Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аuтобиография
19 Август 2021, 16:50
Тамырҙарҙы белеү – үҙе ҙур бәхет
Альберт Исмәғил һәр саҡ тарих һәм мәҙәниәт менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһынғанын, күп сығанаҡтарҙы өйрәнеүен билдәләй. Тап ошо шөғөлө арҡаһында ул шәжәрә төҙөү мәсьәләһенә килеп еткән һәм үҙенең тамырҙарын асыҡлай башлағас, атаһы һәм әсәһе яғынан ата-бабаларының аҫаба башҡорттар булыуын асыҡлаған.
Тамырҙарҙы белеү – үҙе ҙур бәхет
Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәти киңлектә Альберт Исмәғил исеме йыш яңғырай. Башҡортостанда тыуып үҫкән, бығаса күрше Татарстанда йәшәгән, татар милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булған музыкант үҙен башҡорт тип иғлан иткәс, уны милләтен алмаштырыуҙа ла, сәйәси уйындар уйнауҙа ла ғәйепләнеләр. Әммә Альберт Әҙип улы был хәлдә аптырарлыҡ бер ғәмәл дә күрмәй һәм бер ниндәй ҙә милләт алмаштырыу юҡ, тип билдәләй.
Альберт Исмәғил Ҡазанға 1995 йылда килгән, бер йылдан Татар дәүләт гуманитар институтына уҡырға ингән, студент йылдарынан уҡ үҙен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре итеп күрһәткән, татар милли хәрәкәттәре уртаһында ҡайнаған. Һөнәре буйынса инглиз, татар, ғәрәп телдәре уҡытыусыһы. Музыкант булараҡ та үҫешкән, төрлө ижади ансамблдәрҙә ҡатнашҡан, үҙ йүнәлеше һәм стиле буған ижади шәхес булараҡ танылыу яулаған. Альберт Исмәғил һәр саҡ тарих һәм мәҙәниәт менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһынғанын, күп сығанаҡтарҙы өйрәнеүен билдәләй. Тап ошо шөғөлө арҡаһында ул шәжәрә төҙөү мәсьәләһенә килеп еткән һәм үҙенең тамырҙарын асыҡлай башлағас, атаһы һәм әсәһе яғынан ата-бабаларының аҫаба башҡорттар булыуын асыҡлаған. Белдереүенсә, атаһы яҡынан туғандары тамьян ырыуы вәкилдәре булһа, әсәһе яғынан – ҡырғыҙҙар. Шуға ла ул «милләтемде алмаштырманым, ә тарихи ысынбарлыҡты асыҡланым» , – тип белдерә.
Әлеге көндә Альберт Исмаил – «Без башкортлар» хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе. Төньяҡ-көнбайышта йәшәгән милләтәштәребеҙҙе берләштереп торған рухлы шәхес итеп беләбеҙ уны.
– Шаран районының Яңы Тамьян ауылында телдән телгә күсә килгән шәжәрә бар ине. Әммә унда исемдәр буталған – был да ғәҙәти хәл. Унан мин архивтарға мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә, ҡулымдағы шәжәрәләге мәғлүмәттәрҙең яртыһы документтар менән раҫланды, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе тағы ла тәрәнерәк өйрәнеү фарыз икәнлеге асыҡанды. Нәҫелебеҙҙә бейҙәр, тархандар булғанлығын асыҡланыҡ. Әсәйем – ҡырғыҙ ырыуы вәкиле, Шаран районының Күгәрсен-Бүләк ауылынан. Уның яғынан Аҡай тигән ата-бабабыҙ тап ошо ауылға нигеҙ һалыусы икәнлеген асыҡланыҡ.
Атайым яғынан нәҫелебеҙ ҡасандыр Татарстандың Мөслим районы яғынан, Тамьян башҡорттары йәшәгән яҡтан күсеп килгән тигән фараз бар. Һүҙ Башҡортостан менән сиктәш төбәк хаҡында бара, унда Аҡай күле лә бар. Уның, һис шикһеҙ, данлыҡлы шәхес, башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе Аҡай Күсемовҡа ҡағылышы бар, сөнки , Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан булған Күсем Түләкәевтең улы тап Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында килешеү нигеҙендә йәшәгән. Ихтилаладарҙан һуң был ерҙәрҙә төпләнгән башҡорттар аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ҡалған һәм күсеп киткән, тигән фараз бар.
Ғөмүмән, үҙ тарихыңды, тамырҙарыңды белеү, үҙ ереңдә йәшәү һәм тыуған телеңдә һөйләшеү – иң ҙур бәхет. Ярһыу башҡорт рухы миндә бығаса ла йәшәгән бит ул, мин генә аңламағанмын. Йәл, атайым вафат, унан бик күп ғәмәлдәрҙе асыҡларға булыр ине. Өлгөрмәйерәк ҡалдым... Һигеҙ быуыныбыҙҙы яҡтыртҡан шәжәрәбеҙҙе күрһә, ул бик һөйөнөр ине, сөнки ата-бабаларыбыҙ тураһында гел ғорурланып һөйләр булды, – тип Альберт Исмәғил.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Автор:
Венер Исхаков
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?