Чайлдфри. Фәлсәфә һатыу түгел, эгоизмдың үҙе.
Мәскәүҙә бер немец кешеһе минән: “Балаларың һиңә ҡамасауламаймы? Уларһыҙ йәшәүе еңелерәк булыр ине,тип уйламайһыңмы?” – тип һорап аптыратты. “Һин нимә, мин уларһыҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым!” – тигәс, “Ҡатындарҙың барыһына ла бала кәрәк шул… – тип ҡуйҙы. – Беҙҙең ҡыҙыбыҙ ҙа ҡатыным теләге буйынса ғына донъяға килде. Миңә икебеҙ генә йәшәһәк, бөтөн яҡлап та яҡшыраҡ булыр ине. Ҡайһы берҙә ҡыҙым менән нисек, нимә тураһында һөйләшергә лә белмәйем…” Уның ошондайыраҡ һүҙҙәренән һуң оҙаҡ ҡына ҡыйын булып йөрөгәйне. Нисек? Беҙ шул балалар өсөн йәшәйбеҙ, шулар өсөн тырышабыҙ түгелме һуң? Тәбиғәт-әсәбеҙ ҙә беҙҙе тап донъя ҡорор, балалар үҫтерер өсөн, тормош артабан дауам итһен тип яралтмағанмы ни?
Әле бер сайтҡа барып юлыҡтым, һәм аңланым: ул бит чайлдфри! Беҙҙең, әлбиттә, был һүҙҙе ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, һәм ишетергә, күрергә лә яҙмаһын! Уныһы нимә була һуң, тиерһегеҙ? Аңлатам. Чайлдфри (child-free) – инглиз һүҙе – “балаларҙан азат” тигәнде аңлата. Эйе, төрлө сәбәптәр арҡаһында барыһының да йорто сабый тауышына күмелмәҫкә лә мөмкин, тормош бит. Әммә бында һүҙ бөтөнләй икенсе төрлө балаһыҙлыҡ тураһында бара. Ундайҙар ауырыу ҙа, зәғиф тә түгел, бына тигән урындарҙа эшләп йөрөргә мөмкин, әммә… бала табырға, бала үҫтерергә теләмәйҙәр! Артыҡ тамаҡ, нервы ашағыс уларға кәрәкмәй! Балалары булған хәлдә лә, минең немец танышым кеүек, уны күңеленән хата аҙымға һанай. Ошондай кешеләр ҙә була икән был донъяла! Чайлдфриҙар тураһында уҡығас, күршем иҫемә төштө. Бына нисәмә йыл йәшәйҙәр, әле һаман егет менән ҡыҙ кеүек ҡалыуҙы хуп күрәләр. Был беҙгә, йәғни күршеләренә, ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Сәбәбен белгебеҙ килә. Бошоноп йөрөгән саҡтарында: “Бәпәй ҙә алып ҡайтмайһың бит. Йыуаныс булыр ине исмаһам…” – тип хәленә инергә тырышҡан, кәңәштәребеҙҙе биргән булабыҙ. Ә ул асырғанып йылмая ғына: “Алай ҙа балабыҙ юҡ, ҡайҙа йәшәтер инек тә, нимә ашатып, нимә кейҙерер инек…” Ауыр йәшәйҙәр икән тип уйлап ҡуймағыҙ. Әлбиттә, улар ҙа беҙҙең кеүек үк ятаҡта көн күрә. Әммә мин быны бала тапмаҫҡа сәбәп тип һанамайым. Һәр сабый үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа. Күршеләрем икеһе лә иҫән-һау, эшләп йөрөйҙәр. Әлбиттә, һауыт-һабалары шылтырамай тормайҙыр (ундай хәл кемдә юҡ!), шулай ҙа айырылышмайҙар ҙа, бер-береһенән башҡа тора ла алмайҙар. Балалары ла юҡ… Шулай ҙа етди генә берәй сәбәбе барҙыр, тип уйлар инең, тыуыр сабыйының йәнен өҙҙөрөп ҡайтҡанын сер итеп сискәне бар.
Чайлдфрилар балаһыҙ ҙа тормошобоҙ тулы, бай тип иҫәпләй. Ирҙәр һәм ҡатындар үҙҙәренең был торошон төрлөсә аңлата. Ваҡыт күп була, дуҫтарың менән теләгәнсә осрашырға мөмкин, буш ваҡытыңды яратҡан шөғөлөңә бағышлай алаһың, үҙеңдең һәләттәреңде үҫтереү өҫтөңдә эшләйһең. Кемдер бала карьера буйынса үҫергә ҡамасаулай тип уйлай. Ҡайһылары ул балаға бөтә көсөңдө һалырһың да, ул үҙ сиратында, йәғни “кеше булып” алғас, һине һанға һуҡмаҫ, ҡәҙереңде белмәҫ, тип ҡурҡа. Һомғоллоғон, тыныс йоҡоһон ҡайғыртҡан ҡатындар ҙа етерлек. Ҡайһы ваҡыт ауыр бала саҡ хәтирәләре лә чайлдфри булып китергә “ярҙам” итә. Әйтәйек, ата-әсә наҙы күрмәгән, улар тарафынан тик кәмһетеү генә күреп үҫеүселәр. Был тормошта ғәҙелһеҙлек күп тип, әле тыумаған балаһын киләсәк ауырлыҡтарҙан ҡурсалау уйы (ә һине ниндәй яҙмыш көтөүе Хоҙайҙан ғына тора. Бәлки, унан да бәхетле кеше булмаҫ ине был донъяла); үҙемдең йәнемде саҡ аҫрайым, уны ҡарарға, уҡытырға, кеше итергә хәлемдән килмәҫ, тигән шикләнеү һ.б. Ниндәй генә һылтауҙар килтерергә тырышмаһындар, уларҙы эгоист тиеүҙән башҡа һүҙ табылмай.
Һаулыҡ һаҡлауҙың Милли статистика үҙәге раҫлауынса, америка ҡатындары араһында балалы булыуҙан баш тартҡандар йылдам арта: 1982 йылда – 2,4%, 1990 йылда – 4,3%, 1995 йылда – 6,6%. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, чайлдфри ирле-ҡатынлылар араһында уҡымышлылар күп, улар профессионал һәм етәксе булараҡ ҙур уңыш ҡаҙана, эш хаҡтары юғары, күберәген ҡалаларҙа йәшәйҙәр, дингә бирелгәндәр юҡ кимәлдә, быуындан-быуынға күсә килгән йолаларға иҫтәре китмәй. Ҡатын-чайлдфриҙар, ғәҙәттә, бөтә ғүмерен эшкә бағышлай, ә бәләкәй бала, әлбиттә, рәхәтләнеп эшләргә йыш ҡына ҡамасаулай. Ә ирҙәргә иһә бер нәмә лә эшләмәү оҡшай. Тормош – улар өсөн кайф, бер яуаплылыҡ юҡ, эш әҙ, аҡса күп, ваҡыт етәһе, тимәк, нисек теләйһең, шулай йәшәргә мөмкинлек бар. Үҙҙәре бала табырға теләмәһә лә, күптәре балалар йорттарына, мәктәптәргә аҡсалата ярҙам итә.
Һаҡланыу саралары күп һәм сифатлы булһа ла, күп чайлдфриҙар стерилизация юлын һайлай. Шулай ҙа (Аллаға шөкөр!), был эште башҡарырлыҡ табипты табыуы еңелдән түгел. Бигерәк тә 20-30 йәшлектәр өсөн. Йәш кешенең ваҡыт үтеү менән ҡарашы үҙгәреүе һәм бер көн килеп бала табырға теләүе лә бар. Табиптар ошоно күҙ уңында тотоп, кеше яҙмышы, уның киләсәге менән шаярыуҙан тыйыла. Әллә күпме аҡсалар вәғәҙә итһәләр ҙә, алданыуға бармайҙар. Бының аҙағы хөкүм эше менән тамамланыуы ла бар бит әле… Чайлдфриҙар үҙҙәрен был донъяла яңғыҙ итеп тоймаҫ, үҙҙәре кеүек кешеләр етерлек икәнен белеү өсөн, төркөмдәр ойоштора, бер-береһе менән аралашып, үҙҙәренең “проблема”лары менән бүлешеп торорға тырыша.
Мосолмандар араһында бындай төркөмдәр әлегә һиҙелмәй, әммә сиркәүҙәр өсөн уйланырға урын бар. Аллаға ҡаршы баш күтәреү тип һанай улар чайлдфри төркөмдәрен. Папа Иоанн Павел II: “Өйләнешеп тә, үҙҙәре теләп бала тапмаған парҙарҙың Аллаһы Тәғәлә алдында ғәйебе ҙур”, – ти. “Библияла әйтелгәнсә, кешегә бала табырғамы, юҡмы тигән һайлау бирелмәгән, – ти христиан авторы Альберт Мохлер ҙа, – киреһенсә, беҙ уларҙы ҙур теләк менән, ҡыуанып, Алла бүләге тип ҡабул итергә һәм бер ни тиклем Юғары Көстән ҡурҡыу менән тәрбиәләп үҫтерергә тейешбеҙ”. Сиркәү хеҙмәтселәре лә уларҙы гомосексуалистар, бер енестәге никахтар рәтенә ҡуйып ғәйепләй һәм чайлдфриҙарҙы “йоғошло”, “түлһеҙ мәжүсиҙәр” тип атай. Шулай ҙа, уларҙы яҡлаған сиркәүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ғайса Мәсихтең Кибер-Сиркәүе. Улар, Ғайса Мәсихтең балаһы булмаған тип, уға эйәреп, нәҫел ҡалдырырға теләмәйҙәр.
Ошондай сирле кешеләрҙе уйлағанғамы, хәтергә лә тик сәйер ҡылыҡлылар төшә. Һуңлап ҡына кейәүгә сыҡҡан танышыма, “бәләкәс алып ҡайтыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙмаҫһығыҙҙыр инде”, тигәс, иҫәргә ҡараған кеүек: “Ошоға тиклем әсәйемдәрҙе, һеңлемдәрҙе ҡараным, улар аяҡҡа баҫһын тип тырыштым, шул тиклем ялҡтым ундай тормоштан. Хәҙер үҙем өсөн йәшәйәсәкмен”, – тигәйне. Быны былай ғына әйткәндер, берәй йыл үҙе өсөн йәшәп алыр ҙа, ғаиләһен арттырыу тураһында уйлай башлар, тигәйнем, әле һанап ҡарайым да, бишенсе йыл йәшәйҙәр, балалары юҡ. Бәлки, сәбәбе барҙыр, ә бәлки, ул да чайлдфриҙыр?.. Әле шундай шик тыуҙы.
Хәтерләгеҙ әле, элек бер йортта уртаса 6-8-әр бала үҫкән. Уларҙы ла етеш, еңел йәшәгән тип әйтеп булмай, һәр заманға күрә үҙ ауырлығы. Шулай ҙа, баланан баш тартыусы кеше булмаған. Бөгөнгө хәлебеҙгә күҙ һалайыҡ. Бына, мәҫәлән, һин нисә бала араһында үҫтең? Ә үҙеңдең балаң нисәү? Шул-шул… Өйҙәрҙә сабыйҙар тауышы кәмегәндән-кәмей. Балалар баҡсалары, мәктәптәр бушай. Элек, мәҫәлән, 10-сы класс әллә нисәү булһа, бөгөн берәүгә тултырыуы ла ауыр. Тотош илебеҙ менән чайлдфриҙар юлына баҫабыҙ түгелме һуң? Уйлап ҡараһаң, бөгөн сабый тәрбиәләргә дәүләт яғынан да ярҙам ҙур, шуның ҡәҙерен белмәйбеҙ, булғанды ҡулланмайбыҙ. Үҙебеҙҙе генә уйлаған, рәхәт йәшәргә ынтылған эгоистарға әйләнә барабыҙ… Күптәр торлаҡ юҡлыҡҡа, эш хаҡының әҙлегенә һылтаныр. Эшләргә, тырышырға кәрәк. Берәү килеп һинең проблемаларыңды хәл итеп китмәҫ. Ә беҙ тап шуға өмөтләнәбеҙ, шикелле. Кемделер ғәйепләү анһат бит… Нисек кенә булмаһын, яҡшыға өмөт итергә, алға ҡарап йәшәргә тейешбеҙ. Бигерәк тә беҙгә, аҙ һанлы башҡорт халҡына уйланырға урын бар. Айырыуса демография мәсьәләһе төп урынды биләйәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан. Ата-бабаларыбыҙ тырыш, көслө рухлы булған, иле, теле тип яуҙарға күтәрелгән, йәнен биргән. Беҙ иһә башыбыҙҙы юрған аҫтына тығып, боҫоп ҡалырға маташабыҙ. Киләсәк быуын, нәҫелебеҙҙе ҡоротҡанһығыҙ, тип үпкә белдермәҫме беҙгә аҙаҡ?!