Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
5 Июль 2021, 20:37

Фәнил Бүләков тыуған көнөн билдәләй

Ҡәләмдәшебеҙҙе матур байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, ғаилә бәхеттәре, ижад  теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Фәнил Бүләков тыуған көнөн билдәләй
Фәнил Бүләков тыуған көнөн билдәләй

Фәнил Бүләков 1980 йылда Учалы районы Иманғол ауылында тыуған. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡығанда уҡ шиғри шәлкемдәре республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай. Йәш ижадсы “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә илһам ҡанаттарын нығыта. Университетты тамамлағандан һуң тыуған ауылындағы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, 2002-2008 йылдарҙа - “Тамыр” балалар телестудияһы мөхәррире. Артабан Учалы районының “Яйыҡ” гәзите хәбәрсеһе, Иманғол ауыл биләмәһе башлығы вазифаларын башҡара. Бөгөн тыуған ауылындағы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Ф.Бүләков - Р.Түләк исемендәге республика шиғыр бәйгеһе лауреаты, “Илһам шишмәләре”фестивале еңеүсеһе. “Ҡибла эҙләгәндә” (2009) һәм “Торналарҙы офоҡ саҡыра” (2018) исемле йыйынтыҡтар авторы. 

Кәкүкле иртәләр
Ал нурға мансылды.
Һандуғас йотто ла
Япраҡтан тамсыны.
Моңдарға ураны
Томанлы донъяны,
Салланған Уралды.
Саф моңло шишмәләр
Ағалар гөрләшеп.
Ысыҡлы япраҡтар
Алалар серләшеп.
Бер һоро ағуна
Ысыҡта ҡағына.
Өҙҙөрә йәнемде
Был нурлы таң ғына.
Их, йырлы таң ғына.
Йөрәктә яҙ ғына.
Һандуғас моңонан
Күңелем ҡағына.

Учалылар.
Ҡара тупраҡ аяҡ аҫтарымда,
Сайҡалалар сая ҡылғандар.
Ҡараш етмәҫ иркен яландарым
Ирек һөйөр хисте һалғандар.

Ҡаялары бары йәшмә беҙҙә,
Ҡараштарҙы күккә гел әйҙәй.
Яҡташтарым, беҙ бит Учалылар!
Кендек ҡаны йәнде гел бәйләй.

Учалылар, беҙҙе уҫал тиҙәр,
Уҫал түгел, бары турабыҙ.
Тура әйтеп, һәр саҡ донъялыҡтың
Емештәрен һәр саҡ урабыҙ.

Учалылар - үс алыусан түгел,
Тура һүҙен әйткән башҡорттар.
Үҙ тарихын һаҡлар ҡәүемдәр беҙ,
Беҙ булғанда балҡыр мең йорттар.

Себерҙәргә яҡын беҙҙең ерҙәр,
Себер ханы булған бит хаким.
Учалылар ихлас йәшәй ерҙә
Тойоп милләт, рухтың ҙур хаҡын!

Зәһәр һыуыҡ... Күктә ай ҙа туңып,
Ҡалтыранған кеүек һалҡындан.
Ҡуйындарға инеп урала ла,
Әсе еле ала алҡымдан.

Ажар һалҡын күккә төтөн һура,
Тарта уны тағы бейеккә.
Көрттәр йырып ҡайтып киләм әле,
Үҙ-үҙемде тиңләп кейеккә.

Был тормоштоң ҡаты бурандары,
Һалҡындары өтә үҙәкте.
Донъялыҡтың кейек ҡанундары
Күңелемде байтаҡ йөҙәтте.

Айға баҡҡан яңғыҙ бүре үҙе -
Хәсиәтем, минең яҙмышым.
Йәнем - кейек, ҡаты бурандарҙа
Ҡалмаҫмын тим шуға аҙашып.

Төнгө асман... Йондоҙ гәлсәр кеүек,
Ыуалыға әҙер һалҡындан.
Аҡ ҡарҙарҙа бураҙналар ярам,
Ялҡын алып йәнгә халҡымдан.

Ярҙар
Икенсе яр һәр саҡ әйҙәп тора,
Кисеүме ул, булһын даръя ла.
Күңелебеҙ яңылыҡты көҫәй,
Ошо ҡыҫҡа ғүмер-донъяла.

Алда бәлки упҡын... Беҙ белмәйбеҙ...
Ҡанатһыҙбыҙ, ҡанат ҡағабыҙ.
Абынабыҙ, әммә ҡанатһыҙҙар
Иртәгәһен ҡанат яҙабыҙ.

Яратабыҙ ошо донъялыҡты,
Донъя беҙҙе микән ярата?
Тормош һынауҙарын үтер өсөн
Ҡолас ташлап йөҙөр яр ята.

 

Читайте нас: