Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
17 Декабрь 2018, 19:14

Үҙен хөрмәт иткән ҡатын хәмер эсмәй…

Миңә ҡалһа, әсәһенең байрамдарҙа аҙ ғына хәмер эсеүе лә һәр балаға ауыр тәьҫир итәлер. Быны тойоп, күреп йөрөгән сабыйҙар өлкәндәргә һиҙҙермәй генә һыҙланалыр төҫлө. Ә инде уҡыусы балалар ата-әсәһенең мәжлестәрҙә хәмер эсеүен мөрхәтһенмәүен асыҡтан-асыҡ белдерә. Ни тиһәң дә, хәмер кешенең сәләмәтлегенә генә түгел, иң тәүге сиратта энергетикаһына зыян килтерә. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың айыҡлығы ғаиләнең именлеген, бәрәкәтен тәьмин итәлер.

“Эскесе түгелмен әле, тәүге һөйләм миңә ҡағылмай”, ‒ тиер бәғзеләр был һүҙҙәрҙе уҡығас, һәм, үкенескә күрә, яңылышыр. Ысынында иһә, инде эскелек ҡолона әүерелеп, йәшел йыландың ағыуынан айный алмаған бисара ҡатындар хаҡында түгел әйтергә теләгәнем. Ундайҙар гәзит-журналды һанламайҙыр. Һүҙем үҙебеҙ ‒ донъя йөгөн тартҡан, сабыйҙар баҡҡан, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан, әленән-әле рухи үҫеш, рухи ҡиммәттәр хаҡында ла һүҙ йөрөткән һәм шул уҡ ваҡытта мәжлестәрҙә “ҡыҙылынан” да, “ағынан” да баш тартмаған ҡатындар хаҡында. Кемдеңдер күңелен ҡыйырға ла, йөрәген ғәйеп тойғоһо менән ҡайыҙларға ла теләмәйем. Бары ҡатын-ҡыҙ асылы хаҡында уйланырға саҡырам.


Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ҡатын-ҡыҙ йоҡоһонан уяна. Ер йөҙөнә ни өсөн гүзәл зат булып яралыуы хаҡында уйлана, тәбиғәт тарафынан нәҡ уға һалынған сифаттарҙы үҫтереп, тәғәйенләнешенә тоғро ҡалып, бәхетле ғүмер кисерергә теләй. Уның “уянған” күңеле туҡтауһыҙ үҫеш көҫәй, тормошто тәрәнерәк тойорға, ете йоҙаҡ аҫтында йәшеренеп ятҡан тәғәйенләнеше менән күҙгә-күҙ осрашырға, ҡатын-ҡыҙ булараҡ фекерләргә өйрәнергә саҡыра. Был тәңгәлдә йүнәлеш бирерҙәй төрлө лекциялар, китаптар, курстар, тренингтар, семинарҙар етерлек хәҙер. Уларҙың бәғзеләре ысынлап та ярҙам итә. Әммә быныһы – айырым һөйләшеү талап иткән мәсьәлә.


Тейешле тулҡындағы гүзәл зат дөрөҫ үҫешә. Ул мин-минлектән азат, уға кемгәлер ниҙелер иҫбат итеү мөһим түгел. Бындай ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә хыянат итә алмай, һәм, билдәле, хәмер ҙә эсмәй. Сөнки юғарыраҡ тәмде татып ҡараған һәм үҙенең рухи сәләмәтлеге хаҡында онотмай. Уның “яңғырашы”ла башҡаса. Уны, ул тыуҙырған мөхитте тоймай, һиҙмәй, күрмәй ҡалыу мөмкин түгел. Тик бына әллә нисәмә сабыйға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырып, ир ҡатыны, хатта өләсәй булып, асылыбыҙға тоғробоҙ, тип иҫәпләп тә, хәмер эсеүҙән тыйыла алмайбыҙ икән, ҡатын-ҡыҙ икәнлегебеҙҙе аңлап бөтмәгәнбеҙ әле, үкенескә күрә.


Үҙебеҙҙе ғәйепләмәйек, әммә хаталарыбыҙҙы танырға өйрәнәйек. Тормошобоҙҙа килеп тыуған ҡайһы бер күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар ана шул хәмер йотоуҙан баш тарта алмауыбыҙға бәйле түгелме икән?! Әйтәйек, ирҙең эсеүе, хыянаты, ҡатынына ҡарата һыуыныуы, уға тейешле иғтибар күрһәтмәүе, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы, ғаиләләге ыҙғыш арҡаһында балаларҙың кәйефһеҙләнеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йәки сырхап китеүе. Миңә ҡалһа, әсәһенең байрамдарҙа аҙ ғына хәмер эсеүе лә һәр балаға ауыр тәьҫир итәлер. Быны тойоп, күреп йөрөгән сабыйҙар өлкәндәргә һиҙҙермәй генә һыҙланалыр төҫлө. Ә инде уҡыусы балалар ата-әсәһенең мәжлестәрҙә хәмер эсеүен мөрхәтһенмәүен асыҡтан-асыҡ белдерә. Ни тиһәң дә, хәмер кешенең сәләмәтлегенә генә түгел, иң тәүге сиратта энергетикаһына зыян килтерә. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың айыҡлығы ғаиләнең именлеген, бәрәкәтен тәьмин итәлер. Уйлап ҡараһаң, нимә ул хәмер? Кешенең рухын ҡаҡшатыусы ағыу. Эскелек булған ерҙә айыҡ аҡылға урын юҡ. Һәм, иң ҡурҡынысы, кеше йәне менән алкоголь бергә һыйыша алмай. Ҡайһы бер боронғо яҙмаларға ярашлы, бер йотом алкоголь эскән кеше йәненән яҙа. Йән тәнде ташлап китә һәм уның урынын төрлө яман көстәр биләй. Әлбиттә, кеше үҙе быны һиҙмәй. Айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөп, эскән кешенең үҙ-үҙен тотошон иҫкә төшөрһәк, бының ысынлап та шулай булыуына шик ҡалмай. Беҙ, әлбиттә, ағыуҙы, самаһын белеп ҡулланһаң, дарыу тип ҡабул итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ғөмүмән, үҙебеҙҙе һәр яҡлап та аҡларға тырышабыҙ. Эйе, эскесе түгелбеҙ, әммә айыҡ тормош рәүеше лә алып бармайбыҙ. Моғайын, хәмер бөтөнләй ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙына эләгергә тейеш булмағандыр. Моғайын, ул әлеге лә баяғы шул иблистең этлегелер. Шулай булмаһа, ҡатын-ҡыҙ алкоголле эсемлек эскән килеш енси бәйләнешкә инмәҫ, хатта йөклө сағында ла һыра эсеүҙән тыйыла алмаҫ хәлгә етмәҫ, ә бала имеҙгән мәлендә һирәкләп кенә хәмер йотоуын “сабыйыма витамин булыр” тип аҡламаҫ ине.


Иблис тырнағына бер эләкһәң, ысҡыныуы анһат түгел шул. Бөгөн зәғиф балалар тыуыу осраҡтары йышайыуы ла ҡатын-ҡыҙҙы уйға һалмай. Беҙ һаман да алкоголле эсемлеккә һүҙ тейҙермәҫкә тырышабыҙ. “Тыуһа, анау эскесенең балаһы зәғиф тыуыр ине, эскән кешенеке, киреһенсә, шалҡандай ҙаһа”, ‒ тип үсәйбеҙ. Ошо рәүешле әле булһа үҙебеҙҙе аҡлайбыҙ. “Эшкә ашмаған” иргә үс итеп тә эсәбеҙ, уның уҙған аҙнала бер нисә көн “ҡырын тейәп” алғаны өсөн дә “ҡон ҡайтабарыҙ”. Ирҙең хыянатынан һуң барлыҡа килгән тәрән яраны ла хәмер ярҙамында бөтәштерергә теләйбеҙ. Хәләлен көс-хәл менән эскелектән дауалап алып, үҙе әле булһа табындарҙа кинәнеп “тамаҡ сылатҡан” ҡатындарҙы нисек аңларға һуң?! Әхирәттәр менән йыйылып, аһ-зарҙарҙы бүлешә-бүлешә хәмер йотоу күптән инде ниндәйҙер бер “изге йола”ға әүерелгән. Йәнәһе лә, был ысул беҙҙе мотлаҡ стрестан сығара. Эйе, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе шулай алдап йәшәргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Хәйер, тормошта күп нәмәне ғәҙәт буйынса башҡарабыҙ. Эсеү ҙә ҡатын-ҡыҙ өсөн ғәҙәткә әйләнгән. Бәғзеләр ошо ғәҙәтенән бөтөнләй баш тартһа, башҡалар араһында “ала ҡарға”ға әүерелеүҙән ҡурҡа. Юбилей тантанаһына барып та, әхирәтенең һаулығы хөрмәтенә берҙе төп күтәргәнсе эсмәһә, тегеһе үпкәләр, тип хафалана.


Был хаҡта байтаҡ һүҙ сурытырға мөмкин. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ эскелек һаҙлығына батҡандар хаҡында түгел, ә заманына күрә ғәҙәти һаналған “культуралы эсеү” төшөнсәһе тураһында. Тик, нисек кенә булмаһын, мәжлестәрҙә хәмер сәкәштереп эсеү ҡатын-ҡыҙҙы һис тә биҙәмәй. Хатта ир-аттың аҫылы ла бөгөн эскенән баш тартҡан. Әйҙәгеҙ, иблис ҡоло булыуҙан туҡтайыҡ. Асылыбыҙға ҡайтайыҡ. Дөрөҫ тулҡынға көйләнәйек. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хөрмәт итәйек, яратайыҡ, башҡаса “ағынан” да, “ҡыҙылынан” да ауыҙ итмәйек!


Әлбиттә, йәшәү рәүешен һәр кем үҙе һайлай. Аҡыллыға – ишара. Кемделер нимәгәлер инандырыу, күнегелгән ғәҙәтенән арындырыу мөмкин түгел. Һәм бының кәрәге лә юҡ. Көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай. Шулай ҙа Һәр ҡатын-ҡыҙ рухи сәләмәтлеге хаҡында уйланһын, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән рухи бөтөнлөгөн тергеҙһен, илаһилығын, сафлығын хәмер менән ағыуламаһын ине. Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй эсмәһә, донъяның ҡото, бәрәкәте артыр, сабыйҙар ‒ бәхетлерәк, тормошобоҙ тағы ла йәмлерәк булыр төҫлө.


Хөрмәтле журнал уҡыусылар, һеҙҙә ниндәйерәк уйҙар бар?
Читайте нас: