Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
21 Ғинуар 2019, 15:35

Процентҡа аҡса алыу, йәки кипмәгән күҙ йәштәре тураһында

Ләлә апай улының туйына аҡса еткерә алмай аҙаплана. Балаһын атайһыҙ үҫтергән. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары алдында кәм-хур булѓыһы килмәгәндер инде. Шуға күрә уға ла процентҡа аҡса биреүселәрҙе эҙләргә тура килә. “Банкыларға барып ҡараным. Унда көтөргә, документтар юлларға кәрәк ине. Ә миңә аҡса бына бөгөн үк кәрәк булды”, – тип уфтана Ләлә апай хәҙер. Ул үҙенең исеменә компьютер алырға ризалаша. Кешене кәкре ҡайынға терәүгә шымарып бөткән әҙәмдәр апайҙы еңел генә алдап, барыһына ла күндерәләр ҙә 35 мең һум урынына 27 мең һум аҡса тоттороп китәләр. Ләлә апай, банк компьютер өсөн түләү талап итә башлағас, тәүҙә эштең етдилегенә төшөнөп етмәй.

– Әле яңыраҡ ҡына мул итеп аҡса ебәргәйнек, тағы һораған. Балаңды уҡытам тиһәң, аҡсаңды әҙерләп кенә өлгөр инде.
– Түләүле бүлеккә урынлаштырҙыңмы әллә?
– Юҡ та, сессия мәлендә зачетка араһына аҡса ҡыҫтырыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән бит.
– Күпме кәрәк һуң?
– Биш меңдән кәм түгел.

– Хәҙер кешенән аҡса алыуы еңел түгел бит ул. Процентҡа ғына эҙләп ҡарамаһаң...
Эйе, тормош яҡшыра тиһәк тә, заманға яраҡлашып йәшәү өсөн көндән-көн күберәк аҡса талап ителә. Аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға, коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡтарҙың көн һайын артыуына шаһит булғас, “сит илдә бай туғандарың табылмаҫмы?”, йә “бәхетле лотерея эйәһенә әүерелеп булмаҫмы?” тип йышыраҡ хыяллана башлайһың. Халыҡтың ошондай мәле менән файҙаланып ҡалырға ашыҡҡан мут әҙәмдәр ҙә йоҡлап ятмай. Былай ҙа эш хаҡынан эш хаҡына тиклем осон-осҡа саҡ ялғап йәшәгән кешеләрҙе кәкре ҡайынға терәтеп, кеҫә ҡалынайта.
Ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр кеүек күбәйгән шәхси банкылар тураһында әйтеп тормайыҡ. Сөнки улар барыһын да закон буйынса эшләй. Хәйер, банкыларҙың ниндәй проценттар менән эш итеүҙәрен үҙ елкәһендә татығандар яҡшы белә. Утыҙ мең һум алып, етмешәр мең һум ҡайтарыуы еңелдән түгел шул. “Башҡаса кредит алмайым” тип ант итһәләр ҙә, күптәр кәмәләре ҡомға килеп терәлгәс, ҡабаттан шуларға йүгергәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Шулай ҙа бөгөн һүҙем процентҡа аҡса биреүселәр тураһында. Ҡапыл ғына аҡса кәрәк булған осраҡта ҡайҙа барырға белмәй аптыранып йөрөүселәргә ярҙам ҡулы һуҙған “мәрхәмәтле” кешеләр күбәйә хәҙер.
Кредитын түләй алмаған Таһир ағай ҙа процентҡа аҡса биреүсегә мөрәжәғәт итә. “Тиҙ арала ҡайтара алмайым”, – тиеүенә, тегеһенең: “Ярай, хәҙер иҡтисади көрсөк – кешенең аҡсаһы юҡ. Ике ай көтөрмөн”, – тигән һүҙҙәре күңеленә май булып ята. Унан теге кеше Таһир ағайға паспортын алып килергә ҡуша. “Мин һиңә хәҙер 20 мең һум аҡса бирәм. Әммә аҡсамды кире ҡайтарыу өсөн залог кәрәк. Хәҙер һинең исемгә кредитҡа телевизор юллайбыҙ. Уның тәүге түләүе өсөн аҡсаны ошо 20 мең һум эсенән аласаҡбыҙ. Сираттағы айҙа ла кредитты үҙең түләйһең. Был минең һиңә биргән аҡсаның проценты буласаҡ. Ике айҙан һуң аҡсаны ҡайтараһың һәм кредитты минең исемгә күсерәбеҙ”, – ти процентҡа аҡса биреүсе.

Шул рәүешле Таһир ағайҙың ҡулына 20 мең һум урынына 15 мең һум аҡса килеп эләгә. Аҡса биреүсе ҡиммәтле телевизорҙы машинаһына тейәй ҙә, китеп тә бара. Ә Таһир ағай киләһе айҙан үҙенең кредитынан тыш, телевизор өсөн дә аҡса түләй. Унан процентҡа биреүсе менән осрашып 20 мең һум күләмендәге бурысын ҡайтара. Тик телевизор өсөн алынған кредит тураһында һүҙ сығыу менән, тегеһе: “Әйҙә, иртәгә төштән һуң осрашырбыҙ. Паспортым ауылда ятып ҡалған”, – тип ҡабаланып китеп бара. Һәм юҡҡа сыға. Уны эҙләү, телефонына шылтыратыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Хәҙер инде Таһир ағайға үҙенең кредитынан тыш теге әҙәмдең телевизоры өсөн дә түләргә аҡса эҙләргә тура килә. Үҙ ҡулы менән имзаһын ҡуйып, паспортын күрһәтеп алған телевизорҙан ул хәҙер баш тарта ла алмай бит. Барыһы ла законлы рәүештә эшләнгән.
Ләлә апай улының туйына аҡса еткерә алмай аҙаплана. Балаһын атайһыҙ үҫтергән. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары алдында кәм-хур булѓыһы килмәгәндер инде. Шуға күрә уға ла процентҡа аҡса биреүселәрҙе эҙләргә тура килә. “Банкыларға барып ҡараным. Унда көтөргә, документтар юлларға кәрәк ине. Ә миңә аҡса бына бөгөн үк кәрәк булды”, – тип уфтана Ләлә апай хәҙер.
Ул үҙенең исеменә компьютер алырға ризалаша. Кешене кәкре ҡайынға терәүгә шымарып бөткән әҙәмдәр апайҙы еңел генә алдап, барыһына ла күндерәләр ҙә 35 мең һум урынына 27 мең һум аҡса тоттороп китәләр. Ләлә апай, банк компьютер өсөн түләү талап итә башлағас, тәүҙә эштең етдилегенә төшөнөп етмәй. Унан ваҡытында түләмәгән өсөн штраф та һалынғас, барыһын да асыҡларға була. Уның күҙ йәштәре аша: “Компьютер өсөн түләргә тейеш икәнлегемде белмәнем. Минең ғәйебем юҡ. Йортомдо барып ҡарағыҙ, минең компьютерым юҡ, ул миңә кәрәкмәй ҙә!” тиеүен бер кем дә тыңларға теләмәй. Сөнки кредит уның исеменә юлланған, килешеүгә апайҙың ҡултамғалары ҡуйылған. Шуға күрә хәҙер Ләлә апайға туйға туғандарынан, таныштарынан йыйған бурысын ҡайтарыуҙан тыш, әллә ҡайҙа осҡан компьютер өсөн дә түләргә тура килә. “Ярай, баҡсала үҫтереп алған йәшелсәм, киптергән емеш-еләк бар. Иттең нимә икәнлеген оноторға тура килде. Ә бит шул кешеләрҙе яуапҡа ла тарттыра алмайым. Улар минең аҡсаһыҙлыҡтан аптыраныуым менән файҙаланып, тишек кәмәгә ултырттылар. Хәҙер туғандарым ҡунаҡҡа саҡырһа ла барырға тартынам, сөнки һәр береһенән бурысҡа аҡса алғанмын. Ул әҙәмдәр ошондай гонаһҡа батып нисек тыныс йәшәйҙәрҙер?!” – тип үҙенә тынғы тапмай Ләлә апай.
Ундай кешеләрҙең ояттың, выждан ғазабының нимә икәнен дә белмәүҙәрен ябай кешеләр, бигерәк тә ололар, аңлай алмай шул. Шулай, йәмәғәт, “процентҡа аҡса бирәм” тип халыҡты алдаусыларҙың күбәйеүен онотмаһағыҙ ине. Ә иң ҡурҡынысы – хатта ҡан туғандарының да бер-береһен шулай итеп төп башына ултыртыуы, бурысҡа батырыуы. Шуға күрәлер инде “Үҙеңдән башҡа бер кемгә лә ышанырға ярамай!” тигән һүҙҙәр беҙҙең замандың девизына әүерелде.
Тағы бер ғаиләнең балаһын дауалау өсөн процентҡа аҡса алып, фатирһыҙ тороп ҡалыуы күңелде тетрәндерҙе. Операция яһатыу өсөн уларға Мәскәү йә Санкт-Петербург ҡалаһына юлланырға кәрәк була. Әммә аҡса таба алмайҙар. Операцияны тиҙ арала эшләтеү талап ителгәс, улар банкыға түгел, ә процентҡа аҡса биреүсегә мөрәжәғәт итә. Был кешенең үҙҙәренең алыҫ туғаны булыуы уларҙа ышаныс уята. Һөҙөмтәлә йәш ғаилә фатирһыҙ тороп ҡала. Әлбиттә, судтан судҡа йүгергәндә фатирҙы ҡайтарыу мөмкинлеге бар ине. Ошондай мәлдә урамда тороп ҡалған йәш әсәнең аҡылы, сабырлығы, таҙа, саф күңеле тетрәндерҙе. “Иң мөһиме – операция уңышлы үтте. Сабыйыбыҙ һауыға башланы. Бының өсөн фатирымды түгел, йәнемде лә бирергә әҙер инем. Аҡса табып биреүебеҙҙе көтмәй, фатирҙы тартып алған кешегә бер үпкәм дә юҡ. Уның аҡсаһы беҙҙең балабыҙҙы ҡотҡарырға ярҙам итте. Бәхетле йәшәһен”, – тине ул.
Эйе, кемдеңдер ҡыйын хәлдә тороп ҡалыуы менән файҙаланған кешеләр бар. Шуға ла процентҡа аҡса алыуҙың ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүен онотмай, аҡыл менән эш итеп өйрәнһәк ине. Еңел рәүештә алып булған аҡсаны ҡайтарыуы ауыр икәнлеген аңларға ваҡыт, дуҫтар.
Процентҡа аҡса биреүселәрҙән отолған Ләлә апай һәм уның кеүектәрҙең әлегә кипмәгән күҙ йәштәре ҡасан да булһа онотолор, ә оятһыҙ рәүештә кеҫә ҡалынайтыусылар барыбер тейешле язаһын алыр әле...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


Читайте нас: