Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
21 Ғинуар 2020, 17:46

Автомоибилем – тоғро дуҫ та, алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла

Аutoбиографияның сираттағы геройы – Хәсән Усманов – күптән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған билдәле йырсы, хәстәрлекле атай һәм бәхетле ғаилә башлығы.#Шоңҡаржурналы #ХәсәнУсманов #Аutoбиография

Аutoбиографияның был һандағы геройы – Хәсән Усманов – күптән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған билдәле йырсы, хәстәрлекле атай һәм бәхетле ғаилә башлығы. Артист тормошоноң яртыһы юлда үтә, тигәндәре дөрөҫтөр. Шулай булғас, Хәсән ағай ун йыл буйы бер үк машинала нисек йөрөнө икән? “Азамат” халыҡ йырының билдәле һүҙҙәрен алып “Ниҙәр генә күрмәй, ҡайҙа ғына булмай артист башҡайы менән уның тимер атҡайы” тип үҙгәртергә мөмкин был осраҡта. Шулай итеп, Хәсән ағай үҙенең машиналарға ҡарашы, нисек итеп ун йыл бер үк автомобилдә йөрөгәне, яңы ғына алған тимер аты хаҡында һөйләмәксе.

– Нисә йәштә автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына башланығыҙ?
– V класта уҡығанда атай яндаулы ИЖ Юпитер-5 мотоциклын һатып алды. Беренсе тапҡыр руль менән танышыуым шунда булды. Мал ҡыуырға барғанда атай миңә рулде ышанып тапшырҙы. Мин әллә кем булып, эре генә ултырып алдым. Ошо мәл ҡыуаныслы ваҡиға булып ныҡ хәтерҙә ҡалған. Мотоциклға ҡыҙыҡһыныу һуңыраҡ та юғалманы. Үҫә килә ҙурыраҡҡа ынтыла башлайһың бит, юғары кластарҙа машиналарға ҡыҙығыуым артты, сөнки беҙҙең мәктәптә В категорияһына уҡыттылар. Маҡтанмай әйтә алмайым, ул ваҡытта Башҡортостанда водитель таныҡлығы биреп сығарған ике генә мәктәп булды, береһе – Мораҡта, икенсеһе Асҡарҙа ине. Унынсыла уҡығанда мәктәптә торған тренажерҙа шөғөлләнә инек, XI класта иҫке генә бер ГАЗ-53 менән йөрөргә өйрәндек.
– Ә ниндәй машиналар тураһында хыяллана инегеҙ?
– Әлбиттә, хыял итә торғайным инде, әммә уны хыял тип әйтеп буламы икән? Ул ваҡытта, бәлки, мәғлүмәт тә әҙерәк булғандыр, интернет юҡ. Хәҙер балалар ниндәйен теләй, шуны ала ла ҡарай бит, фотоһүрәттәр, гәзит-журналдар һанап бөткөһөҙ. Яңы ғына сыҡҡан алтынсы, туғыҙынсы маркалы ваздар ҙууур машина, хәҙерге мәлдәге иномарка кеүек ине. Ул ваҡытта автомобиль маркаларын да белмәй торғайныҡ. Ҡайҙа инде Mitsubishi йә Honda, бар белгәнебеҙ – совет автомобилдәре. Һуңыраҡ, “За рулем” журналдары сыға башлағас ҡына, әҙерәк машиналар ҡараштыра башланыҡ. Ундағы сағыу-сағыу автомобилдәр ысынға ашмаҫ хыял һымаҡ ине.
– Шулай ҙа, хыялығыҙға ирешкәнһегеҙ бит... Нисәнсе йылда беренсе машинағыҙ булды?
– 2005 йылда өйрәнсеккә йәшел төҫлө ВАЗ-2109 маркалы автомобилде ҡулдан алырға булдым. Ҡала ерендә хәрәкәт көслө, тәүге машинам ҡулдан булғас, бәрелһә лә, йәл түгел ине. Беҙҙең йәш ғаилә өсөн оло ҡыуаныс булды, ауылға ҡайтып килергә лә, йәш бала менән йөрөргә лә бик ҡулай ине. Беренсе машина мәңгелеккә иҫтә ҡалды, беренсе мөхәббәт кеүек (көлә). Уның менән өс йыл йөрөгәндән һуң, өр-яңынан Францияла сыҡҡан Peugeot Partner иномаркаһын алдыҡ. Мин ул машинала ун йыл йөрөнөм, күптәр дүрт-биш йылдан артыҡ йөрөмәй бит. Дуҫтарым: “Хәсән ағай, ул машинала нисек ун йыл буйы йөрөргә мөмкин? Һиңә һәйкәл ҡуйырға кәрәк, улай оҙаҡ берәү ҙә йөрөмәй”, – тип аптырап көлөшәләр. Мин күберәк йәшәү шарттарын яҡшырттым, шулай итеп, француз машинаһын иләнем генә. Сифатына килгәндә, шул уҡ “туғыҙынсы”лағы кеүек, двигателе ябай ине, майын алмаштырыумы, фильтр, шәмдәрен ҡуйыу булһынмы – күбеһенсә үҙем йүнәтә торғайным. Артыҡ боҙола һалып та барманы. Әле лә уға рәхмәттәр уҡыйым, хатта “беренсе мөхәббәтем” – туғыҙынсы маркалы вазды оноттом. Ун йыл бик оҙаҡ ваҡыт, ул машинабыҙ тере йән кеүек, беҙҙең ғаилә ағзаһы һымаҡ булып киткәйне. Әлеге машинаны алырға барғанда, һыйпап, рәхмәттәр уҡып ҡына алып барҙым. Сөнки артыҡ ҡыйынлыҡтар килтермәне, уның менән бөтә республиканы, күрше Татарстанды, Ырымбур, Силәбе өлкәләрен йөрөп сыҡтыҡ. Багажнигына аппаратура ла һыя, ғөмүмән, ғаилә өсөн дә, эшебеҙ буйынса ла уңайлы ине.
– Шулай итеп, машина һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Ҡупырыныу сараһы тип әйтә алмайым. Машина минең өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы ул. Мәҫәлән, минең өсөн ул универсал булырға тейеш, седандарҙы үҙ итмәйем. Беренсенән, эш буйынса, әйткәнемсә, аппаратураны тейәп алырға ла, артистарҙы ултыртырға ла уңай булһын, икенсенән, ғаиләле кеше булараҡ, йә багажникка коляскаһын һалып алырға, йә берәй нәмә төҙөгәндә цемент тейәп тә алырлыҡ булһын. Ғөмүмән, машина – бар яҡтан камил да, ышаныслы ла ярҙамсы, ул хужаһына арымай-талмай хеҙмәт итергә тейеш, теләгән ергә сығып китерлек һәр ваҡыт әҙер торһон. Француз автомобиле лә, әлеге тимер атым да беҙҙең талаптарға тура килә.
– Һеҙҙең өсөн машина – алыштырғыһыҙ ярҙамсы, ошоға ярашлы уға ла тейешенсә иғтибар кәрәктер?
– Мин яңғыҙым юл йөрөгәндә машинабыҙ менән, кеше менән һөйләшкән кеүек, аралашып, һыйпап-маҡтап та алам. Ул ҡатын-ҡыҙ кеүек бит, косметикаһын да алырға кәрәк, башҡа кәрәк-ярағын да (көлә). Бәлки, шуғалыр минең француз автомобиле оҙаҡ йылдар төҙөк йөрөгәндер. Уны һәр ваҡыт таҙа тоторға тырышам, үҙеңә лә, бергә йөрөгән артистарға ла һәйбәт. Күберәк юлда, гастролдәрҙә йөрөгәс, автомобиль артист өсөн икенсе өй кеүек.
– Улығыҙҙы руль артына ултыртаһығыҙмы?
– Малай кеше булғас, әлбиттә, атай эргәһендә күберәк йөрөргә тейеш. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге балалар бик мәғлүмәтле. Шуға күрә, улымды ла заманса итеп тәрбиәләргә тырышам. Уралға, 3-сө генә класҡа барыуына ҡарамаҫтан, рулде биргәнем бар. Алдыма ултыртам да, үҙе тиҙлекте алыштырып, газға баҫып йөрөп ала. Берәй йөҙ метр үтһә лә, ҡыуанысы сикһеҙ.
– Әлеге ваҡытта Mitsubishi Outlander-ҙы һайлағанһығыҙ? Уның менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Был арғымаҡты йүгәнләгәнгә дүрт ай ғына. Салондан сығып, тура гастролдәргә юлландыҡ. Әлбиттә, ҡәнәғәтмен, сөнки уны оҙаҡ эҙләнек. Pegueot менән сағыштырғанда Ер менән Күк араһы, заманына күрә, алдағыһы ла һәйбәт ине, уға бөтөнләй үпкәм юҡ. Хатта бөтә уңайлыҡтары, кондиционеры булмаһа ла, уның менән шулай уҡ ҡәнәғәт инем. Әле ҡайҙа йөрөгәнен белмәйем, ҡайһы ваҡыт белергә ҡыҙыҡһынып ҡуям. Ә яңы машинабыҙ хаҡы буйынса ла, статусыбыҙға ла тап килде ☺.
– Юл йөрөгәндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе таныймы, улар менән ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығанығыҙ булдымы?
– Ҡайнап торған тормош менән йәшәгәс, ҡайһы саҡта ҡабаланырға ла тура килә, ун-егерме минут алдараҡ барып етәйем, тип баҫаһың. “Ағайҙар”ҙың туҡтатып, машинала беҙҙең ултырғанды күргәс, кире ебәргән осраҡтары ла булды. Ошо урында популярлығыңдың әҙерәк файҙаһы тейә (көлә).
– Һеҙҙең хәләл ефетегеҙ руль артына ултырамы? Водителдәр сафында ҡатын-ҡыҙҙарҙың артып барыуына нисек ҡарайһығыҙ?
– Зилә әлеге ваҡытта уҡып сыҡты, тик водитель таныҡлығы алмаған. Ҡаланан ситтә булғанда ҙур теләк менән йөрөй. Мохтажлыҡ сыҡҡанда ҡатын-ҡыҙҙарға ла руль артына ултырмай сара юҡ. Ғаилә башлығы эштә булғанда балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөтөү уларҙың өҫтөндә. Шуға күрә, был күренешкә һис тә ҡаршы түгелмен.
– Юлда ниндәй йырҙар тыңлайһығыҙ? Әллә тик үҙегеҙҙекен ҡуяһығыҙмы?
– Ул һорауҙы биреүселәр күп булды. Машинала үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңламайбыҙ, ҡайһы берҙә эргәлә ултырып барған дуҫтар, туғандар: “Нисек инде ул үҙегеҙҙең йырҙарығыҙҙы тыңламайһығыҙ?” – тип аптырай. Студияла йә өйҙә генә ҡуябыҙ. Ә машинала халыҡ йырҙарын, симфоник әҫәрҙәрҙе тыңларға яратабыҙ, улар күңелгә тыныслыҡ бирә. Радиоға килгәндә, “Юмор FМ”, “Бизнес FM”-ды ҡабыҙабыҙ.
– Ә сәнғәт юлын һайларға нимә этәргес булды?
– Беҙ бәләкәйҙән йырлап үҫтек. Атайым гармунсы, ҡурайсы ине, әсәйемдең тауышы бик матур булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар яҡты донъяла юҡ инде. Ике яҡтан өләсәйемдәр ҙә йырлай ине. Бала саҡта уларҙың оҙон көйөн иҫем китеп тыңлай торғайным. Нәҫелдән килгән һәләтте Хоҙай Тәғәлә бүләге тип ҡабул итәм.
– Һеҙҙең булмышығыҙҙы, холҡоғоҙҙо яңы машинағыҙ менән сағыштырырға мөмкинме?
– Эйе, сағыштырырға мөмкиндер. Уйлауымса, автомобиль хужаһын характерларға тейеш. Эшлекле, ябай кешемен, машинам да шулай, минең өсөн ул шул тиклем уңайлы һәм яҡын. Беренсенән, автомобиль кешенең йөҙө булып торһа, икенсенән, ул уға ярҙамсы ла, тоғро дуҫ та... Бер шулай ҡыҙыҡ хәл булды, Peugeot Partnerым нимәгәлер тоҡанмай ҙа тоҡанмай, панеленән һыйпап: “Йә, бәпесем, эшләп кит инде”, – тигәйнем, машина ҡапыл ҡабынып китте. Шунан һуң автомобилдең ниндәйҙер кимәлдә тере йән кеүек булыуына инандым.
– Хәсән ағай, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Имен-һау йөрөгөҙ, яңы машинағыҙ ҡотло булһын!

Ҡыҙыҡлы тарих

Беҙ Асҡарҙа АТП эргәһендә йәшәнек. Атайым шунда электрик булып эшләне. Өйҙән йыраҡ булмағас, мин дә шунда ағайҙар эргәһенә барып, аяҡ аҫтында уралып йөрөй торғайным. Шул шоферҙар мәрәкәле хәлдәрҙе күп һөйләй ине. Бер ағай кис ялан яғындағы Ишҡол, Хәлил һ.б. ауылдарҙан халыҡты ултыртып район үҙәгенә килә ятҡан була. Автобус тулы кеше, бер инәй күрше ауылға юлланған була. Инәй төпкәрәк үтеп ултырған, ауылынан күп тә үтмәй, барып еткәндәр. Кешеләр юл биреп уны сығарырға булғандар. Инәй: “Эй, балаҡайым, рәхмәт инде, имен-һау йөрө, аяҡ-ҡулың һыҙламаһын, рәхмәт”, – фәлән дә фәсмәтән тип рәхмәттәрен ҡабатлай ҙа ҡабатлай, ти. Водитель боролған да: “Ярай, инәй, сәй ҙә эсмәнегеҙ!” – тигән. Бөтә автобус шарҡылдап көлгән, ти.

Мицубиси Аутлендерҙың ҡылыҡһырламаһы

Етештереүсе ил – Япония.
Автомобиль класы – J.
Кузовы – внедорожник.
Двигатель күләме – 2360 см3.
Тапшырыусы ҡап – автомат.
Яғыулыҡ сығымы – трассала – 6,5, ҡала эсендә – 10 л.
Ишектәр һаны – 5.
Урындар һаны – 5.
Приводы – тулы.
Ҡеүәте – 230 ат көсө.
Яғыулыҡ төрө – бензин.
Багажнигы – 1640 л.
Яғыулыҡ багының күләме – 60 л.
Максималь тиҙлеге – сәғәтенә 198, сәғәтенә 100 саҡырым тиҙлекте 11,4 секунд эсендә ала.
Яртылаш люкс комплектацияһы: рулдең гидро-көсәйткесе, хәүефһеҙлек мендәрҙәре, климатты контролдә тотоу уңайлығы һ.б.
Читайте нас: