Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
31 Октябрь 2019, 22:04

Еңел машина – азатлыҡтың бер сағылышы!

Заман кешеһенең бөгөн кәмендә ике биографияһы яҙыла бара тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Тәү сиратта ул автомобиль һөйөүселәргә ҡағыла. Сөнки тап улар тормош биографияһынан тыш, avtoбиографияһын да яҙа. Һәм был да үҙенә күрә бер тарих. Уның биттәрен аҡтарып, мәҫәлән, кешенең донъяға ҡарашын, ниндәй ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйыуын асыҡларға мөмкин. Аvtoбиография рубрикаһының бөгөнгө геройы – күптәребеҙгә зәңгәр экрандар аша таныш ир-уҙаман – Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы – Рәфиҡ ӘХМӘТШИН.

Заман кешеһенең бөгөн кәмендә ике биографияһы яҙыла бара тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Тәү сиратта ул автомобиль һөйөүселәргә ҡағыла. Сөнки тап улар тормош биографияһынан тыш, avtoбиографияһын да яҙа. Һәм был да үҙенә күрә бер тарих. Уның биттәрен аҡтарып, мәҫәлән, кешенең донъяға ҡарашын, ниндәй ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйыуын асыҡларға мөмкин. Аvtoбиография рубрикаһының бөгөнгө геройы – күптәребеҙгә зәңгәр экрандар аша таныш ир-уҙаман – Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы, “Башҡорттар” тапшырыуының алып барыусыһы – Рәфиҡ ӘХМӘТШИН.
– Рәфиҡ, беренсе мәртәбә ҡасан руль артына ултырҙың?
– 2005 йылда. Әле водитель таныҡлығы ла алып өлгөрмәгәйнем. “Тимер ат” теҙгенен тартҡыларға, халыҡ теле менән әйткәндә, “Әкүшкә”лә (ОКА автомобиле) өйрәндем. Автомәктәптә уҡып, ҡулыма водитель таныҡлығы алғас, тотонолған Mazda 323 (hatchback) машинаһында йөрөргә тура килде. Ифрат оҡшаны ул: ҡыҙыл төҫтә, баштараҡ етеҙ ҙә ине.
– “Тәүге арғымаҡ – тәүге мөхәббәт һымаҡ ул” тигән фекер менән килешәһеңме?
– Әлбиттә, килешәм! Тәүге автомобилде, минән бигерәк, улым Мортаза ла яратып өлгөрҙө. Һатҡан саҡта илап та алды хатта. Әммә мин “Ниһайәт, ҡотолдом!” тип ҡыуанып ҡына ҡуйҙым. Сөнки арғымағым ваҡыт үтеү менән аҡсаны ла ныҡлап “һура” башланы. Ни генә тимә, ҡулдан алынған машина яңыһына етмәй инде.
– Автомобиль һатып алырға теләгән берәйһе кәңәш һораһа, ниндәй марканы тәҡдим итер инең? Сит илдекенме, әллә үҙебеҙҙә етештерелгәненме? Һәм ни өсөн?
– Ауыр һорау J. Ҡапыл ғына аныҡ яуап ҡайтарыуы ҡыйын. Сөнки һәр кемдең үҙ мөмкинлектәре, үҙ зауығы һәм автомобилгә ҡарата үҙ талаптары. Мәҫәлән, төпкөлдәрәк ултырған ауыл кешеһе “Нива” йә “УАЗ” автомобиленә өҫтөнлөк бирер ине.
Икенсе машинам – ВАЗ-21150 булды. Был хаҡта юҡҡа ғына һүҙ ҡуҙғатманым. Уның һис тә һынатҡаны булманы. Ҡышҡыһын салоны йылы, үҙе иркен дә. Юлда ла етеҙ ине. Шулай ҙа “Тойота” менән уҙышып булмай, әлбиттә. “Пятнашкамды” алған ваҡытта кеҫәмә ҡарап эш иткәйнем һәм шул осорҙа ул минең өсөн идеаль вариант ине. Бөгөн иһә “Daewoo Nexia” автомобилендә елдерәм. Һәм әлегәсә уға ҡарата ла дәғүәм булғаны юҡ. Ә һорауға тәғәйен генә яуап биргәндә, бәлки, иң яҡшыһы – ул, үрҙә әйтеп үтеүемсә, яңы машиналыр?..
– Автомобилен йыш алмаштырыусыларға нисек ҡарайһың?
– Ыңғай ҡараштамын. Мөмкинлек булғанда алыштырырға кәрәк.
– Ғөмүмән, автомобиль ул һаман да зауыҡ күрһәткесеме, әллә заман талабымы?
– Заманыбыҙ өсөн – ул көн талабы. Шулай ҙа автомобилдәрҙең үтә лә күбәйеп китеүе хәүефләндерә. Машина ҡуйыу өсөн урын табыу – водителдәрҙең бөтәһенә лә яҡшы таныш, күптәрҙе ҡаҡшатҡан мәсьәлә. Һуңынан, транспорт төтөнө һулар һауыбыҙҙы ағыулай. Икенсе яҡтан, автомобиль – ул азатлыҡтың бер сағылышы ла. Ҡайҙа, ҡасан теләйһең – рәхим ит, юл һәр ваҡыт асыҡ.
– Автомобиль һайлағанда нимәһенә иғтибар итәһең?
– Үрҙә билдәләп үткәнемсә, иң мөһиме – яңы булһын J.
– Үҙеңде машиналар буйынса белгес тип әйтә алаһыңмы?
– Юҡ. Үкенескә күрә, машинаны “һә!” тигәнсе һүтеп ташлап, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кире йыя белгән белгес түгелмен. Әммә автомобилдең тын алышын тоям. Майын ваҡытында алмаштырам, фильтр, ҡайыштарын да даими тикшереп һәм кәрәк икән, яңыртып торам.
– Кемдер ҡуҙғалып китер алдынан йә рулен, йә панельде һыйпай, яратып ала. Һинең дә шундай үҙеңә генә хас “ғөрөф-ғәҙәтең” бармы?
– Булғылай. Бигерәк тә оҙон юлға сығыр алдынан. Дүнәнде лә бит һыйпап иркәләтеп торорға кәрәк, автомобиль дә хужаһын “тоя” белә. Күнеккән рулегеҙҙе алыштырған мәлдә быға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Танышығыҙ йәки күршегеҙҙең машинаһын йөрөткәндә, ул әҙерәк тыңлашмаған һымағыраҡ тойола.
– Теге йәки был төҫкә өҫтөнлөк биреүенә ҡарап та кешенең холоҡ-һыҙатын билдәләйҙәр. Күңелеңә ниндәй төҫ яҡын?
– Миңә әлеге машинамдың ялтыр-көмөш төҫө оҡшай.
– Әгәр машинаңды яңыртыр булһаң, ниндәй марканы һайлар инең?
– Daewoo Nexiaла икенсе йыл йөрөйөм. Тиҙҙән уны ла яңыртыу ваҡыты етер тип уйлайым. Бындай форсат сыҡһа һәм теләгем финанс мөмкинлектәремә тап килһә – Volkswagen Caddy йәки Peugeot Partner кеүек ете урынлыҡ автомобилгә өҫтөнлөк бирер инем. Ғаилә менән иркенләп сәйәхәт итер өсөн. Әммә әлегә был хыял ғына.
– Юлда “Юлдаш”һыҙ булмай, тигәндәй, ниндәй музыка тыңларға яратаһың?
– Һорауға үҙең яуап бирҙең. Юлда “Юлдаш”ты тыңлайым. “Ҡош юлы” фестивалендә яңғырап, танылып киткән йырҙарҙан үҙем айырым диск эшләп алдым, радио тулҡындары тотмаған ерҙә ошо яҙмаларҙы ҡуям. Револь Ғималовтың “Уйналмаған роль”, йәки Роберт Хәмиҙуллиндың “Бюджетник йыры”н тыңлай-тыңлай сәйәхәт итеүе хәтәр шәп! J
– Һинең өсөн сәғәтенә нисә километр менән елеү тиҙ иҫәпләнә?
– 140 км. Арттырһаң – ҡурҡынысыраҡ. Шулай ҙа оҙон юлда уртаса тиҙлегем 90 километр самаһы. Шәп ҡыуырға ярамай.
– Юл ҡағиҙәләрен йыш боҙаһыңмы?
– Булғылай. Мин дә кеше бит. Ғәйебем бар икән, таныйым. Тартҡылашып торғаным юҡ.
– Штраф сәпәгән осраҡтар ҙа булғаны барҙыр. ЮХХДИ хеҙмәткәре менән нисек һүҙ башлайһың?
– “Хәйерле көн командир!” тим, ғәҙәттә.
– Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙҙың руль артына ултырыуын өнәп етмәүселәр күп. Уларҙың ҡорос арғымаҡты “эйәрләүҙәренә” нисек ҡарайһың?
– Бик ыңғай ҡараштамын. Ғөмүмән, мин бик толерант, сыҙам кеше. Тик руль артына ултырған ҡыҙҙарға бер кәңәшем бар: уңға йәки һулға сығыр булһағыҙ, боролош уттарын ҡабыҙырға ономағыҙ инде, зинһар. J
– Руль артындағыларға теләктәрең?
– Юлығыҙ асыҡ, күңелегеҙ күтәренке булһын.
– Рәхмәт, Рафиҡ! Юлдарың гел уң булһын!
Р. СӘЛИМОВ әңгәмәләште.
Читайте нас: