Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
31 Октябрь 2018, 16:08

Ғәйеплеләрҙең ғәйебе бармы?

Машина эсендә саҡ тере ҡалған һылыуҡайҙарҙың кисерештәрен ишетеп, уларҙың күҙ йәштәренән, “Ни өсөн беҙҙе береһе лә хәүеф хаҡында иҫкәртмәне? Белгән булһаҡ, бөтөнләй юлға сыҡмаҫ инек!” – тигән ялбарыулы һорауҙарынан тетрәндек.

ТӘБИҒӘТ ЙЫЛДАН-ЙЫЛ ТЕМПЕРАТУРА РЕКОРДТАРЫ ҠУЯ КИЛӘ.

УЛАРҘЫҢ ҠАЙҺЫ БЕРҘӘРЕ ХАТТА ҮҘӘККӘ ЛӘ ҮТӘ БАШЛАНЫ

ИНДЕ. “БЫНА БЫЙЫЛҒЫ ҠЫШ РӘСӘЙҘӘ ИҢ ЙЫЛЫҺЫ БУЛДЫ”, -

ТИГӘН ҺЫҒЫМТАЛАР ҘА КҮРЕНӘ БАШЛАНЫ. КҮПТӘРЕБЕҘ БЫНЫҢ

МЕНӘН КИЛЕШЕР, СӨНКИ УН БИШ - ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ЭЛЕК,

ЫСЫНЛАП ТА, ҠЫШТАР ҺЫУЫҒЫРАҠ, ҠАРЫ КҮБЕРӘК, БУРАНДАР

ҠАТЫРАҠ БУЛА ТОРҒАЙНЫ ҺЫМАҠ. ӘММӘ ШУЛАЙ ҘА ТӘБИҒӘТ

ЮҠ-ЮҒЫ МЕНӘН ҠЫШТЫҢ БЕҘҘЕҢ ЯҠТАРҘА НИНДӘЙ БУЛЫРҒА

ТЕЙЕШЛЕГЕН ДӘ КҮРҺӘТЕП АЛА. МӘҪӘЛӘН, ҒИНУАР БАШЫНДАҒЫ

РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ КӨНЬЯҠ РАЙОНДАРЫН, ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ ҺӘМ

ҠАҘАҒСТАН ДАЛАЛАРЫНЫҢ БЕР ӨЛӨШӨН ШАҠЫРАЙТЫП

ТУҢДЫРҒАН ҺӘМ ӨРӨП КИЛТЕРЕЛГӘН ҠАР МЕНӘН КҮМЕП

ҺАЛЫП ҠУЙҒАН БУРАНДЫ ҒЫНА АЛАЙЫҠ.


Был тәбиғәт ғәрәсәтен, Аллаға шөкөр, күптәребеҙ телевизор аша ҡарап ҡына белә. Әммә яңылыҡтарҙан күрһәтелгән сюжеттар буйынса, байтаҡ кешеләрҙең юлда китеп барғандарында машиналары батып, тәүлектәр буйы ярҙам көтөп ултырғандары, ҡайһы берәүҙәрҙең ваҡытында ярҙам килеп етмәүе арҡаһында туңып, йәрәхәттәр алыуы, үлеүе хаҡында ла хәбәрҙар булдыҡ. Машина эсендә саҡ тере ҡалған һылыуҡайҙарҙың кисерештәрен ишетеп, уларҙың күҙ йәштәренән, “Ни өсөн беҙҙе береһе лә хәүеф хаҡында иҫкәртмәне? Белгән булһаҡ, бөтөнләй юлға сыҡмаҫ инек!” – тигән ялбарыулы һорауҙарынан тетрәндек. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙа тағы ла буран сығыу ихтималлығын хәбәр итеүсе икенсе сюжетта, машинаһын трассаға арҡыры ҡуйып, береһен дә үткәрмәй тороусы ЮХХДИ инспекторы менән кешеләрҙең талашыуын да күрҙек. Улар инспекторға буран башланғанға тиклем хәүефле урынды үтеп өлгөрәсәктәре хаҡында иҫбат итеп маташа ине... Шулай. Үткән бурандар һөҙөмтәһе буйынса тәфтишселәр комитеты ла тикшереү эштәрен башлауын белдек. Ҡайһы урынға ярҙам оҙаҡ барған, ҡайҙа килеп етеп өлгөрә алмаған, ҡайҙа үҙ мәлендә килгән осраҡта ла, эшһеҙ ултырған һ. б. Беҙҙең тәфтишселәр үҙ эштәрен яҡшы белә, ғәйеплеләр мотлаҡ табыласаҡ. Ә уларҙың ғәйебе шул хәтлем үк ғәйеп икәнме ни?

Мәҫәлән, шул уҡ юлға сығыусылар бөгөнгө Интернет үҫешкән заманда, үҙҙәре лә метеоүҙәк сайтына инеп, юлда ниндәй һауа торошо буласағын ҡарай ала ине бит. Ниңә кемдер бөтәһен дә яҡынлашҡан хәүеф хаҡында иҫкәртергә тейеш һуң? Улайға ҡалһа, ғәйеплеләр бигерәк күп булып китә түгелме: телевизор-радионан хәбәр еткермәгән журналистар, телефонға шылтыратмаған һәм смс ебәрмәгән мобиль элемтә операторҙары, массалы хәбәр итеү системаһын тоҡандырмаған ҡотҡарыусылар... Һеҙҙең юлға сығыу-сыҡмауығыҙ – шәхси эшегеҙ бит! Машинағыҙҙың төҙөк булыу-булмауы ла шулай уҡ үҙ ихтыярығыҙҙа. Пландарығыҙҙы төҙөү һәм үҙгәртеү ҙә бары тик үҙегеҙҙән генә торалаһа. Ҡышҡы юлда багажнигығыҙҙа мотлаҡ ятырға тейеш көрәк, трос, йылы тун йәки куртка, быйма булмауына үҙегеҙҙән башҡа кем ғәйепле? Шулай булғас, ниңә юлдағы һауа торошо хаҡында кемдер кемделер иҫкәртергә тейеш һуң әле?

Юҡ, ысын. Шул уҡ Өфө-Белорет юлында ла ҡыш һайын тауҙарға менә алмай ултырған машиналарҙы күрергә мөмкин, сөнки уларҙың тәгәрмәстәре бындай текәлектәргә һәм боҙланып ҡатҡан юлдарға тәғәйенләнмәгән. Йәки һыуыҡ таңдарҙа аккумуляторҙары туңып, машиналарын ҡабыҙа алмай ултырған ке шеләрҙе лә йыш осратырға мөмкин. Ярҙам итәм тип эргәләренә барһаң, аккумуляторҙарына үҙеңдекен тоташтырып ҡабыҙырлыҡ сымдары юҡ, ә һинеке багажникта ята...

Әлеге Ырымбур яҡтарында буран тотҡонона эләккән кешеләрҙең күбеһе, моғайын, ысынлап та, оло хәүеф янауы хаҡында уйланмағандыр һәм, тәбиғәт ғәрәсәте эсендә ҡалғас, ярҙам һорап, махсус органдарға шылтыратҡандыр. Әммә, икенсе яҡтан ҡараһаң, беҙҙә бик һирәктәр генә көтөләсәк хәүефтәр хаҡында иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һала. Әйтеп үтеүемсә, яңылыҡтар тапшырыуының икенсе сюжеты шуны уҡ дәлилләй: халыҡ юлды ҡаплаған полицейский менән һүҙгә килешеп тора!


Тимәк, бәләгә тарыу сыға ярҙамға бик үк тиҙ барып етә алмаған ҡот ҡарыусыларҙың ғәйебе шун дай уҡ ғәйепме икән? Әллә инде...
Читайте нас: