға бирелә алмай, уяу киләм. Шулай тирә-яҡты байҡап, тау түбәненән төшөп барам. Әле бер, әле икенсе машиналар мине уҙып китә, ә мин яй ғына юлымды дауам итәм. Бер ваҡыт тәҙрә аша нимәлер елдереп үтеп киткән кеүек булды. Мин ҡарашымды тәҙрәгә күсерәм. “Ә-ә-ә, тәгәрмәс китеп бара-а” тип уйлайым, ҡапыл ғына хәлдең айышына төшөнә алмай. Аҙаҡ йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Әйләнеп ҡараһам, Камаз машинаһының тәгәрмәсе ысҡынып киткән! Ни хәл минең машинаға бәрелмәгән!

Бына шулай ҡайһы берҙә юлда ябай тәгәрмәс менән дә уҙышырға тура килә.


2. Бер саҡ ауылда иптәш егеттәр менән осраштыҡ та, машиналарҙы юл ситендә ҡалдырып, хәл-әхүәл һорашып, һөйләшеп торабыҙ. Бер заман дуҫ миңә: “Ҡара әле, берәү хас һинең кеүек машинала йөрөй икән!” – тип китеп барған машинаға төртөп күрһәтә. Башымды бороп ҡараһам, ысынлап та, маркаһы ла, төҫө лә минеке кеүек. Беҙҙең ауыл тирәһендә бер төрлө автомобиль осратыуыма аптырап торам. Үҙемдеке менән сағыштырайым әле тип машина ҡалдырып киткән ергә ҡараһам – буп-буш! Юл буйлап минең машинам тәгәрәп китеп бара икән дә баһа! Нисек уны ҡыуып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тиҙ генә эсенә инеп, ҡул тормозын тарта һалдым.

Механик коробкалы автомобилде йыш ҡына тиҙлеккә һалып ҡалдыра инем. Был юлы тау үрендәрәк ҡалдырған автомобилем минһеҙ генә йөрөп килергә булған.


3. Әле яңыраҡ тағы ла бер ҡыҙыҡ хәлгә тарыным. Ҡатыным менән ауылға ҡайтып барабыҙ. Межгорье ҡалаһының заправкаһында туҡтап, бензин ҡойоп алырға булдым. Бакка пистолет ҡуйып, аҡса түләп килдем. Ҡараһам, ҡаршы яҡта Хендай машинаһы тора. Водитель егет кассаға инеп китте, ә пассажир креслоһында яулыҡ ябынған инәй сабыр ғына көтөп ултыра. Уның йөҙөнә ҡараным да, шаҡ ҡаттым. Ул инәй шул тиклем матур ҡартайған, шул тиклем мөләйем, йөҙөнән илаһи бер нур бөркөлөп тора. Түҙмәнем, тиҙ генә ҡатыныма күрһәтә һалайым тип, машинаға индем. Хәҙер ҡатыным менән икәүләп һоҡланып ҡарап ултырабыҙ. “Нисектер әсәйемде хәтерләтә”, – тип ишекте яптым да, ҡуҙғалып китем. Бер ваҡыт шарт иткән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ҡатыным, машинаның аҫтын бәрҙең, тип борсола башланы. Ҡараһам, заправка шлангыһын һөйрәтеп китеп барам. Ғүмерҙә лә ундай уңайһыҙ хәлгә тарығаным юҡ ине әле!


Skoda Octavia седан Еlegance 1.6AT

Етештереүсе ил – Чехия;

Автомобиль класы – С;

Двигатель күләме – 1595 см3;

Тапшырыусы ҡап – автомат;

Ишектәр һаны – 5;

Приводы – алғы;

Ҡеүәте – 102 ат көсө;

Багажнигы – 560 л;

Яғыулыҡ багының күләме – 55 л;

Максималь тиҙлеге – сәғәтенә 184 саҡрым;

База комплектацияһы: ике фронталь хәүефһеҙлек мендәре, ике зоналы климат-контроль, руль көсәйткесе, круиз-контроль, алғы тәҙрәләрҙең электроприводы, күп функциялы борт компьютеры.
Читайте нас: